Көләмәстәр/Асығып киткәнһеңдер

(Асығып киткәнһеңдер битенән йүнәлтелде)

«Киске Өфө», 13-сө һан, 2014 йыл Һеҙҙең ауылда нисектер, ә бына беҙҙең ауылда… рубрикаһы

«Асығып киткәнһеңдер...»

үҙгәртергә

Күрше мишәр ауылында ауылсы һәм телдәр бер ҡатын булған.

Түтәйҙең хәләл ефете, хәбәр тоҡсайының ҡылыҡтарын нисек булһа ла йүгәнләр өсөн, үҫмер улын саҡырып алған да, бер телем икмәк биргән һәм: «Бар, улым, әнкәйеңә шушы икмәкне генә тоттыр әле», — тигән.

Татылдаҡ түтәй, иңдәрендә ятҡан көйәнтәһенең баҫып барғанына ла иғтибар итмәй, һаман хәбәр сутырлатыр ине лә, улы, яҡын килеп:

— Әнкәй, мә сиңа ипи, асығып киткәнсеңдер, — тигән.

Бибигә йүгерә-атлай өйөнә ыңғайларға ғына ҡалған.

Әнә шулай «уҡытҡан» тиҙәр кәләшен Әнәс абый.

Фәһемле хәл: ваҡытын әрәм итеп, ауыл буйлап сапҡандарға әле лә, икмәк тоттороп, «асығып китмәнеңме?», тип һорарға була.

  • Беҙ бәләкәй саҡта самаһыҙ оҙаҡ уйнап, донъябыҙҙы онотоп йөрөһәк, инәйем «Ауылсы ҡара ҡолаҡтар» ти торғайны.

Ашҡаҙан менән жалудык

үҙгәртергә

Беҙҙең ауылда Хафиза әбей менән Әүбәкер быуай була торғайны. Хафиза әбей бик ярҙамсыл, йүнсел, йомарт, ихлас күңелле әбей ине.

Бер ваҡыт әбекәй ауыл фельдшерына килгән дә:

— Ҡыҙым, ҡартымдың жалудыгы, үҙемдең ашҡаҙаным ауырта, берәй дауа кәңәш итһәңсе, — ти икән.

Фельдшер ҡыҙ, йылмайып:

— Һуң, Хафиза әбекәйем, быуай менән икегеҙҙә бер төрлө ауырыу бит, — тигән һәм ашҡаҙан-эсәккә килешкән үләндәр йыйылмаһын тәҡдим иткән.

  • Рус телен яҡшы белмәгәнлектән килеп сыҡҡан мәҙәктәр элек күп булған инде ул.