Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләше

Башҡорт теле диалекттарының классификацияһы

үҙгәртергә

Башҡорт теленең диалекттары XX быуаттың 20-се йылдарында фәнни яҡтан өйрәнелә башлай. 1955 йылда профессор Н. К. Дмитриев редакцияһы аҫтында Т. Г. Байышовтың «Башкирские диалекты в их отношении к башкирскому языку» тип аталған хеҙмәте баҫылып сыға. Ғалим башҡорт теленең өс территориаль диалекттан торғанлығын ғилми яҡтан нигеҙләп яҙған. Ә профессор Ж. Г. Кейекбаев һөйләштәргә йылғалар буйынса исемдәр биргән. Ул беренсе тапҡыр һөйләштәрҙе фонетик, морфологик һәм лексик яҡтан ентекле итеп тикшерә. Хәҙерге көндә башҡорт халыҡ телен өс ҙур ерле диалектҡа һәм шул диалекттарҙы ун алты һөйләшкә бүлеп йөрөтәләр.

I. Көнсығыш (йәки төньяҡ-көнсығыш) диалект һәм уның һөйләштәре:

  • әй һөйләше
  • мейәс һөйләше
  • ҡыҙыл һөйләше
  • асыуҙы һөйләше
  • арғаяш һөйләше
  • салйоғот (салйот) һөйләше

II. Көньяҡ диалект һәм уның һөйләштәре:

  • эйек-һаҡмар (йәки төп көньяҡ) һөйләше
  • дим һөйләше
  • өршәк һөйләше
  • урта һөйләш
  • егән һөйләше

III. Төньяҡ- көнбайыш (йәки көнбайыш) диалект һәм уның һөйләштәре:

  • ҡариҙел һөйләше
  • урта урал һөйләше
  • ғәйнә һөйләше
  • танып һөйләше
  • түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше

Туған телебеҙҙең өсөнсө — төньяҡ-көнбайыш диалектын асыҡлаған, филология фәндәре докторы С. Ф. Миржанованың «Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты» («Северо-западный диалект башкирирского языка». Уфа, 1991) тигән монографияһы айырыуса мөһим роль уйнай. Автор төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләү теленең, йәғни төньяҡ-көнбайыш диалекттың дүрт һөйләштән торғанлығын билдәләй.

Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләше лә төньяҡ-көнбайыш диалекттың ҡариҙел һөйләшенә ҡарай.

