Айырылған ботаҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа тарттырып бәйләү
Айырылған ботаҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа тарттырып бәйләү
үҙгәртергәС. ХАЖИЕВТЫҢ “Емешле булһын баҡсаң” китабынан. "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған 30.10.2012.
Ҡар баҫымы аҫтында йә иһә уңышын күтәрә алмай, уңыш йыйғанда йәки дауылда ағас ботаҡтарының айырылыуы йыш осрай. Әгәр айырылғандарын ваҡытында, кисектермәйенсә үҙ урынына тартып бәйләһәң, ул олонға йәбешеп үҫеп китә, емеш ағасы уңыш биреүен дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт үтһә, йәрәхәтләнгән урындағы күҙәнәктәр ҡорой башлаһа, айырылған ботаҡ олонға йәбешеп үҫмәй. Бындай осраҡта ботаҡтарҙы үткер бысаҡ менән яҡшылап таҙартырға кәрәк. Унан тарттырып бәйләргә мөмкин. Улай эшләүҙең дә төрлө ысулы бар. Иң ябай ысул тарттырғанда шпагат ағас ҡайырын киҫеп зарарламаһын өсөн, айырылған ағас ботағына һәм ҡайырына сепрәк урала, шунан ғына нығытып бәйләнә.
Ҡайырҙы һаҡлағыҙ!
үҙгәртергәЯпраҡтарҙа тупланған органик матдәләр ағас ҡайыры аша тамыр системаһына килә. Күренеүенсә, ҡайыр емеш ағасының үҫеүендә, емеш биреүендә ҙур роль уйнай. Йыш ҡына ағас ҡайыры ҡышҡы һалҡында туңыуҙан, яҙғы ҡояш көйҙөрөүҙән, ботаҡтар ышыҡлауҙан, ҡоротҡостар һәм бәшмәк ауырыуҙары менән зарарланыуҙан зыян күрә. Ҡайыры зарарланған ағас ҡороп һәләк була. Ағас ҡайыры түбәнге осраҡтарҙа серей: 1. Ашлағанда алмағастың, грушаның ҡайыры тупраҡ аҫтында ҡалһа. 2. Үҫенте тәрән ултыртылып, ялғанған урыны ер менән күмелһә. 3. Ҡар ҡатламы оҙаҡ иремәй ятҡанда ла серергә мөмкин.
Ҡояшлы, һалҡын көндәр ҙә ҡайһы саҡ ярамай
үҙгәртергәБыл хәл иртә яҙ күҙәтелә. Көндөҙ ҡояш битендә ағас ҡайыры ирей, ә ҡояш төшмәгән яғында шул көндә үк туң ҡала. Төнөн һауа температураһы ҡапыл төшә. Көндөҙ ирегән ағас ҡайыры туңа, буйға ярыла, унан ағасынан ҡуба. Ағастың төньяҡ һәм көньяҡҡа ҡараған яғындағы ҡайырҙың температура айырмалығы 12 – 15 градусҡа етә. Был ағас ҡайырына ҙур зыян килтерә. Ҡояш көйҙөрөүен көҙ көнө лә күҙәтергә була. Буйға үҫкән ағас олоно тиҙ, йыш зарарлана. Сатыр күләгәһендә йәшеренеп ултырған ҡыҫҡа буйлы ағас олонона ҡояш нурҙары бик зыян килтермәй. Нурҙан көйгән ағас ҡайыры айырылып тора, ҡыҙғылт төҫкә инә, ҡарая. Бынан тыш, ағас ҡайырының рәт араларын эшкәрткәндә лә зарарланыуы ихтимал, айырылған ботаҡтарҙы тарттырып бәйләгәндә шпагаттарҙың да ҡайырҙы киҫеүе бар. Ҡоротҡостар, төрлө ауырыуҙар, сысҡан, ҡуяндар ҙа төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә.
