Алмағас, груша үҫтереү
Мәҡәлә "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған 5.09.2012.
Яҡшы тәрбиә мөһим
үҙгәртергәАлмағас, груша үҫентеләре ултыртыу тәртибе оҡшаш. Ҡар ҡалын ятҡан, һөрөнтө ҡатламы тәрән булған, дымлы һауа, йылылыҡ үтеп ингән уңдырышлы тупраҡлы ерҙә улар яҡшы үҫә.
Уңдырышһыҙ ерҙә алмағасҡа урын әҙерләгәндә, бер квадрат метр майҙанға — 500 грамм эзбиз, 25 килограмм органик ашлама, 50–60 грамм комплекслы ашлама (азот, фосфор, калий) индереп, тәрән итеп ҡаҙыла.
Дәүләт питомнигынан кәрәкле (йәйге, көҙгө, ҡышҡы) сорттар һайлап алығыҙ. Алмағастың вегетатив осоронда яҡшылап тәрбиәләгәндә, ул бер урында 40–50 йыл уңыш бирә. Шуға күрә ултыртыр алдынан уңдырышлы, ҡар ятҡан урынды һайларға кәрәк. Ҡырыҫ климат шарттарында был бик мөһим.
Алмағасты ултыртыу өсөн 100х80х50 сантиметр ҙурлыҡта соҡор ҡаҙыла. Уны ҡаҙғанда тупраҡтың уңдырышлы өҫкө ҡатламын бер яҡҡа, аҫтағы уңдырышһыҙ, һары балсыҡ ҡатламын икенсе яҡҡа өйәләр. Соҡорҙоң өҫкө ҡатламынан алынған тупраҡҡа 30-40 килограмм серетмә, 0,8–1 килограмм суперфосфат йәки 1,5–2 килограмм фосфор оно, 0,2 килограмм калий тоҙо, әсе тупраҡлы ерҙә 0,6–1 килограмм эзбиз һалып, тупраҡ менән яҡшылап бутарға кәрәк.
Алмағасты ултыртҡанда ултыртыу таҡтаһы файҙаланыла. Таҡтаның оҙонлоғо 160, киңлеге 15 сантиметр булырға тейеш. Уның ҡап уртаһынан уйып алынған урын алмағасты ултыртыу нөктәһен билдәләй. Ултыртаһы соҡорҙо ҡаҙып бөткәс, байытылған тупраҡ таҡтаһы һалына, ике яҡ башы ағас сөй ярҙамында ергә беркетелә. Унан урталағы таҡта уйымына үҫенте ҡуйыла. Тамырҙары конус тирәләй тигеҙ итеп таратыла. Үҫентенең ялғанған урынын таҡта өҫтөндә ҡалдырыу мотлаҡ. Шуны әйтергә кәрәк: алмағастың ялғанған урыны һәр ваҡыт ер өҫтөндә булырға тейеш (тәжрибәһеҙ баҡсасылар бының менән иҫәпләшмәй. Алмағасты ултыртҡас, уның тирәһенә органик ашламаны йылдың-йылы өйә бирә. Һөҙөмтәлә ялғанған урын аҫта ҡала. Дымлы тупраҡта ер өҫтөндәге ҡайыр серей, алмағас әкренләп ҡорой).
Ултыртыу соҡоро байытылған тупраҡ менән тултырыла. Соҡор тапап тығыҙлана, һыу һибелә. Үҫенте ергә ҡағылған ағасҡа бәйләп ҡуйыла. Яҡшы тәрбиәләгәндә, уңышы ла оҙаҡ көттөрмәҫ.