Ауылдашыбыҙ старшина Йәрмөхәмәт Хажиев

Йәрмөхәмәт Хажиев - 1739-1740 йылдарҙағы Ҡараһаҡал етәкселегендәге баш күтәреүселәр ихтилалын етәкселәренең береһе.

Тыуған ауылымдың исеме – Иҫке Мөхәмәт. Республикаға, илгә биргәндәренән теҙеп һөйләрлек әллә ни данлыҡлы кешеләр ҙә сыҡмаған кеүек. Яҙыусы Булат Рафиҡовтың “Ҡараһаҡал” романындағы“...1740 йылдың ғинуарында Тырнаҡлы улусының Мөхәммәт ауылында Юрматы ырыуы башҡорто Миңлеғол Юлаевты (“Ҡараһаҡал”) старшина Йәрмөхәмәттең өйө алдында Башҡорт Иленең Ханы итеп аҡ кейеҙҙә күтәреү”ҙәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Эштең проблемаһы: Кем булған, кемдәргә ҡәрҙәш булған һуң ул Йәрмөхәмәт старшина? Әллә яҙыусы уйлап сығарған художестволы образ ғынамы? Ҡараһаҡалды хан итеү ни өсөн кәрәк булған? Эштең актуаллеге 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарының эҙемтәһе генә лә – ҡот осҡос! Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда ла, ҡанға, көлгә батырылған тыуған еремдең ул саҡтағы хәле - тǝрǝн кисерештәргә сумырлыҡ. Шул йылдарҙың тере һүҙе - “Тәфтиләү” йырының көйө. Халҡыбыҙ хәтерендә мәңгелеккә уйылған “...Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,ейәндәрем уҡыр бер саҡта” һүҙҙәре лә нәҡ шул осорҙа ижад ителгәнлеге мине эҙләнеүҙәргә этәрә. Был тема актуаллеген мәңге юғалтмаясаҡ! Тикшеренеү обьекты: Минең туған башҡорт халҡымдың 1739-1740 йылдарҙағы баш күтәреүе Тикшереү предметы: Шул ихтилалда ҡатнашып,тарихта эҙ ҡалдырған, исеме башкиҫәрҙәр яҙған рапорттарҙа теркәлгән яҡташтарым, ауылдашым Йәрмөхәмәт старшина, хан итеп күтәрелгән Ҡараһаҡал.

Эштең маҡсаты

үҙгәртергә

1. 1739-1740 йылдарҙа башҡорттарҙың Ҡараһаҡал етәкселегендә баш күтәреү фактына нигеҙләнергә; 2. ауылдашыбыҙ Йәрмөхәмәттең дә ихтилалда ҡатнашыуын иҫбатларға; 3. уның шәжәрәһен эшләргә, шул осорҙо сәхнәлә күрһәтергә;

Бурыстар

үҙгәртергә

1.Башҡорттарҙы баш күтәреүгә мәжбүр иткән сәбәптәрҙе, 1739-1740 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан яҡташтарҙың исемен асыҡларға; 2.Ошо темаға арналған фǝнни, документаль һǝм нǝфис ǝҙǝбиǝтте, халыҡ ижадын барларға; 3.1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарының - башҡорттарҙың баш күтәреүҙәренең эҙемтәләрен күрһәтергә, әһәмиәтен билдǝлǝргә. 4.Йәрмөхәмәт старшинаның, Ҡараһаҡалдың эшмәкәрлеген, тормошон ѳйрǝнергǝ, шәжәрә дауамын эҙлǝргә.

Моғайын да, Йәрмөхәмәт старшина халҡын, илен, ерен ныҡ яратҡандыр. Шуға ла,ихтилалда ҡатнашып, ауылыбыҙҙа хан хәтле хан күтәртеүҙе үҙ өҫтөнә алғандыр...

