Авокадонан турама

Мәҡәлә «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫылған, 2012 й.

Кәрәкле аҙыҡ-түлек

үҙгәртергә
  • 1 авокадо
  • 2 болгар боросо
  • 150 грамм редис
  • бер ҡалаҡ лимон һуты
  • турама япраҡтары
  • сельдерей

Тәмләтеү өсөн шәфәри, тәмгә ҡарап тоҙ, ¼ балғалаҡ шәкәр ҡомо, 2 балғалаҡ алма һеркәһе, 3-4 ҡалаҡ үҫемлек йәки зәйтүн майы алына.

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Авокадоны, боросто, редисты, сельдерейҙы, турама япраҡтарын йыуырға һәм таҫтамал менән киптерергә. Авокадоны киҫәктәргә турарға һәм ҡараймаһын өсөн өҫтөнә лимон һуты һибергә.

Боросто, сельдерейҙы ярым түңәрәктәр рәүешендә киҫергә.

Редисты һырлы бысаҡ менән биҙәп ҡырҡырға. Турама япраҡтарын ҡул менән өҙгөләргә.

Йыуылған йәшел тәмләткестәрҙе ваҡлап турарға. Мискәгә тоҙ, шәкәр ҡомо, үҫемлек майы, алма һеркәһе һалып, сәнске менән туғырға. Ваҡланған йәшел тәмләткестәрҙе өҫтәгәс, яҡшылап болғатырға.

Тәрилкә төбөнә турама япраҡтарын йәйеп һалырға ла, өҫтөнә әҙер йәшелсәләр һалып, тәмләткес ҡойорға һәм шәфәри менән биҙәргә.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА яҙып алды