Айыуҙар, айыусылар

Айыуҙар, айыусылар— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы тормошонан хикәйәт.

Башҡорт урманында айыу балаһы

Авторы: Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН (01.09.1942., Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылы). Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.

Бөрйән урмандарында йәшәүсе халыҡтың борон-борондан төп шөғөлө: малсылыҡ, умартасылыҡ, һунарсылыҡ. Итте, балды яратыусы айыу күпләп үрсеп китһә, ауыл хужалығына ҙур зыян килтереүе ихтимал. Шуның өсөн урындағы халыҡ быға юл ҡуймаҫҡа тырышҡан, һунарсылыҡтың төрлө ысулын ҡулланып, тиреһен, итен файҙаланған. Ҡышҡыһын һунарсылар өңөнән сығарған, яраланған ваҡытта, туй осоронда айыуҙар кеше өсөн үтә хәүефле була.

Ҡар яуғас, тәжрибәле һунарсы, эҙенән юллап барып, уның ҡайһы тирәлә өңгә ятасағын билдәләп ҡуя. Ҡар ҡалынайғас, айыуҙы барып аталар. Ҡыйыуыраҡ айыусыларҙың уны яңғыҙ ғына алған осраҡтары ла була. Мәҫәлән, Үрге Нөгөш ауылында йә­шәгән Әҡсән ағай Иҫәнаманов йәштән һунарсы, балыҡсы булып таныла. Тирә-яҡтағы таш өңдәрҙең ҡайҙалығын да биш бармағындай белгән.

Хатта Мәләүез районындағы Кәшәлә ауылының түбән яғындағы өңдәрҙе лә барып тикшереп ҡайтыр ине. Бер саҡ әлеге өңдәрҙе, һайғау ҡырҡып алып, айыуы бармы-юҡмы тип тикшереп йөрөһә, берәүһенән ажарланып айыу килеп сыға. Һунарсы бер генә тапҡыр атып ҡала һәм айыуҙың ҡулбаш һөйәген онтай. Еңелсә яраланған януар, ташланып, аяғын тешләп йәрәхәтләй. Яра йәнгә үтеп һыҙлаһа ла, йәшәү менән үлем араһында ҡалған айыусы, үҙендә ғәййәр көс табып, нисек тә иҫен юғалтмаҫҡа тырыша, һәм, айыу уның этенә әүрәгән арала, мылтығын яһай һалып, йыртҡысҡа терәп тигәндәй ата. Йөрәгенә йәҙрә алған айыу уның аяҡ алдына тәгәрәп йән бирә. Айыу өҫтөндә ултырып, бер аҙ хәл ингәс, Әҡсән ағай үҙенең хәленең мөшкөллөгөн аңлай.

Әлеге урындан ауыл биш саҡрымда ята, ә аяҡҡа баҫыу мөмкин түгел. Айыу үксә һөйәген көслө яңағы менән быйма аша ныҡ итеп тешләгән. Бындай ваҡытта иң мөһиме — төшөн­кө­лөккә бирелеп, юғалып ҡалмаҫҡа. Ә тәжрибәле һунарсы Әҡсән ағай ундай­ҙарҙан түгел. Ана бит, “Ысын кеше тураһында повесть” китабында үлем менән йәшәү араһында ун һигеҙ тәүлек көрәшкән һәм әжәлде еңеп сыҡҡан герой-осоусы Алексей Мересьев ниндәй ныҡлы ихтыяр көсөнә эйә булған! Ә уның хәле күпкә еңелерәк.

Осоусының ҡаты бәрелеүҙән ике аяғы ла йәнселгән һәм билдәһеҙлектә дошман тылында хәрәкәт итеп, айыу менән осрашҡанда ла төшөнкөлөккә бирелмәүе уның ҡоростай рухлы кеше булыуын раҫлай. Ә Әҡсән ағайҙың ҡайтыр юлы билдәле, бер аяғы иҫән. Биш саҡрым араны шыуышып ҡайтҡан осраҡта ла ике-өс тәүлектә үтәсәк. Ошондай уйҙар менән, тештәрен ҡыҫып, шыуышырға тотона һунарсы. Бер сәғәттәй ваҡыттан һуң артына әйләнеп ҡараһа, йөҙ илле метр самаһы араны үткән. Шыуышҡанда ҡар эске кейемдәргә лә үтеп ингән. Шуға нисек тә шырпыны һыуламаҫҡа кәрәк. Киләсәктә ут уның йәшәүгә берҙән-бер өмөт уятыусыһы буласаҡ. Ошоно уйлап, шырпыһын кеҫәһенән алып, бүркенә йәшерә. Ҡараңғы төшкәнсе һигеҙ йөҙ метр самаһы юл үтә яралы һунарсы. Төндә йыуан, ҡоро имәндең ҡыуышына ут төртә. Кейемдәрен киптерә. Юлға алған ризығы менән тамаҡ ялғай. Иртәнсәккә үҙенең саңғы эҙенән түгел, ә тураға — кәшәләләрҙең бесән ташыған юлына табан шыуышырға ҡарар итә. Саҡрым ярымдай шыуышҡандан һуң саҡ юлға етә. Хәлһеҙләнгән һунарсыны бесәнселәр табып алып ҡайта.