Төп өлөш

үҙгәртергә

Тырнаҡлылар

үҙгәртергә

Уралда Тырнаҡлылар Әй йылғаһы ярҙарына ултырған.Боронғо шәжәрәлә яҙылғанса,уларҙың ырыу башлығы Иштәк хан булған.Унан һигеҙ улҡалған:Бикәтун(Бикәтин),Дыуан,Күбәләк,Һарт,Тамъян,Түбәләҫ,Үҫәргән, Тырнаҡлы. ”Иштәк” этнонимы боронғо фин-уғыр тамырҙарына ҡәрҙәшлек хаҡында һөйләһә,ҡаҙаҡ,ҡарағалпаҡ,ҡырғыҙҙарҙа “башҡорт” атамаһы булып йөрөй. Тырнаҡ – тамға рәүешендә лә йәшәгән тигән фараздар ҙа бар.Хәҙер Тырнаҡлылар Ҡыйғы районының - ете (Яуын,Иҫке Мөхәмәт,Йүкәлекүл,Сағир,Ибрай,Ураҡ,Яңы Мөхәмәт), Салауат районының дүрт (Торналы, Лағыр,Шәрәк,Әнйәк) ауылында йәшәйҙәр. 1725—1726 йылдарҙа Көнгөр бургомистры Юхнев төҙөгән исемлектә Тырнаҡлы олоҫо теркәлмәгән. 1737 йылда П.И.Рычков төҙөгәнсә,Тырнаҡлы түбәһе Әйле волосына ҡараған.Бөтәһе 113 кенә йорт теркәлгән. 1735-1737 йылғы хәрби хәрәкәттәр картаһында Тырнаҡлы волосы Әй йылғаһы буйлап Һатҡы,Усть-Ҡатау заводтарынан төньяҡтараҡ күрһәтелгән. 1795 йылда Тырнаҡлы ырыуына туғыҙ ауыл ҡарай: Шәрәк, Яуын, Лағыр, Мөхәмәт, Ибрай, Йүкәлекүл, Сағыр, Әйтеш, Елгилде. 1833 йылғы 8-се ревизия кенәгәләрендә 497 кешеһе менән унда ни бары бер ауыл теркәлгән:Лағыр(Үәскәй, Иҫке Йорт)-4-се көнбайыш башҡорт кантонының 3-сө түбәһе. Тырнаҡлылар Троицк өйәҙенә лә беркетелгән булған: Ибрай(Соңҡа, Сөӊкә), Әнйәк(1795, Тишек ҡаҙан),Сағир (Сутыш; 1740); Иҫке Мөхәмәт (Сыуашкин, Торнаморон -1740), Тирәк (1816), Йүкәлекүл(1760 - Йүкәле), Яуын (Жауын, Сыуаш- 1740). Ә хәрби мөнәсәбәттә улар 8-се кантондың 9-сы түбәһенә теркәлгәндәр,кешеләрҙең дөйөм һаны - 2454; XIXбыуаттың аҙаҡтарындаЗлатоуст өйәҙе Тырнаҡлы волосында 2886 кеше йәшәгән. Ҡараһаҡал етәкселегендәге 1739-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалының әҙәбиәттә сағылышы. Башҡорт халҡының тарихи үткәнен өйрәнәйем тиһәң,сәстәр үрә торорлоҡ документтарға юлығаһың да, “нисек беҙҙең башҡорттар,башҡортлоғобоҙ ер йөҙөндә тороп ҡала алған?” тигән тетрәткес һорауға килеп терәләһең. Халҡыбыҙҙың үҙ азатлығы өсөн бат¬шалыҡҡа ҡаршы бик йыш баш күтәреүҙәре,һәр ихтилалдың ҡот осҡос язалар менән баҫтырылыуы,батша генералдарының үҙ “эшмәкәрлек”тәре хаҡында яҙғандары – барыһы ла элек-электән башҡорт тарихсыларын,яҙыусыларын,шағирҙарын ғына түгел, хатта бүтән милләттәрҙең дә алдынғы ҡарашлы кешеләрен ҡыҙыҡһындырған.“Иван IV-нән һуңғы дәүер эсендә, үҙҙәренең хоҡуҡтарын даулап, башҡорттар һымаҡ ихтилалға күп күтәрелгән халыҡ Рәсәйҙә бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да булмаған” тип яҙған академик М. К. Любавский. Ихтилалдарҙың етәкселәре,батырҙары халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады аша ла хәтерҙәргә уйылған. Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған “Ҡараһаҡал” эпосында халыҡ араһында Ҡараһаҡал батыр тип танылған ысын шәхес,заманы өсөн уҡымышлы кеше үҙе тураһында: “Юҡ уйымда хан булыу, Йә булмаһа берәй хандың, Яу менән илен алыу! Мин - Уралдың балаһы, Мин тыуғанмын ҡан менән. Ҡойонғанмын ҡан менән. Ҡан күреп мин күҙ астым, Ил талаусы залимдарға Йәш булһам да яу астым!”- тип әйтә, имеш. Ҡурай моңо менән беҙҙең көндәргә килеп еткән башҡорт халыҡ маршы ла “Ҡараһаҡал” тип юҡҡа аталмағандыр. Ә бына Булат Рафиҡовтың “Ҡараһаҡал” исемле тарихи романында башҡорт халҡының 1735-1740 йылдарҙа Ҡараһаҡал — Миңлеғол Юлаев етәкселегендәге милли-азатлыҡ хәрәкәте ысынбарлыҡ күҙлегенән сағылдырыла. Унда Алдар батыр, Василий Никитыч Татищев, Бәпәнәй, Уразлин, Стрижевский, Әбелхайыр хан образдары әҫәрҙең ысын тарихи факттарға нигеҙләнеүе тураһында һөйләй. Яҙыусы Ғайса Хөсәйенов үҙенең “Батырҙар ҡиссаһы”нда: “Сәсән,шағир-импровизатор; үзбәк,ғәрәп,фарсы,ҡаҙаҡ,ҡалмыҡ телдәрен һыу кеүек эскән бөйөк илгиҙәр; илсе-дипломат” тип атай уны. Батша генералдарының, уларҙың ярҙамсыларының яҙмаларында Ҡараһаҡал -“аҡыллы, мауыҡтырғыс һәм дәлилле итеп һөйләүсе, дөрөҫ йәшәүсе, динле,үҙен Джунғар ханының юғалып ғәйеп булған улы Солтангәрәй тип хәйләләп таныштырған тел оҫтаһы, ә ысынында иһә Юрматы олоҫо башҡорто” (И.П.Рычков); “32 йәшлек хажи,башында һәр ваҡыт аҡ салма йөрөтә, Юрматы олоҫонда ҡатыны,ике балаһы,туғандары бар, ысын исеме – Миңлеғол,оҫта һыбайлы һәм уҡсы; Ҡөрьәнде яттан белеүсе, бер нисә ҡабат хаж ҡылған башҡорт” (В.Н.Витебский); ”яҡшы фекерләүсе, ҡыйыу, динле, Ҡөрьәнде һәм ғәрәп телен яҡшы белгән башҡорт”(XIX быуатта йәшәгән Р. Г. Игнатьев) Ҡараһаҡал шәхесе хаҡында ҡыҙыҡһынған, фәнни эштәр яҙған тарихсыларҙан Ирек Аҡманов, Марат Ҡолшәрипов, Әхмәтзәки Вәлиди Туған,С.У.Таймаҫов,Әнүәр Әсфәндияров һәм башҡалар, фольклор, архив материалдарына таянып, халҡыбыҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ изге эш башҡарғандар.