Ҡарткиҫәк ауылының ҡариҙел һөйләше

үҙгәртергә

Ҡариҙел һөйләше республикабыҙҙың Асҡын һәм Ҡариҙел райондары башҡорттарының һәм ошо төбәктә йәшәгән типтәрҙәрҙең йәнле һөйләү теле иҫәпләнә. Этник планда — боронғо балыҡсы һәм ун ҡәбиләләре башҡорттары (ундар үҙҙәре һыу-ун, ҡыр-ун, байҡы ырыуҙарынан тора). Һөйләш Ҡариҙелдең урта ағымындағы һәм Төй йылғаһы буйындағы ауылдарҙа таралған. С. Ф. Миржанова билдәләүенсә, был ошондай ауылдар: Асҡын районында — Ҡубияҙ, Урмияҙ , Әүәҙәй, Ҡушкүл, Солтанбәк, Сураш, Яңы Сөйөш, Ҡашҡа, Иҫке һәм Яңы Күскилде, Уршаҙы (Уршиҙе), Ҡамашиҙе Ҡарткисәк һ. б. Ҡариҙел районында: Туйыш (Ташмәсет), Юлдаш (Әлмәш), Ҡоҙаш, Сиҙәш, Яҡуп (Артауыл), Иҫке һәм Яңы Аҡбүләк, Хәлил, Абдулла (Бәрҙәш), Ҡараяр, Йәнсәйет, Маты, Шамрат, Яңы Бәрҙәш, Бертем, Иҫке Бағазы, Болмоҙо, Ураҙбаҡты, Муллаҡай, Әмин һ. б. ауылдар. Был төбәктә, башҡорттар һәм типтәрҙәр менән күрше булып, мишәр (татар), мари, удмурт ауылдары ла урынлашҡан. Мариҙар, удмурттар, үҙ туған телдәренән тыш, урындағы башҡорт һөйләшен дә яҡшы беләләр. Ҡайһы бер ауылдарҙың этник составында ар, ширмеш (сирмеш) һымаҡ араларҙың булыуы бында ҡасандыр удмурт, мари кешеләренең, килеп ултырып, башҡортлашып китеүе тураһында һөйләй. Ә бына, легенда буйынса, Асҡын районы Ҡубияҙ һәм Урмияҙ ауылдарына нигеҙ һалыусылар Ҡубай һәм Юрмый тигән мариҙар булған тип фараз ителә. Балыҡсылар һәм уннарҙың килеп сығышы боронғо төрки дәүере һәм унан да боронғораҡ тарихи дәүерҙәргә барып тоташа. Балыҡ һүҙе боронғо төрки һәм уйғыр телдәрендә «ҡала» мәғәнәһен белдерә. Шуны иҫәпкә алғанда, балыҡсы тигән этнонимды, беренсенән, үҙенең төп мәғәнәһендә, йәғни «рыболов» (балыҡ + -сы) тип, һәм, икенсенән, «строитель городов» тип аңлатырға мөмкин. Ә инде ун (һун), уннар ҡәбиләһе, һыу-ун, ҡыр-ун ырыуҙарының тарихы боронғо төркиҙәрҙең ата-бабалары иҫәпләнгән һундарҙан килә, дөрөҫөрәге, һундар составындағы Орхон йылғаһы бассейнында йәшәгән ун-уғыр, ун-уйғыр тигән уйғыр ҡәбиләләр берекмәһе мәнән бәйле тип ҡарарға була. Ҡарткиҫәк ауылы ҡариҙел һөйләше -лд, -нд, диссимилятив өн ҡушылмаларының ҡулланылыуы менән характерлана. Бында л, м, н, ң талғын тартынҡы өндәренән һуң д өнө килә. Мәҫәлән: салды, Уралда, урманда, урмандан,ҡондоз, юлдаш. Шулай уҡ м, н, ң тартынҡыларынан һуң яңғырау ғ, г өндәре өндәре килә: тамға, ямғыр, кемгә, син генә, җиңгә, саңғы, таңға. Шулай уҡ ҡайһы бер һүҙҙәрҙә й урынына татар телендә осраған җ өнө ҡулланыла: җитте. җиләк, җәй һ.б. Теш араһы ҫ, ҙ өндәре татар теленең йоғонтоһона бирелеп, с, з өндәренә кире күскән с >ҫ >с, з >ҙ >з : мәсәлән, алығыз, барығыз, яз, кәс һ.б. Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләшендә күп кенә һүҙҙәрҙең башында п өнө ҡулланыла: пысаҡ, песән, патша. -р өнө алдынан әҙәби телдәге -өй урынына -ү килә: үрә — әҙәби телдә өйрә: үрәнеү — өйрәнеү, сүрәү -һөйрәү. Был фонетик күренеш төньяҡ-көнсығыш һөйләштәрҙә лә бар. Шулай уҡ Ҡарткиҫәк ауыуылының ерле һөйләшендә танып һөйләшенә хас уртаҡ һыҙаттар ҙа осрай.
Мәҫәлән:

  • с өнө урынына ч өнө ҡулланыла: чабыу — әҙәби телдә сабыу, аҡчарлаҡ — әҙәби телдә аҡсарлаҡ, чабын — әҙәби телдә сабын, чығыу — әҙәби телдә сығыу;
  • Һ өнө ғәрәп-фарсы һүҙҙәрендә төшөп ҡалыусан:әйбәт — әҙәби телдә һәйбәт.
  • Һүҙ башында к, т өндәре килгән бер төркөм һүҙҙәрҙең беренсе ижегендә башҡорт телендәге ә өнө урынына татар телендәге и өнө килә: ким — кәм, кирәк- кәрәк, тирән- тәрән, киңәш — кәңәш.
  • Киң һуҙынҡылы -ай, -әй өн ҡушылмаларының ялғауҙарҙа, бигерәк тә ҡылым ялғауҙарында, һаҡланыуы бөтә төньяҡ-көнбайыш зонала осрай: ҡалмай, бармайым, килмәйем. Тик ошолай ҙа, нәҙек һүҙҙәрҙә -әйе- өндәр ҡушылмаһы тик бер и өнөнә күсһә, ҡалын һүҙҙәрҙәге -айы- тарая: килмим, әйтмим, бармыйм.

Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләше башҡорт теленең төньяк -көнбайыш диалекттың ҡариҙел һөйләшенә ҡарай. Ә ҡариҙел һөйләше күп кенә үҙенсәлектәре менән төньяҡ-көнсығыш һөйләштәренә һәм төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һөйләшенә яҡын килә.

