Аргус (Арғос? Арбаусы?)— Әй йылғаһының ярындағы ҡая (аҙрат).

Дөйөм мәғлүмәт:Силәбе өлкәһенең Куса ҡалаһы эргәһендә Әй йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Туристарҙы йәлеп иткән матур урын. Бейеклеге - 40 метрҙан ашыу. Геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала. Ҡаялыҡ - ҡатып ҡалған строматолиттарҙы (үҙенсәлекле ылымыҡтар төркөмө)һеңдергән боронғо риф ҡалдығы. GPS-координаттары: N 55° 20.400′; Е 59° 25.433′.

Википедияла

Топоним тарихы. Ҡаяның исеме юлбаҫар (разбойник) тигән мәғәнәле һүҙҙән килеп сыҡҡан тип бер нисә сығанаҡта иҫбат ителә: "Ҡаяның исемен ҡайһы саҡ хаталы рәүештә грек мифологияһы персонаждарының береһе - күп күҙле алп Аргус менән бәйләйҙәр. Риүәйәттәр буйынса, ул Аркадияны бөлдөргән ҡот осҡос үгеҙҙе еңә, Ехидна йыланын быуып үлтерә. Ысынлыҡта иһә, "аргус" башҡортса "юлбаҫар" (разбойник) тигәнде аңлата. Был ҡая элек йөҙөп килгән һал-кәмәләргә һәүеф-хәтәр янаған" (П.Распопов "Река Ай", 43-44 бб). "Аргусҡа барып ҡайтығыҙ әле. Башына менегеҙ, таулы Уралдың мөғжизәле, һоҡланғыс күренештәренән башығыҙ әйләнер. Тик уйламағыҙ, ҡаяның исеме грек мифологияһынан алынған тип. Йөҙ күҙле алп Аргус хөрмәтенә ҡушылмаған был урын. Ҡаяға исемде ошо яҡтың боронғо йәшәүселәре - башҡорттар биргән. Башҡортса аргус - юлбаҫар (разбойник). Элегерәк замандарҙа, Әй буйлап тау заводтарының карауандары йөҙгән саҡта, ташҡын миҙгелендә ҡоторған йылға йыш ҡына ауыҙ асыусыларҙы мәкерле ҡая күкрәгенә ташлаған. Юлбаҫар тимәй, нисек атаһындар һуң уны шунан иҫән ҡалғандар!" (Ю.Курочкин "Памятные тропы"). "Разбойник" тигән мәғәнәне юлбаҫар, башкиҫәр һүҙҙәре йөрөтә. Тик улар Аргус һүҙе менән ауаздаш түгел. Ниндәйҙер иҫкергән бороңғо һүҙ барҙыр.

Топоним арғы ос һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән тигән фараздар бар.

Тағы 2 сығанаҡта был исем Арбус тип бирелгән. Билдәле геолог Э.К.Гофман 1856 йылда ҡаяға сәфәр ваҡытында барып сыға, 1868 йылда "Горный журнал"дағы мәҡәләһендә сәйәхәте тураһында яҙа: "Арбус тип аталған текә яр урындан йылғаға яҡынлаштым".

Поручик Нестеровский үҙенең "Геогностическое описание пятого участка Златоустовских заводов" (1835 йыл) исемле хеҙмәтендә ҡаяны Арбуз тип иҫкә ала.

Хәҙерге тикшеренеүселәр был ике осраҡты ла хата ебәрелгән тип һанай. Ләкин быға ныҡлы дәлилдәр юҡ. 2 кеше Арбус-Арбуз тип ниңәлер яҙып ҡалдырған бит. Бынан сығып, тағы бер фараз тыуа: арбаусы һүҙенән килеп сыҡмағанмы икән был атама? Арбап, бәләгә юлыҡтырған мәкерле урын өсөн бик йәтеш исем кеүек. Арбаусы-Арбус-Аргус...


Сығанаҡтар: Река Ай: Путеводитель от Кусы до Лаклов/П.Распопов: Издательские решения, 2017. - 212 с.