Ихтилалға күтәрелеү сәбәптәре

үҙгәртергә

1552 йылдың октябрендә Иван IV Ҡазанды емерә.Мәсеттәрен яндыра.Көсләп суҡындырыуҙар башлана.Ҡаса алғандарҙың ҡайһылары башҡорт ерҙәренә килеп һыйына. ...Төрлө ханлыҡтарҙың үҙ-ара ыҙғыштарынан биҙрәгән башҡорттарға уйламаған ерҙән ҡояш сыҡҡандай була: Иван батша башҡорттарға илселәрен ебәрә,дуҫлыҡ,иңгә-иң терәп йәшәүҙе тәҡдим итә.Был хәлдәр 1554-1557 йылдарҙа була. Килешеүҙә башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын, динен, йолаларын һаҡларға вәғәҙә бирә.1597 йылда Иван батша(“Аҡ батша”) үлеп китә.1613 йылда уның заты,Рюриковичтар династияһы, власть башынан китеүе була — Романовтар династияһы тәхеткә килә. Шунан башлап башҡорттарҙың Аҡ батша менән төҙөлгән килешеүҙәре юҡҡа сыға бара: хоҡуҡтар сикләнә , ерҙәр талана,тартып алына.Монастырҙар төҙөлә,мәжбүри суҡындырыуҙар башлана. Башҡортостанға башҡа халыҡтар күсереп ултыртыла,заводтар, ҡәлғәләр төҙөй башлайҙар. Һөҙөмтәлә XVII—XVIII быуаттар буйы башҡорт халҡы ихтилалдарға күтәрелә. 1734 йылдың көҙөндә Өфөгә, батшабикә Анна Иоанновнанан шәхсән рөхсәт алып,3500 һалдат,150 белгес менән генерал Кирилов килеп төшә.Башҡорт ерҙәрендә, Ур йылғаһы менән Яйыҡ ҡушылған ерҙә, ҡәлғә төҙөп,Ҡаҙаҡтар иленә,Урта Азияға сығыр өсөн туҡталҡа эшләргә уйлайҙар.Кириловтың хыялы: башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙе тулыһынса геофизик яҡтан өйрәнеү, тәбиғәт байлыҡтарын үҙләштереү, ҡәлғәләр менән уратып алыу. Уларҙың юҡҡа йөрөмәүен аңлаған башҡорттар ошо экспедицияға һөжүм итә.Ҡораллы,көслө ғәскәрҙәр бирешмәй: 1735 йылдың авгусында Ырымбур ҡәлғәһенең нығытмалары һалына ла башлай. Ләкин башҡорттарҙың көрәше тынмай. 1736 йылдың 19 февраль көндө Танып буйындағы Һөйәнтуҙ ауылы кешеләре(йәмғеһе меңдән ашыу), штыктар менән сәнселеп,ҡылыстар менән тураҡланып үлтерелә,105 кеше тереләй яндырыла.Был хаҡта И.П.Рычков 1759 йылда яҙып ҡалдыра. Ул Тәфтиләүҙең бухгалтеры булған шул саҡта.Вәхшилекте үҙ күҙҙәре менән күргән. Һөйәнтуҙ ваҡиғаһы шул йылда 24марттан 20 майға тиклем арала 200 тапҡыр ҡабатлана. Кириловтың командаһы тарафынан. 1736 йылдың 20 майындағы донесениеһында үҙенең яуызлыҡтарына маҡтанып яҙған башкиҫәр. Яндырылған башҡорт ауылдарының урынын,ерҙәрен башҡа милләттәргә бүләк итәләр. Шуның менән милләттәр араһында ыҙғыш,ризаһыҙлыҡ сәсәләр.

Ҡараһаҡал етәкселегендәге 1739-1740 йылдарҙағы ихтилал

үҙгәртергә

Ихтилалдар 1735,1736,1737,1738 йылдарҙа әленән-әле ҡуҙғалып та,ҡанһыҙҙарса баҫтырылып та тора.Дүрт йыл эсендә 696 ауылы яндырылып,13000 кешеһен язалауҙарҙа юғалтҡан башҡорттарҙы генерал Леонтей Соймонов бүтән баш күтәрә алмаҫтар тип уйлап, батшабикәне тынысландыра.Уныһы, йән башына һалым һалыу өсөн,халыҡ иҫәбен алырға бойороҡ бирә.Бер яҙып сыҡҡанды,икенсе ҡабат яҙып,ҡат-ҡат тикшерергә ҡуша хатта. В.Н.Татищев шул ваҡытта “эшмәкәрлек”тәре хаҡында доклад менән Санкт-Петербургҡа ҡайтырға тейеш була.Башҡалала ул Кабинетҡа башҡорттарға ҡағылған яңы проект тәҡдим итә: башҡорттарҙың яусыллыҡтарын Рәсәй дәүләте мәнфәғәттәрендә ҡулланып,уларҙы хәрби хәрәкәттәрҙә,һуғыштарҙа тулыһынса файҙаланыу,шулай итеп ихтилалдарынан ҡотолоу. 1739 йылда Л.Я.Соймонов етәкселегендә башҡорттарҙың иҫәбен алыу башлана.Шул ыңғай, быға тиклем булған ихтилалда ҡатнашҡан кешеләрҙең аттарын тартып ала башлайҙар. Штраф аттарын йыйыу тип аталған ул. Таланған,ҡыйралған,үс менән янған башҡорттар иҫәп алыусыларҙы асыҡтан-асыҡ ҡыуғандар. Ҡараһаҡал был күтәрелеште үҙ ҡулына ала. Күп телдәрҙә иркен аралашыусы кеше булараҡ, башҡорттарға Жунғария һәм ҡаҙаҡтарҙан үҙе яҡлы кешеләрҙе ярҙамға саҡырып килтерәсәге хаҡында әйтә, өҫтәүенә Төрөк солтанынан да ҙур ярҙам киләсәге тураһында вәғәҙә ала. Башҡорттар быға ышана, һәм 1740 йылда яңынан ҙур башҡорт ихтилалы башлана. Ҡараһаҡалдың был болаһы еңеүгә өлгәшһә, Әстрхан һәм Ҡаҙан ханлығын тергеҙеүгә өмөт ителә. Кем һуң ул Ҡараһаҡал? Карателдәр ғәскәре етәксеһе Урусов, 300-гә яҡын башҡорт әсиренән һорау алып, Ҡараһаҡал, ысынында иһә, — Нуғай даруғаһы Юрматы ырыуы башҡорто, тигән һығымтаға килә. Ҡараһаҡалды Хан итеп таныу уйына килгән һәм шуны ғәмәлгә ашырған Әләнйейәнғол старшина, батша ғәскәрҙәре ҡулына эләккәс, бик ҡаты язалау аҫтында Ҡараһаҡалдың кем булыуын һөйләп бирергә мәжбүр була. Уның һүҙҙәренсә, Ҡараһаҡал — Нуғай юлы Юрматы олоҫо башҡорто Миңлеғол Юлаев. Атаһы Ныязғол, Һәләүек буйында өйө, ғаиләһе бар. Унда әсәһе Емеш, ҡатыны Ҡышбикә, ҡыҙы Рәхимбикә, туғандары Ситембәт менән Бикбулат йәшәй (был кешеләр, аҙаҡ тотолоп, язалап үлтерелә) Башҡа мәғлүмәттәр буйынса,ул - Күсем нәҫеленә ҡараған Себер ханы. Хажи. Ысын исеме – Миңлеғол Юлаев.Эйәгендәге миңе буйынса Джунгар ханының ғәйеп булған улы Солтангәрәйгә оҡшатыусылар ҙа булған.Шунлыҡтан уны Солтангәрәй исеме менән хан итергә Әйле баш күтәреүселәре етәксеһе, старшина Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин тәҡдим иткән дә инде.Рус дәүләтенән бойондороҡһоҙ итеп, уға тиң дәүләт итергә теләйҙәр улар башҡорт илен. Ҡараһаҡал 1740 йылдың ғинуарынан алып Себер даруғаһы халҡын баш күтәреүселәр ғәскәренә йыя башлай.Февралдә Иҫке Мөхәмәттә старшина Йәрмөхәмәт Хажиҙың өйө алдында башҡорт старшиналары: Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин(Әйле олоҫо), улы менән Миңлейәр Ҡарабаев (Дыуан олоҫо), Исламғол Юлдашев(Ҡаратаулы олоҫо),Сәйетҡол батыр(Ҡыуаҡан олоҫо) уны Башҡорт Иленең Ханы итеп аҡ кейеҙҙә күтәрәләр.Күрше Үәскәйҙә (Әй йылғаһы аша) батша хәҙрәттәренә тоғро төрлө олоҫтарҙың башҡорт старшиналары:Шиғанай Бурһыҡаев(Шайтан-Көҙөй),Көҙәш мулла Рахманғолов(Ҡуҫа-Көҙәй),Рәҙмәт Сираев(Һарт) Ҡараһаҡалды,уның 28 көрәштәшен тотоп бирергә тип йыйналғандар. Әләнйейәнғол һәм Ҡараһаҡал етәкселегендәге ҙур булмаған отряд,Әй аша сығып,уларҙы сигенергә мәжбүр итә.1740 йылдың 21 февралендә Ҡараһаҡалдың,Тырнаҡлы олоҫондағы Бикмәй Теләүбирҙиндең өйөндә булып,мишәр Мансурҙың кешеләрен ҡырырға тигән ҡарар сығарыуы билдәле. Күрәһең, улар батша ғәскәрҙәре яҡлы булып ишетелгәндәрҙер.Мишәрҙәрҙе абруйлы Муса Сәйетовтың яҡлашыуы ғына ҡотҡара. Мартта - шул уҡ даруғала Йәрмөхәмәт Хажиев, Мәндәр Ҡарабаев һәм Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин менән берлектә хөкүмәткә тоғро старшиналар отрядтарына һәмЛ.Я. Соймонов етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы, апрелдә - Солтан Арыҫланбәков һәм Теләүкәй Олотимеров менән берлектә Нуғай даруғаһында, майҙан башлап Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе(Верхнеурал)янында һуғыша. 23 майҙа Яйыҡ йылғаһы (Урал) янында Ҡараһаҡал отряды Я.С.Павлуцкий һәм Языков етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алышта еңелә, 3 июндәТубыл йылғаһы янында Павлуцкий ғәскәрҙәре менән һуғышта тар-мар ителә. Ҡараһаҡал яралана һәм уны ҡаҙаҡ далаларына алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Халыҡ Ҡараһаҡалды иҫән ҡалған икән тип ышанырға теләй һәм,йәнәһе,ул яуҙаштары менән Урта ҡаҙаҡ йөҙөндә йәшеренә. Буйға оҙон,үзбәксә,фарсыса,ҡалмыҡса,ҡаҙаҡса бик иркен аралашҡан булғанға, Оло Ҡаҙаҡ йөҙө ханы һәм Шуна исемле жунгар принцы тип иғлан ителә,имеш.

Ихтилалда яҡташтарымдың ҡатнашыуы

үҙгәртергә

XVII-XVIII быуаттарҙа Тырнаҡлылар ихтилалдарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Йәрмөхәмәт Боҫҡанажаев, Мандар Мишәров, Байбулат Итҡосоҡов, Йәрмөхәмәт, йөҙбашы Тәтелсә Теләүбирҙин,Жауын Сыуашев, Муса Сәйетов, ә Әйле олоҫонан Сураш һәм Ҡыҙрас Килдешовтар,Заһит Миндеғужин, аталы-уллы Ҡайбаҡ һәм Япаш Ҡарабаевтар, Һөйәрғол Шурғынов,Йосоп Алыҡаев,Йосоп Тәүәтов,Йәнсура Йәнтимеров,Һартҡол Бикжанов,Ҡарабаш Үтәйәнов исемле яҡташтарыбыҙҙың исем-шәрифтәре һорау алыусыларҙың протоколдарында теркәлгән. 1738-1739 йылғы ихтилалды баҫтырғанда Сенат контораһына яҙған хатында Башҡорт Эштәре буйынса Хөкүмәт Комиссияһы етәксеһе,генерал-майор Л.Я.Соймонов 1738 йылдың 10 майынан 28 сентябренә тиклемге үҙенең баш күтәреүселәрҙе язалау(каратель) һөҙөмтәләрен күрһәткәндә,батша ғәскәрҙәренә Себер даруғаһынан Мандар,Төлкөсура, Сураш һәм тағы 1102 кешенең “ғәфү үтенеп килеүҙәре” хаҡында яҙа. Башҡорттар араһында батша ғәскәрҙәренә ярҙам итеп,үҙ башҡортон ҡырыусылар ҙа була,бигерәк тә старшиналар араһында. Старшина итеп күҙе яҙыу таныған,хәлле генә йәшәгән,батша хөкүмәте алып барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙы тәғәйенләгәндәр.Улар халыҡтан яһаҡты түләүҙе, хәрби хеҙмәткә егеттәрҙе ебәреүҙе,ерҙәрҙе,урмандарҙы һатыуҙа тамғалар ҡуйыуҙы һәм башҡа шундай эштәрҙе ойоштороп, хакимдарҙың яҡшы ғына ялсыһы ла булыу хеҙмәтен үтәгән. Мәҫәлән, 1739 йылдың мартында мишәр старшинаһы Йәнеш Абдуллин Өфө провинциаль канцелярияһына Үәскәй ауылының (Иҫке Мөхәмәткә Әй ашаһында ғына,хәҙерге Салауат районы,Лағыр ауылы) Асы Үәскәй өйөндә 100-ҙән ашыу кеше йыйылып, халыҡ иҫәбен алыусыларға ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтеү тураһында килешеүҙәре,араларында старшиналар ҙа булыуы хаҡында ошаҡлай. Старшина Йәрмөхәмәт Хажиев(? –03.06.1740) Пәйғәмбәребеҙ Әбү-әл-Ҡасим Мөхәммәт (570–632й.й..) Ҡөрьәнде тәфсирләгәндә: ”Ҡиәмәт көнөндә һеҙҙе исемдәрегеҙ менән саҡырасаҡтар, яҡшы исемдәр һайлағыҙ!”-тигән. ”Йәр” – фарсы теленән ингән, ”яҡын кеше,яратҡан кеше,яҡын дуҫ,иптәш” тигән мәғәнәлә йөрөй. Мосолмандар араһында киң таралған “Йәрмөхәмәт” – “аллабыҙ илсеһе Мөхәммәттең юлдашы, дуҫы”. Йәрмөхәмәт Хажиев - 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Тырнаҡлы олоҫо башҡорто. Шул уҡ олоҫтоң старшинаһы. 1739 йылдың көҙөндә Ҡараһаҡал, Мәндәр Ҡарабаев һәм ӘләнйейәнғолҠотлоғужин менән берлектә яңы ихтилал ойоштороуға тотона. 1740 йылдың ғинуарынан алып Себер даруғаһында Л.Я.Соймонов етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә һәм хөкүмәткә тоғро старшиналар отрядтарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Тубыл йылғаһы буйында Я.С.Павлуцкий етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта һәләк була” –бына ошондай мәғлүмәткә юлыҡтыҡ ауылдашыбыҙ хаҡында.Тимәк,ул да –хаж ҡылған кеше?Юҡҡа ғына протоколдарҙа “Хаджаев” тип теркәлмәгән дә инде! Старшина ла булған! Халыҡ араһында абруйы, зиһене, хәрби тәжрибәһе, яуҙа сыныҡҡанлығы булмаһа,старшина итерҙәр инеме? Ҡараһаҡал менән ҡулға-ҡул тотоношоп,бер һүҙҙән булып,старшина булған килеш, яуға уны нимә этәргән? Хан тиклем хан күтәреп, асыҡтан-асыҡ көрәшкә сыҡҡанда, ул, еңелгән осраҡта,ғаиләһе,туған-тыумасаһы,ауылы менән нимә булырын,уларҙы ҡырып һалырҙарын, яндырырҙарын, алпауыттарға ҡоллоҡҡа һатырҙарын аңлағандыр бит инде! Үкенескә ҡаршы, 1 апрелдә Әләнйейәнғол батша ғәскәрҙәренең ҡулына эләгә. Уны ныҡ язалап һорау алалар.

Ихтилалдың уңышһыҙлыҡҡа юлығыу сәбәптәре

үҙгәртергә

Ихтилалдарға халыҡ хис менән күтәрелә.Алдан әҙерлек булмағанлыҡтан,күп осраҡта яҡшы ҡоралланғандар тарафынан аяуһыҙ баҫтырыла. Ни өсөн башҡорттарҙың ҡоралланыуы йүнһеҙ булған һуң? Батша хөкүмәтенең 1675 йылдың 14 мартынан яһаҡ түләүсе халыҡтарға (ҡалмыҡтарға,башҡорттарға һәм башҡа урыҫ булмағандарға) тимерлектәр тотоу, ҡылыстар,тимерҙән баш,өҫ кейемдәре эшләү,һатып алыу тыйыла.1702 йылдың 4 мартындағы указ менән тағы ла был тыйыуҙар киңәйтелә, ә 1736 йылдың 11 февраленән урыҫ ауылдарынан,ҡалаларҙан тимерселәрҙе сығармаҫҡа, салғы,һабан,ат кәрәк-яраҡтарын тик ҡалаларҙа ғына яһарға,уҡ-һаҙаҡтарҙы,көкөрттө һәм башҡа шундай һуғыш әйберҙәрен урыҫ булмағандар менән алыш-биреш,һатыу-алыу итмәҫкә,күҙәтеүҙе көсәйтергә, тип, указ бөтөнләйгә нығытыла. Әбей батша указы буйынса, башҡорттар йәшәгән ауылдарҙа берәй генә осраҡ теркәлһә лә,ауылдар тотошлайы менән яндырылырға,кешеләре тереләй язаланырға тейеш була. Ҡараһаҡал бик аҡыллы, һалҡын ҡанлы, һуғышҡа оҫта башлыҡ булһа ла, беренсенән, баш күтәреүселәрҙең юғары ҡатламы(старшиналар,байҙар,тархандар) менән ярлы-ябаға,байғоштар араһында ихтилалдың маҡсаттары төрлө була, икенсенән, башҡорттар араһында һөнәрселек яҡшылап үҫешмәгәнлектән, уларҙың ҡоралдары - бик аҙ, уҡ-һаҙаҡ та йәшертен генә етештерелгән. Ә батша ғәскәрҙәрендә –туптар,мылтыҡтар һ.б..

1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарының эҙемтәһе

үҙгәртергә

Батшаның башкиҫәр генералдары һәр ваҡыт үҙ “эшмәкәрлек”тәренең һөҙөмтәһен яҙып,башҡалаға ебәреп,маҡтау алып торғандар.Леонтей Соймоновтың 1740 йылдың 13 июнендә яҙған, 23 апрелдән 10 июнгәсә ҡыйратҡан “эш”тәрен уҡыһаң, П.И.Рычковтың “Башҡорттарҙы язалау таблицаһы”н ҡараһаң,1735-1740 йылдар эсендә 28491(!) кешенең башына еткәнлектәрен “ташҡайҙарға соҡоп яҙырлыҡ ҡарғыш” та аҡлай алмаҫ! Рәсми хисаптарға ҡарағанда ла 1739-1740 йылғы ихтилалды баҫтырғанда һәм баҫтырғас, барлығы 696 башҡорт ауылы таланып, яндырыла, 16634 башҡорт үлтерелеп, 4 меңе төрлө ерҙәргә урыҫ араларына каторгаға ебәрелә, 9200 ҡатын-ҡыҙ һәм балалар эске Рәсәйҙәге урыҫ баярҙарына таратыла; башҡорттарҙан 20 меңләп йылҡы-һыйыр тартып алына һәм байтаҡ аҡса штраф итеп түләтелә. Был хисаптар – һаналып, бары рәсми ҡағыҙҙарға теркәлгәндәре генә, талау һәм үлтереүҙәр байтаҡҡа артыҡ булған, әлбиттә. Быларҙан тыш, боласылар меңәрләп-меңәрләп Себергә оҙатыла, түрә, купец һәм урыҫ крәҫтиәндәренә ҡол ителеп һатыла.Һәр ихтилал батшаларҙы борсоуға һалған,ғәскәрҙәре лә ҡырылған,әммә башҡорттарҙы улар бер ваҡытта ла тотошлайы менән крепостнойҙар итә алмаған. П. И. Рычков 1740 йылдың көҙөндә Ырымбурҙа һәм Һаҡмар ҡаласығында В. А. Урусов ойошторған экзекуцияларҙы бына нисек тасуирлаған: "… 11 кеше, шул иҫәптән телгә алынған Ҡараһаҡалдың 7 есаулы — ҡабырғаларынан, 85 кеше муйынынан аҫып, 21 кешенең, башы киҫелеп, ҡолғаға эленеп ҡуйылды, шул иҫәптән, Ҡараһаҡалды уйлап сығарыусы, башҡорттарҙы иң баш болартыусы Аллайейәнғолдоң (исемен Аландзи Айгул тип боҙоп яҙған) башын үле кәүҙәһенән киҫеп алдылар, сөнки ул, ҡарауыл аҫтында Ырымбурға килтерелгәндә, ун көн дауамында һыу эсеүҙән, ашауҙан баш тартып, үҙен-үҙе үлемгә дусар иткәйне. Һәм ҡалған яуыздарҙы 17 сентябрҙә, генерал-лейтенант Һаҡмарға килгәс, экзекуцияланылар: 120 кешенең башын киҫтеләр, 50 кешене аҫтылар һәм 301 кешене, танау-ҡолаҡтарын ҡырҡып, язаланылар … баш күтәреүселәрҙән тыш, уларҙың ҡатындары, ул-ҡыҙҙары, балалары — барыһы 8380 кеше Рәсәй эсендә таратылып бирелде Карателдәрҙән ҡасып, тыуған илен ташлап, ҡаҙаҡтарға һәм ҡалмыҡтарға киткән башҡорттарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Уларҙың күбеһе әсирлеккә эләкте һәм урындағы феодалдарҙың ҡолона әйләндерелде. Әсирлеккә эләккәндәрҙең күпселеге, шулай уҡ уларҙың ҡатындары һәм балалары, суҡындырылды һәм «теләгән рус кешеләренә» (охочим) бирелде, баш бирмәгәндәрҙе — язаланылар. Мәҫәлән, 1738 йылдың апрелендә Екатеринбургта яңы суҡындырылған Туйгилде Жүләков, «суҡындырылғандан һуң да, Мөхәммәт ҡанунынан сыҡмаған өсөн», балаларының күҙ алдында яндырылып үлтерелгән. 1739 йылдың апрелендә, өс тапҡыр тыуған иленә ҡайтыу теләге менән ҡасып киткән, суҡындырылған башҡорт ҡатыны Киҫәнбикә Байрасова яндырылған. П. И. Рычков язаланғандарҙың һанын дөйөмләштергән — 28491 кеше. Ҡорбандар тураһында был мәғлүмәт тулы булмаһа ла, ихтилалды баҫтырыу ни тиклем дәрәжәлә аяуһыҙ, ҡанһыҙ булғанлығын күрһәткән