Был ваҡиға Иҫке Собханғол ауылынан алты саҡрымда ятҡан тауыҡ фермаһы эргәһендә була. Яҡында ғына айыу бер һыйырҙы йыҡҡас, тирә-яҡҡа дандары таралған тәжрибәле һунарсылар Рауил Вәлитов, Бирғәле Бәҙәмшин, Рамаҙан Өмөтҡолов үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, был йырт­ҡысты таҙғаҡ яһап көтәүелләргә була. Өс һунарсы урынға ҡояш байымаҫ элек килеп, таҙғаҡ яһай ҙа көтә башлай.

Айыу ҡараңғы төшөр-төшмәҫтән килеп етә. Өс мәргән бер-бер артлы мылтыҡтарынан айыуға төбәп ата. Ҡаты яраланған айыу имәнес тауыш сығарып үкерә лә урман ҡараңғы­лығына инеп юғала. Көҙгө урманда һунарсылар ҙа айыуҙың ҡайһы йүнәлештә китеп юғалғанын тоҫмаллай алмай ҡала. Нимә эшләргә? Көҙгө оҙон төн. Ет­мәһә, һалҡын ямғыр һибәләй. Таң ат­ҡансы ултырһаң, һыуыҡ үткәреп ҡу­йы­уың бар. Ҡайтырға сығалар. Ике йөҙ метр самаһы үткәс, алдан барған Рауил Вәлитовтың тамырынан аҡта­рылып ауған йыуан ҡайын аша һике­реп төшөүе була, тап айыу өҫтөнә төш­кән, күрәһең, яралы айыу һунар­сыны эләктереп тә ала. Йөрөйҙәр былар аймаҡлашып. Һәр кем йән өсөн көрәшә. Бер айыу өҫкә сыға, бер Рауил. Уңайы тура килмәйенсә атыу ҙа хәүефле. Яңылыш Вәлитовҡа тейҙереп ҡуйыуың бар.

— Айыуҙың саҡ ҡына Рауилдан айырылғанын көтәм, — тип һөйләй Бирғәле Бәҙәмшин. — Үҙем эстән генә уйланам, Өмөтҡолов — сабырһыҙ әҙәм, ҡабаланып атып, Рауилға тейҙереп ҡуймағайы тип. Ниһайәт, айыу Рауилдан айырылғандай булды. Ҡолаҡ төбөнә төбәп атып ебәрҙем тегенең. Айыу имәнес итеп үкерҙе лә гөрһөлдәп ағас эргәһенә ауҙы.

Рауилды бер нисә урындан тешләп, ҡаты яралағайны. Яраларын бәйләп, уның янында Өмөтҡоловты ҡалдыр­ҙым да, район үҙәгенән “Ашығыс ярҙам” машинаһы саҡыртыу уйы менән ҡабаланып ҡайтырға сыҡтым.

...Ныҡ ҡына таланған икән Рауил, айҙан ашыу дауаланып ятырға тура килде һунарсыға.

— Эйе, була инде ундай хәлдәр, — ти Бирғәле ағай. — Һунарға гел генә күмәкләп йөрөп булмай. Бөтә ғү­мерем һунарсылыҡта үткәс, миңә яңғы­ҙыма айыу менән бер нисә мәр­тәбә алышырға тура килде. Таланып, яраланып ҡайтҡан саҡтарым бул­ғы­ла­ны, һыуһар, шәшке, тейен, һеләү­һен, башҡа йәнлектәр аулап урманда аҙналар буйы йөрөнөм, йыш ҡына йәй­ләүҙәрҙәге аласыҡтарҙа ла ҡундым.

