Алма повидлоһы (шәкәрһеҙ)

ШӘКӘРҺЕҘ АЛМА ПОВИДЛОҺЫ

Алма
  • Алма - 1 кг
  • Һыу - 200 г

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Алманы ҡырҡҡылап, килоһына 200 г һыу ҡойоп, 10—15 минут, болғата-болғата утта тоторға, шунан иләк аша үткәрергә. Ошо бутҡаны яңынан утҡа ҡуйып, ҡуйырғансы ҡайнатырға. Төбө көйөп китмәүен күҙәтергә. Шунан йылы килеш стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡайнатылған ҡапҡастар менән ябырға, 100°С температурала стерилләргә - ярты литролы банкаларҙы — 15 минут, литрлыһын — 20, өс литрлыһын— 30 минут. Алма повидлоһын йыл буйы һаҡлап була.