Дауалау
үҙгәртергәСысҡан, ҡуяндар ҡайырҙы, олондо уратып, балдаҡ формаһында зарарлаһа, “күперсә” ысулы менән ялғарға кәрәк. Бының өсөн зарарланған ерҙе баҡса бысағы менән таҙа өлөшөнә еткәнсе таҙарталар. Унан ошо урын 3 процентлы тимер купоросы менән йыуыла (бер биҙрә һыуға 300 г), баҡса елеме (садовый бор) менән һылана. Сысҡан, ҡуян һәм башҡа ҡоротҡостар ағастарҙы ныҡ яралай. Ошо урындан зарарлы микроорганизмдар еңел үтеп инә. Үҫемлектең ҡара рак ауырыуын таратыусы микроорганизмдар яраланған урындан таҙа күҙәнәктәрҙе зарарлай. Яра ваҡытында дауаланмаһа, ағасҡа ҡурҡыныс янай. Ул бәләкәй генә булһа ла, иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Таҙартып, баҡса елеме менән һылап ҡуйыу мотлаҡ.
Емеш ағасы ҡайыры уратып кимерелһә, бигерәк тә ҡурҡыныс. Был саҡта тамыр системаһы менән ботаҡтар араһында бәйләнеш өҙөлә. Зарарланған ағастар яҙ көнө бөрө ебәреп, япраҡ ярһа ла, һуңынан әкренләп ҡорой башлай. Уларҙы тик “күперсә” ысулын ҡулланып ҡына ҡотҡарып була. Бының өсөн бер йыллыҡ сыбыҡсаны (черенок) олондоң ҡайыры зарарланған урыны аша, өҫкә һәм аҫҡы ҡайыры аҫтына ҡуйып, һығып бәйләйҙәр. Алма ағасы туҡлыҡлы матдәләрҙе ошо сыбыҡсалар аша ала башлай. Шуға күрә уны күперсә тип атайҙар ҙа инде.
Бындай ысул менән ҡайыр ағасынан еңел айырылғанда ялғайҙар. Беҙҙең климат шарттарында май айының өсөнсө ун көнлөгөндә ҡайыр ағасынан еңел айырыла башлай. Был иһә сыбыҡсаны ҡайыр аҫтына дөрөҫ ултыртыу өсөн мөһим.
Ялғауҙың ваҡытын дөрөҫ билдәләү өсөн теләһә ниндәй ағастың ҡайырын һыҙырып ҡарарға кәрәк. Әгәр еңел һыҙырылһа, кисекмәҫтән эште башҡарыу мотлаҡ. Ялғау урыны һыулы сепрәк менән ентекләп таҙартыла. Зарарланған урындың ҡайыры ағасына тейҙермәй генә, өҫкө яҡтан да, аҫтан да Т формаһында киҫелә. Ҡайыр аҫтына ике яҡ башы ҡыя юнылған сыбыҡса урынлаштырылып, шпагат менән һығып бәйләп ҡуйыла.
10–15 көндән һуң сыбыҡса йыуаная башлай. Шуға күрә ҡыҫып бәйләнгән шпагатты бушата бирергә кәрәк. Әгәр олондоң диаметры 3–4 см булһа, бер сыбыҡса ла етә, ә инде унан артһа, ике сыбыҡса ҡуйып бәйләйҙәр.
Шул көндө киҫеп алынған сыбыҡса менән ялғау күп осраҡта уңышлы булмай. Уларҙы иртә яҙ, март айҙарында, бөрөләр бүрткән генә мәлдә әҙерләргә кәрәк. Сыбыҡсаларҙы ҡар аҫтында, мөгәрәптә, һалҡын ерҙә (шытым бирмәҫлек, ҡоромаҫлыҡ урында) һаҡларға кәрәк. Емеш ағасының кимерелгән булыуын ҡар иреп бөткәс кенә беләбеҙ, ә май аҙаҡтарында ғына “күперсә” һала башлайбыҙ. Ошо ваҡытта зарарланған урын ҡоромаһын өсөн һыйыр тиҙәге ҡушылған балсыҡ иҙмәһе һылап, полиэтилен менән уратып бәйләнә.