Декабрь айы. Сатлама һыуыҡ. Кәр­тәле ялан фермаһында ҡунып йөрөп һунарсылайым. Саңлы башында һуңлап өңгә ятырға йыйынған айыуҙың эҙенә төштөм. Ҡар яуып, эҙе юғалмаҫ элек уратып, ятҡан урынын билдәләп ҡуяйым тип, тәрән уя аша сыҡҡайным, тамырынан аҡтарылып ауған йыуан имән төбөндә Аҡтырнағым абалап өрөргә тотондо. Һиҙгер, бер ваҡытта ла бушҡа өрмәй ул. Тимәк, киҫкә аҫтында айыу өңө. Шулай уйлап, тиҙ генә этем янына килдем. Ысынлап та, айыу өңө. Айыуҙы сығарыу өсөн, өң эсенә атып ебәрҙем. Юҡ, сыҡмай был. Нәҙек ботаҡлы ағас ҡырҡып алдым да өң эсен көжгөргә тотондом. Маҙаһыҙлағанға асыуланып, ажарланып өңдән килеп сыҡҡан айыу миңә ташланмаҡсы булғайны, арт тәпәйенән этем эләктереп алғас, уға ҡарай әйләнеүе булды, тегегә терәп тигәндәй атып ебәрҙем. Икенсегә сирттер­гәйнем, атылманы ла ҡуйҙы.

Айыу еңелсә генә яраланған булған, эттән ялтанып миңә табан боролдо ла ажғырып өҫтөмә ташланды. Үҙемдә ниндәйҙер көс табып, тегенең елкә­һенән тотоп алдым, тешләнмәҫкә тыры­шып, башын көрткә баҫам. Ул, бәлки, сүп урынына ла күрмәй, елте­рәтеп алып бәргән дә булыр ине, ажар этем тегегә ирек бирмәй, йә теге, йә был еренән эләктереп тартҡылай. Яраһынан да өҙлөкһөҙ ҡан аҡҡас, хәле лә самалы шикелле айыуҙың. Мин иһә этемдең сослоғо арҡаһында айыу менән яғалашып йөрөйөм. Көрмәкләшеп йөрөй торғас, ҡарҙа ятҡан мылтығымды, уңайлы мәлен тура килтереп, ҡулыма эләктереп тә өлгөрҙөм.

Әмәлгә ҡалғандай, этем аҫ яҡтан һөжүм иткәйне, айыу ҡотолмаҡсы булып уға ташланды, шул арала мин айыуҙың башына сәпәнем йәҙрәмде. Бәхетемә күрә, был юлы атыу тауышы яңғы­раны. Үлемесле яраланған йырт­ҡыс ҡарға ауҙы. Ҡыҙыулыҡ менән айыу­ҙың ҡулдарымды тешләп яралағанын да һиҙмәгәнмен. Айыу беләгемдән эләктергән мәлдә мылтығымды ҡулымдан ысҡындыр­ғанмындыр инде. Көсөргәнешле алышта лысма һыу булып тирләгәнмен. Хәл йыйып айыу өҫтөндә ултырам. Өңдөң тирә-яғы айыуҙың һәм минең ҡандан ҡып-ҡыҙыл. Майкамды йыртып, яраларымды бәйләнем. Эргәмдә Аҡтырнағым ҡойроғон болғап иркәләнә: еңдек бит теге мәлғүнде, тигән төҫлө ине ул, икебеҙҙең дә иҫән ҡалыуыбыҙға ҡыуанған кеүек. Өңдә тағы айыу булған хәлдә лә, артабан алышырлыҡ хәлем ҡалмағайны. Беләм, инә айыуҙың балалары менән бер өңдә ятып ҡышлап сыҡҡандарын. Мәҫәлән, Мәләүез районынан атаҡлы һунарсы Айыт бер өңдән өс айыу алды. Була торған хәл.

Яралы ҡулдарҙың һыҙлауы йөрәккә үтә, көн дә һыуыҡ, айыу менән алыш­ҡанда эске кейем тирҙән һыуланғас, һалҡын үҙәктәргә үтеп ҡалтырата башланы. Бар көсөмдө туплап, фермаға юлландым. Этем шыңшый-шыңшый өрөп өң тирәһендә тороп ҡалды. Саҡырып ҡараһам да, эйәрмәне. Һыҙланыуға түҙә алмай, ыңғыраша-ыңғыраша атлап, фермаға көс-хәл менән килеп еттем. Бәхеткә күрә, фермаға колхоз рәйесе менән мал врачы килгән икән. Улар яраларымды йыуып, йод иретмәһе һөртөп, яңынан бәйләгәс, йәнемә рәхәт булып ҡалды. Сәй эсеп, тамаҡ ялғап алғас, бөтөнләй элекке хәлемә ҡайтҡан һымаҡ булдым. Айыу ҙур ғына булған. Эшкәрткәс, йөҙ етмеш килограмдай ите сыҡты... 14.11.2017 // Ҡырағай мөхит

Һылтанмалар

үҙгәртергә