Айыу кеше затынанмы?

Айыу кеше затынанмы


Йәмле май айының бер конө. Ауылда тормош ҡайнай, берәүҙәр баҡсала ҡаҙына, икенселәр йорт-ҡура нығыта. Төшкә табан Тәпәнәк тауынан урамдың үрге осона, аҙашып, йәш ярым самаһындағы, ҙур булмаған муйнаҡ айыу килеп тошә. Башта, бер аҙ тирә-яҡҡа ҡарап, үҙе өсөн ғәҙәти булмаған күренеште күҙәтеп тора. Сиҙәмдә уйнап йөрөгән бәләкәй балалар, ҡыуанышып, көтөлмәгән ҡунаҡ янына йүгереп киләләр. Айыу балаһы урам буйлап түбәнгә ҡарап саба һәм ауыл уртаһына етәрәк, боролоп, тауға менеп китә. Күп тә үтмәй, ағастар араһына инеп, күҙҙән дә юғала. Уның артынан күҙәтеп ҡалған балаларҙың: “һоро ғына, матур ғына, түнәрәк кенә...” — тип ҡыуанышып ҡысҡырышҡан тауыштары ишетелә.

Бүренең ауылға төшөп, кәзә-һарыҡ алып китеүе ғәҙәти хәл. Ә аҡыллы, хәйләкәр тайыш табандың кеше араһына килеп инеүе һирәк осрай.

Ун йылдар самаһы элек, ноябрь айҙарында, тәүге ҡар яуып, һыуыҡтар төшкәс, иртә таң менән ҙур ғына айыу ауыл урамы буйлап түбәнге остан үрге осҡа үткән ине.
- Иртәнге һауынға фермаға китеп барам, арттан дөпөлдәгән тауыш ишетелде. Һыбайлы килгән кеүек тойолдо, - тип һөйләй Баймырҙина Флүрә. — Артыма әйләнеп ҡараһам, урам буйлап ҡот осҡос ҙур айыу йүгереп килә, ҡурҡыштан, бағана төбөндә йәшенеп ултырып ҡалдым.

Аҙаҡ ҡарҙа ҡалған эҙҙәренән, айыуҙың бүреләр эҙәрлекләүенән ҡасып, ауылға килеп ингәне асыҡланды. Бүреләр, ауылға инергә баҙнат итмәй, ауыл осонда тороп ҡала.

Ҡурҡыныс янағанда ҡыр хайуандарының ярҙамға кешегә һыйыныуы билдәле. 1985 йылда Кейекбай ауылында була был хәл. һунарсылар эҙәрлекләүенән ҡасып, урман ҡараусы Хәлитов Зарифтын ҡураһына болан килеп инә. ” Кемгә килергә белгән бит әле”, - тип көлөшә ауыл кешеләре. Бер нисә көн ҡунак булғандан һуң, тынысланған болан кире үҙ йортона — урманға юллана.

”1970 йылдар баштары, йәй ваҡыты ине, - тип иҫләй Ҡыпсаҡ ауылынан Ишдәүләт Йәғәфәров. — Кискә ҡарай, беҙ, бер төркөм йәштәр, клуб асылғанын көтөп, һикәлтәлә гармун уйнап ултырабыҙ. Бер заман өҫкө урам буйлап ҙур ғына айыу төшоп килмәһенме. Клуб тапҡырына еткәс, айыу туҡтап, беҙгә ҡарап, артына ултырҙы. Гармун тауышы тынғас, тороп ауылдың икенсе осона китте”. Ул йылдарҙа Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылына айыу йыш килгеләгән.

Шул йылдарҙа Килдеғол ауылы эргәһендәге Оҙонсал утарында йәшәүсе Фазлетдинова Зәкирә инәйҙең ҡураһына ҙур ғына айыу килеп инә. Инәйҙең һарыҡтары һарайҙа бикле була. Айыу һарай башына менеп, түбәлеккә һалынған һайғауҙарҙы аҡтара башлай. Зәкирә инәй юғалып ҡалмай, һарай башын аҡтарып маташҡан айыуҙы ҙур ғына таяҡ менән туҡмап, урманға ҡасыра.

Элегерәк етем ҡалған айыу балаларын кешеләр алып ҡайтып көтөп, ҙурайғас, йә баҙарға алып барып һатҡандар, йә кире урманға ебәргәндәр. Тимер ауылында йәшәгән беҙҙең Библиамин олатайҙың да ҡулға эйәләштерелгән айыуы булған, тип һөйләй атайым Сәлих Хафиз улы. Ҡаянан ҡолап төшөп йәрәхәтләнгән бәләкәй айыу балаһын ойөнә алып ҡайтып, дауалап аяҡҡа баҫтыра. Ҙурайғас, айыу, нишләптер, хужаһын тырнағы менән сапсый. Олатай уны Темәс баҙарына алып барып, бер урыҫ байына һатып ебәрә.

Беҙҙен яҡтарҙа айыу тураһында һүҙ сыҡһа, ҡайһы саҡ, кеше затынан бит ул, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә.
"Айыу кешенән килеп сыҡҡан. Ҡасандыр ауылда бик уҫал, һаран кеше йәшәгән. Күршеләре менән һыйышып, килешә атмағас, урманға барын төпләнгән. Аҙаҡ ҡырағайлашып, айыуға әйләнгән, тип һойләй торғандар ине борон”. - тип иҫләй ине Кейекбай ауылынан Хөсникамал инәй Тукбаева.

"Аргументы и факты” гәзитенең 2009 йылда сыҡҡан 42-се һанында "Маймылға ҡарағанда айыуҙар беҙгә күпкә яҡыныраҡ” исемле мәҡәләлә ғалим падеоантрополог Александр Белов түбәндәгеләрҙе яҙа: "Мин эт менән айыуҙың кеше тоҡомонан икәнен дәлилдәр менән иҫбат итергә әҙермен. Айыуҙың табаны кеше табанына оҡшаш, маймыл табанынан күпкә камилыраҡ. Күренеүенсә, ниндәйҙер деградацияға бирелгән кеше заты, дүрт аяҡланып, айыуға әйләнгән”.

Әлбиттә, бөтә гипотезаларҙы ла ысын хәҡиҡәт итеп ҡабул итеп булмай, шулай ҙа уйланырға урын бар. Ер йөҙөндә кешенән ҡала ин аҡыллы биш хайуан: дельфин, маймыл, фил, эт һәм айыу.

Айыу үҙенең психикаһы буйынса ла кешегә яҡын. Ул ҡулға тиҙ өйрәнә. Бихисап күп трюктар эшләргә һәләтле. Велосипедта, мотоциклда йөрөй, конькиҙа шыуа, хатта хоккей ҙа уйнай.
Шулай ҙа унын ҡоро ерҙәге иң көслө ҡурҡыныс йыртҡыс икәнен лә оноторға ярамай.


Иҫке Монасип ауылынан Заһир Дәүләтбирҙиндың район “Таң” гәзитендә баҫылған мәҡәләһе

Категория:Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы