Ауылдарҙың күрке булған, тормош юлы фәһемле, абруйлы инәйҙәр тураһында яҙмалар [1]

Башҡорт тирмәһендә
  • Әбйәлил районы, Йәнекәй ауылында йәшәүсе, Дауытова Мәреүәт Хәмит ҡыҙы.

Әсәйебеҙ колхозда бер эштән дә ҡалмай эшләй, ә төндәрен, ҡулы оҫта булғас, кешенең үтенесен кире ҡағырға ҡыймай, кейем тегә, балаҫ, әрмәк, шәлдәр һуға. Уның бешергән тәмле аштары, күпереп бешкән икмәктәре, бәлештәре, күпереп-ташып торған буҙаһы телеңде йоторлоҡ. Өлгөлө әсәй, өләсәй, алсаҡ, һәр кемгә кәңәшен биреүсе ағинәй, тыл ветераны.” Һуғыш балалары “ миҙалына лайыҡ була. Күп йылдар Һабан туйҙарында ҡул эштәре ярыштарында ҡатнашып урындар, ҡиммәтле бүләктәр ала. Әле лә әсәйебеҙ оло йәшенә ҡарамаҫтан, өйөбөҙҙөң нигеҙен ташламай, йылы аштарын әҙерләп, балаларын, тыуғандарын үҙенең янына йыйып, хөрмәт итә. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, йылы ойоҡбаштар бәйләп ҡыуандыра (Ямиля Хисматова). Ауылым инәйҙәре

Инәйҙәрем [2]

үҙгәртергә

Рәйсә Үҙәнбаева

 
Башҡортостан, Бөрйән районы - panoramio

Инәйҙәрем...Балалар үҫтергән, ғаилә тәрбиәләгән, тәүҙә колхозда, унан һуң совхозда һыйыр һауған, быҙау, һарыҡ ҡараған, картуф, сөгөлдөр утаған, аҙаҡ уны йыйып алып, тапшырған, бесән сапҡан, һуғыш мәлендә ирҙәрен, улдарын яуға оҙатып, йылдар буйы уларҙы көткән, ерен дә һөргән, игенен дә сәскән, трактор йөрөткән, үгеҙ егеп, йөк ташыған һәм башҡа бик күп эш башҡарған инәйҙәрем.

Мин – һуғыштан һуң ете йыл уҙғас тыуған бала. Революция, граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы осорон кисергән инәйҙәр менән йәшәгән бала, үҫмер сағымды улар менән бергә үткәргән быуын вәкиле. Бына шул атап кителгән осорҙа ауылымдың донъя тотҡалары булған ҡатындар тураһында был яҙмам.

Ул йылдарҙа Байышта ике урам ине. Урғаҙаның теге яҡтары беҙҙе «аръяҡтар», беҙ ҙә уларҙы «аръяҡтар» ти инек. Беҙҙең биръяҡ – оҙонораҡ. Магазинға тиклемге өлөш – түбән яҡ, ары – үръяҡ. Ауылдағы бөтөн инәйҙәр ҡәҙерле, һәм һәр береһе тураһында әйтер йылы һүҙ, матур хәтирә бар. Әле мин түбәнъяҡ инәйҙәре тураһында яҙырға йыйынам.

Улар тураһында уйлай башлаһам, иң алда Камал инәй күҙ алдыма килә. Тулы исеме – Ғәйникамал. Мин белгән беренсе өйө ауылдың иң осонда ине. Өләсәйем, ниңә шул тиклем ярлы ул, тигән һорауға: «Үҙ балалары булмағас, шулай инде.Тәүге ире һуғышта үлә. Икенсе бабайы менән дә оҙаҡ йәшәй алманы Ғәйникамал. Бабай үлгәс, үгәй балалары сығарып ебәрҙеләр. Ауылда уның яҡын әҡрәбәһе лә юҡ ине. Шул әллә ҡасандан буш торған таш өйҙө төҙәтеп инде», – тине. Ҡалын итеп таштан һалынған өйҙөң түбәһенә нәҙек бүрәнәләрҙе теҙеп һалып, өҫтөнә һалам һалынған, уның өҫтөнән балсыҡ һәм тупраҡ түшәлгән. Иҙәне лә балсыҡтан. Инәй уны шыйыҡ масса менән тигеҙләп,ҡатырып ала ине. Стена ҡалын булғас, тәҙрә төбө иркен. Урындыҡ (һике), өйҙөң дүрттән бер өлөшөн алып торған мейес, мейес менән һике араһында – ағас кәштәләр.

Мәктәпкә барып, М. Ғафури әҫәрҙәрен өйрәнгәндә, ярлыларҙың донъяһын Камал инәйҙең шул өйө итеп күҙ алдына баҫтыра инем. Әммә инәй үҙе шул йәмһеҙерәк донъяһының киреһе булды: һәр ваҡыт ап-аҡ яулыҡ ябынған, аҡ күлдәкле. Зәңгәр күҙҙәрен көлдөрөп, йылмайып йөрөр ине. Яңғыҙ йәшәгәс, берәй баланы йә оло инәйҙе йоҡларға ала. Кисен әкиәт һөйләй. Эше булһа, миңә һабын иҙеп бирә лә, һалам бөртөгө менән шул шыйыҡсаны киң тәҙрә төбөнә ултырып, төрлө төҫтәге шарҙар осорам.

Эскән сәйҙәренеңең ҡаптарын ташламай, матур итеп кәштәһенең төбөнә теҙеп ҡуя. Уҡыуға йөрөй башлағас, сәй ҡурғаштарын һорап алып, йондоҙсоҡтар ҡырҡып, ҡара күлдәккә тегәбеҙ. Осона ай ҡуйып,ҡалпаҡ эшләп кейәбеҙ. Шыршы байрамына арналған костюмыбыҙға «Айлы төн», «Айһылыу», «Төн ҡыҙы» тип исем атайбыҙ.

Бына Камал инәй ҙә беҙҙең ҡаршыға ғына таҡта иҙәнле, таҡта түбәле өйгә күсте. Айнулла ағайҙар аръяҡҡа йорт һалып сыҡҡас, уларҙың иҫке өйөн һатып алды. Шул тиклем ҡыуанды ул! Иҙәндәрен ҡырып, һап-һары итеп йыуа ине.Уның көлгә күмеп бешергән икмәге лә матур, ҡыҙғылт һары ғына. Ҙур кешеләй итеп: «Ҡыҙым, әйҙә, яңы икмәк менән сәй эсәйек», – тип саҡыра. Йылы икмәк киҫәгенең эсенә май ҡыҫтырып, тәмле итеп ашайбыҙ. Ҡайһы саҡта табынға сейәле май ҙа сығып ҡуя. Бер һыйыр тотто инәй. Табыны һыйлы булды. Йәйен емеш-еләккә йөрөнө. Шуға сейәле, муйыллы майҙар, таш келәттән сыҡҡан һуҙылып торған ҡаймаҡ, камауай шәкәр ашъяулыҡҡа ҡуна. Һарайы урам ҡапҡаға яҡын, көтөүгә һыйырҙы шунан ҡыуа. Ә ишек алдындағы үлән тапалмай: төрлө сәскәләр үҫә. Йылғаға уның урамы аша берләм һуҡмаҡтан йөрөйбөҙ. Матур сәскәләргә һоҡланабыҙ. Уларҙы өҙөргә рөхсәт итмәй инәй. Беҙҙең ауыл ялан зонаһында урынлашһа ла, тауҙары ла, ағаслыҡтары ла, йылғаһы ла бар. Әммә утынға ҡытлыҡ һәр ерҙә булғандыр. Яҙ етһә, тиҙәк һуға торғайныҡ. Ҡыш буйы йыйылған мал тиҙәген таратып, кистән мул итеп һыу һибеп ҡуялар. Иртәнсәк һыбайлы үҫмерме,егетме килеп, тиреҫте тапата.Унан өмәгә саҡырылған балалар, ҡалыптарҙы тотоп килеп, тиҙәк һуғабыҙ. Берәү һәнәк менән һалып тора, үҙебеҙ йә төплө, йә төпһөҙ ҡалыпҡа һалынған массаны яланаяҡ ныҡ итеп тапап, тығыҙлайбыҙ. Төпһөҙ ҡалыптар, әлбиттә, мәшәҡәтерәк. Уны, һыу һибелгән таҡта буйлатып, өҫкә ҡала торған өлөшөн шыма итеп тартып алырға кәрәк. Һәр кемгә айырым биләмә бүлеп бирелә (сөнки аҙаҡ беҙҙең эш иҫәпләнеп, аҡса түләнә). Өмәселәрҙе төшөн аш менән һыйлайҙар.Эш бөткәс, йылға тултырып һыу ингәндән һуң, бутҡа, бауырһаҡтар менән сәй эсерәләр.

