Ауылды кем яҡлар?
Кем белмәй икән Ленинград блокадаһын, һәр төшөн үлем шәүләһе ҡаплаған 900 көнлөк тамуҡтан тере йән ҡалыуына хайран-вайран булырһың. Ә бит ауылдың хәле блокаданыҡынан һис тә кәм булмаған, һуғыш менән башланып, 1418 көндә генә лә тамамланмаған.
Осор бер кемде лә аямаған. Шулай ҙа, ҡалала һәр кемгә тәғәйен норма, һәр көнгә талон булған. Нимә ҡушып бирһәләр ҙә, ул норманың икмәк тип атарлыҡ ерлеге булған. Ҡала кешеһенең әҙме-күпме баш терәр, серем итер форсаты булған.
Ленинград блокадаһы икмәге рецебын күптәребеҙ белә лә ул, ауыл икмәгенекен кем белһә икән? Ул «икмәктә» нимә булһа булған, тик он әҫәре генә булмаған, һәм норма итеп тә бирелмәгән. Эш менән эш араһында, йәйен үлән эҙләп йән аҫраһалар, ҡыш бит аслыҡ тотош ғаиләләрҙе салғылай сапҡан.
Тамаҡ ялһыҙ эшләү — таяҡтың бер осо ғына. Икенсеһе, ит, май, йомортҡа тапшырыу йөкләмәһе. Мал көтәһеңме, юҡмы, тыумы, һауҙырғанмы-тапшыраһың. Үтәмәһәң-төрмә. Ерҙә ятҡан бер бөртөк иген ҡапҡан өсөн дә нәҫелеңде ҡоротоу янай.
Үгеҙ, һыйыр йәнәшәһендә екке булып йөрөгән ҡыҙ-ҡырҡын төнөн генә үҙ донъяһын хәстәрләп, малына аҙыҡ әҙерләһен, ҡышҡы төндәрҙә йөн иләп, фронт өсөн ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләһен, аҙыҡ-түлек киптерһен. Шунан ни саҡлыһы ҡырылды ла, ҡалғандары ни мөғжизә менән иҫән ҡалды икән?
Тыл ҡорбандарын ниңә һуғыш ҡорбандары иҫәбенә индермәйҙәр икән? Бөтә ил йыл һайын Еңеү көнөн билдәләгәндә, ниңә 1947 йыл фәжиғәһен иҫләүсе лә юҡ?
Ауылға баш эйеп, рәхмәтен әйтеүсе булырмы берәй ҡасан? Яғыулыҡһыҙ танк, самолет-бары металл өйөмө генә. Икмәкһеҙ һалдат та Еңеү килтерә алмаҫ ине.
Бары һуғыш йылдары өсөн генә лә ауыл компенсация һораһа, түләп бөтөргөһөҙ бурысың бар, Рәсәй, елкәңдә. Ауыл һеңеренә балта сабыр алдынан, ауылдарҙы бөтөрөү сәйәсәтен алға һөргәндә, иҫеңә төшөрһәңсе: бары китеп бөтөп, һуңғы ҡарт-ҡоро ҡалғанда ла, ул кеше алдында, ул ауыл алдында бурысың барлығын.
Ҡотлобаева К. З. Бөрйән районы, Байназар ауылы.