Ҡарткиҫәк ауылы һөйләшенең төп үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Һәр бер төбәктең тәбиғи үҙенсәлектәре бар, шулай уҡ төрлө ерҙә йәшәгән халыҡтың диалекты ла, ҡайһы районда йәшәүенә һәм уның һөйләш телмәренә ҡарап, айырыла. Диалекттағы һүҙҙәрҙең күбеһен дөйөм башҡорт теленә хас һүҙҙәр тәшкил итә. Бер диалект вәкиле икенсе диалект вәкиле менән иркен аралаша ала. Шулай ҙа айырым диалектарҙа ошо халыҡ өсөн аңлайышлы ғына һүҙҙәр ҙә бар. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы һөйләше менән әҙәби тел араһында айырма ҙур булмаһа ла үҙенсәлекле күренештәрҙе осратырға була. Ҡартҡиҫәк ауыл һөйләшенең фонетик, лексик һәм морфологик төп үҙенсәлектәрен өйрәнеп, тупланған диалект һүҙҙәрҙе әҙәби тел менән сағыштырып, « Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы ерле һөйләшенең сағыштырма һүҙлеге» төҙөлдө.

Фонетик үҙенсәлектәр: 1.Әҙәби телдәге һ, ҫ өндәре урынына с өнөн ҡулланыу характерлы. Әҙәби телдә һыйыр, һары, һандуғас, һөйләштә сыйыр, сары, сандуғас.

2. Тартынҡыларҙың сиратлашыуы:

с-һ: сүрәт — әҙәби телдә һүрәт: б-в: балчыҡ -әҙәби телдә валсыҡ (крошка) п-б: пима — әҙәби телдә быйма; ф-п: туфраҡ -әҙәби телдә тупраҡ; д-ҙ: адашҡан — әҙәби телдә аҙашҡан; т-д: тигәнәк — әҙәби телдә дегәнәк

3. Һуҙынҡылар өлкәһендә ошондай сиратлашыуҙар осрай:

а -ә: һөйләштә җан — әҙәби телдә йән; й-и: һөйләштә йылау — әҙәби телдә илау; и-ы, и-ә: Җиһан — әҙәби телдә Йыһан, чәчкә — әҙәби телдә сәсәкә; ө-ү: йөгерү — әҙәби телдә йүгереү ; ө-о: дөнья — әҙәби телдә донъя; ө-е: төйәү — әҙәби телдә тейәү.

Морфологик үҙенсәлектәр:

1.Һүҙҙәр ҙә -лар/-ләр, -нар/-нәр күплек ялғауҙары ҡулланыла: малайлар -әҙәби телдә малайҙар, күлләр — әҙәби телдә күлдәр, урманнар — әҙәби телдә урмандар,үләннәр — әҙәби телдә үләндәр; Ҡылымдарҙа -де /-ды ялғауҙары : ашады -әҙәби телдә ашаны, китерде -әҙәби телдә килтерҙе; Исемдәрҙә -да/-дә ялғауҙары: бакчада — әҙәби телдә баҡсала, кәбестәдә- әҙәби телдә кәбеҫтәлә; 2.Зат алмаштары төбәү килештә -ңа ялғауы менән ҡулланыла: аңа — әҙәби телдә уға; 3. Һорау алмашының ошондай варианттары бар: нәмә?, нәрсә? — әҙәби телдә нимә?;

Лексик үҙенсәлектәр:

Туған-ҡәрҙәшлек терминдары түбәндәгеләр:

Әни, әңкәй, инәй — әҙәби телдә әсәй Әти, әткәй — әҙәби телдә атай Дәү әни, ҡартый, нәнәй- әҙәби телдә өләсәй Дәү әти, ҡартатай — әҙәби телдә олатай Абый — әҙәби телдә ағай Апа — әҙәби телдә апай

Ҡош, йәнлек, бөжәк атамалары:

Песи- әҙәби телдә бесәй Үрдәк — әҙәби телдә өйрәк

Йәшелсә, емеш-еләк, үҫемлек атамалары:

Ҡыҙыл ҡарағат — әҙәби телдә бөрлөгән Гөлйемеш- әҙәби телдә әлморон Бәрәңге — әҙәби телдә картуф Гөмбә, мәшкә — әҙәби телдә бәшмәк

Аҙыҡ-түлек атамалары:

Әпи, ипи — әҙәби телдә икмәк Сөт өстө- әҙәби телдә ҡаймаҡ

Һауыт-һаба атамалары:

Ҡашыҡ -әҙәби телдә ҡалаҡ Шәшке — әҙәби телдә сынаяҡ

Предмет, тәбиғәт күренештәре, тән өлөшө атамалары:

Азбар — әҙәби телдә һарай Ҡапсыҡ -әҙәби телдә тоҡ Яфраҡ — әҙәби телдә миндек Бишек — әҙәби телдә сәңгелдәк Борон- әҙәби телдә танау Сүмәлә — әҙәби телдә кәбән

Ғөмүмән, Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләшенең һүҙлек составы барлыҡ тематик ҡатламдар буйынса ла башҡорт лексикаһына нигеҙләнгән. Тик шулай ҙа уның бары тик үҙенә генә хас специфик лексика һаҡланып ҡалғанлығы күренә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә