Википедияла Иҙәш Ҡусҡары тураһында мәҡәлә бар

53°14′23″ с. ш. 58°29′44″ в. д. (G)

Әбйәлил районы Иҙәш-Ҡусҡары ауылы янындағы "Ҡыҙ баҫҡан ташы"



Ҡасандыр, бик борон заманда, бер матур ҡояшлы көндө тау битендә балалар шау-гөр килеп уйнап йөрөгән була. Был көндө бәлә булырын бер кем дә һиҙенмәй. Шул мәлдә тауҙағы ҡая таштарҙан ҙур таш аҡтарылып аҫҡа тәгәрәй башлай. Балалар йүгерешеп ҡасалар. Тик бер ҡыҙ ғына ҡасып ҡотола алмай. Таш тәгәрәп килеп уны баҫа, ҡыҙ таш аҫтын. Таш аҫтынан ҡыҙҙың күлдәгенең осо ғына күренеп ятҡан икән, тип һөйләйҙәр.

Ошондай аяныслы ваҡиға булған беҙҙең ауылда һәм был риүәйәт телдән-телгә, быуындан-быуынға һөйләнеп килә. Был урын "Ҡыҙ баҫҡан ташы" тип атайҙар.


Информатор:Мурадым Биишев