Йомғаҡлау

үҙгәртергә

Халҡыбыҙҙың үткǝнен ѳйрǝнеү һǝр ваҡытта ла актуаль тема булып тора һǝм торасаҡ.Ә бына ауылыңдың, ауылдаштарыңдың күргән-кисергәндәрен өйрәнеү,тотош ил,республика күләмендә уның эҙе,исеме барлығын иҫбатларға тырышыу бигерәк тә заманса килеп сыҡты.Ни өсөн тигәндә,эҙләнеү эшемдәге хәл-ваҡиғаларға ошо көндәрҙә 280 йыл була. Йәрмөхәмәт старшина халҡын, илен,ерен ныҡ яратҡандыр .Шуға ла, ихтилалда ҡатнашып, ауылыбыҙҙа хан хәтле хан күтәртеүҙе үҙ өҫтөнә алғандыр,тип, эшемдең башында уҡ фараз иткәйнем. Эҙләнә торғас,ысынлап та уйлағанымдың дөрөҫлөгөнә инандым: уның бит үлгән көнө лә,һәләк булған ере лә билдәле.Тимәк,батша генералдарына ул яҡшы уҡ билдәле булған!Уға һунар иткәндәр! Шулай булмаһа,был тиклем теүәллек ҡайҙан? Башҡорт яугирҙары араһында ул мәғлүмәтте 1740 йылдарҙа кем яҙып ҡуйһын да,ҡайҙа һаҡланһын инде? 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары тураһында мǝғлүмǝттǝрҙең, тарихи китаптарҙың күп булыуы ҡыуандырҙы.Башҡорт халҡын ҡырып,язалап,уларҙың ҡандарында,күҙ йәштәрендә ләззәтләнгән батшалар,батшаларҙың генералдары,ҡаршылашырға хоҡуҡһыҙ һалдаттары, үҙҙәре лә белмәй,беҙгә тарихи дөрөҫлөктө яҙып ҡалдырған бит! Тарихсыларыбыҙ беҙгә олатайҙарыбыҙҙың кисергәндәрен, үҙ зиһендәре,күңелдәре аша кисереп,элекке яҙмаларҙы өйрәнеп,сағыштырып, әҙерләп бирҙе.Тик уҡы,өйрән генә! Тикшеренеү эшен башҡарған саҡта интернет селтәрендǝ бик күп мәғлүмәттәргә юлыҡтым, китаптар уҡыным,ихтилалдың сǝбǝптǝрен, барышын ѳйрǝндем, яҡташтарымдың исемдәрен,азатлыҡ,ирек өсөн көрәшен күрһǝтергǝ тырыштым. Яҡташтарымдың бик аҙының ғына исемдǝрен ошонда таба алғаныма ǝсендем,лǝкин күп яҙыусыларҙың ғилми-тикшеренеү эштǝре менǝн танышыуым миндǝ халҡым ѳсѳн ғорурланыу тойғоһо уятты. Ҡуйылған маҡсаттарыма ирешкǝн ваҡытта алдан билдǝлǝгǝн фаразымды иҫбатлап, минең яҡташтарымдың, батшаларҙы дер һелкетеп,халҡыбыҙҙың аҫабалығын һәр ихтилал һайын иҫбатлауҙарына, башҡорттар йәшәгән ерҙә бер ваҡытта ла крепостнойлыҡ булмаясағын әленән-әле иҫтәренә төшөрөп тороуҙарына һоҡландым. Ауылдаштарыма, класташтарыма һѳйлǝнем.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин. Һуңғы башҡорт ханы йәкиАҡай-Ҡараһаҡал яуына яңы ҡараш (аҙағы). Ағиҙел журналы, 2009 йыл, 10-сы һан.
  • Һуңғы башҡорт ханы йәки Аҡай-Ҡараһаҡал яуына яңы ҡараш (башы). Ағиҙел журналы, 2009 йыл, 9-сы һан.
  • Булат Рафиков. Ҡараһаҡал. Роман.- Өфө, 1989.
  • Ғайса Хөсәйенов. Батырҙар ҡиссаһы. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1986 й., 295 бит
  • Ғайса Хөсәйенов. Батырша. Тарихи роман
  • Ҡараһаҡал библиографик һүҙлектә online
  • Ҡыҫҡаса башҡорт энциклопедияһы БСЭ Ҡараһаҡал яуында
  • “Ҡараһаҡал” ҡобайыры Башҡорт халыҡ ижады VIII том. Өфө – 2006.
  • Таймасов С.У. К вопросу о происхождении Карасакала //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2004. Т.9. №4.
  • Хрестоматия по истории Башкортостана.Научный рук.-ль И.Г.Акманов.Уфа «Китап»1996.
  • Айле.Тырнаклы.Тубаляс.История башкирских родов.Том25.Часть I.Уфа -2017.


“Башҡортостан ынйылары” республика балалар конкурсының муниципаль этабына эҙләнеү-тикшеренеү эше.
Башҡарҙы: Х класс уҡыусыһы Сәлимйән Яруллин.
Етәксеһе: Сәриә Сәлим ҡыҙы Яруллина.

Иҫке Мөхәмәт - 2020.