Тиҙәк өмәһе тураһында мин бер әҙәбиәттә лә уҡығаным юҡ, шуға бер аҙ туҡталырға булдым. Тиҙәк бер аҙ һурыҡҡас, уны әйләндереп, икешәрен бер-береһенә һөйәп ҡуялар. Аҙаҡ уларҙың төркөмдәре ҙурая бара, һөҙөмтәлә ҙур бер өйөм барлыҡҡа килә. Ҡыш шул тиҙәктәрҙе ваҡлап, мейескә яға инек. Ә эшләп алған аҡсабыҙға китап, дәфтәр һатып алабыҙ.

Ошо өмәләргә иң теләп барғаныбыҙ – Камал инәй өмәһе. Сөнки ул беҙҙе йылы һүҙҙәр менән маҡтап-маҡтап эшләтә, көсләп-көсләп ашата, һыйлай. Матур йылмайып йөрөгән сағы кеүек, уның бойоҡ саҡтары ла булды. Ниҙәр уйлап ултырғандыр матур инәй: «Эййй, бәхетең тишек тоҡсайҙа булғас, ни хәл ҡылаһың инде!», – тип ҡуя торғайны.

Камал инәй һөлөк һалыу оҫтаһы булды. Ҡан тамырҙары менән ыҙа сиккәндәр уға һөлөк ҡуйҙырырға йөрөрҙәр ине. Ҡыҙыл кирбесте ҡыҙҙырып, теше һыҙлаған, эске органдарына һалҡын алдырғандарҙы ла дауаланы. Уның тәҙрә төбөндә таҙа һыулы банкала һөлөктәр йөҙә ине. Шуларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтә инек.

Камал инәй алтмыш – алтмыш биш йәштәрҙә был яҡты донъя менән хушлашты. Әсәй-өләсәйҙәрҙең: «Ғәйникамал нәҙек менән ауырый», – тип шыбырлап ҡына һөйләшкәндәрен ишетеп, нәҙеге ни икән, тип ҡайғырғаным хәтерҙә. Түшәккә ятҡас, тәүге иренең балалары (уны йәшләй генә ҡатыны үлгән иргә биргән булғандар) алып ҡайтып киттеләр. Ул киткәс, беҙҙең түбән остоң бер йәме, ҡото кәмене...Баймаҡ ҡалаһында ерләнде инде Камал инәй.

Минең ҡәртәсәйем «шәлсе Айһылыу» исемен йөрөттө. Ул ҡатын-ҡыҙ өсөн станокта кәзә мамығынан шәл һуға торғайны. Шәлгә заказ туҡтап торһа, ҡылдан йәки сепрәктән балаҫтар һуҡты. Өйҙөң байтаҡ өлөшөн алып, станогы тора. Заказ үҙебеҙҙән генә түгел, күрше-тирә ауылдарҙан да күп булды. Өләсәй (ул ҡәртәсәй тип әйттермәне) киң күңелле, кешегә ярҙамсыл булды. «Ярты икмәге булһа, Айһылыу ҡунаҡ саҡыра», – тигәндәр әбейҙәр уның тураһында. «Ҡара иҫәпкә» шәп ине. Арифметика, математиканан ҡараламала иҫәпләп сығарырға иренһәк, өләсәйҙең зиһенен эшкә ҡуша инек. Өләсәйебеҙҙең ҡараһүҙҙәрен тыңлап, йомаҡтарын сисеп, күңелле кистәр үткәрәбеҙ.

Әсәйемдең һеңлеһе Ғәйшә апай беҙҙә йәшәп, һауынсы булып эшләне. Өләсәйҙең һорауы буйынса «Ырғыҙ» романын уҡый (әҫәрҙең яңы донъя күргән сағы), беҙ ҙә тыңлайбыҙ. Тик сәғәт ун берҙә моторҙы һүндерәләр. Үкенә-үкенә йоҡларға ятабыҙ. «Беҙҙең өйҙөң йәме» донъя күргәндә лә мин уҡыуға бармаған инем әле. Ваҡыты булғанда ғына, инәлә-инәлә апайҙан уҡыта инем.

Камал инәйҙең уң яҡ күршеһе Хөмәйрә инәй булды. Ғатаулла олатай һуғышҡа киткәндә, Хөмәйрә инәй дүрт ҡыҙы, ҡәйнәһе менән ҡала. Ауыр яралар менән фронттан ҡайтҡан кеше Байышта йорт төҙөп, ғаиләһен күсереп, нигеҙен нығытып өлгөрҙө. Ғатаулла олатайҙың улдар үҫтерергә теләге ҙур булғандыр инде. Һуғыштан һуң уларҙың өс улы тыуып ҡала. Тик олатайҙың ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Фронтта алған яралар уны иртә алып китте был донъянан. Тыл хеҙмәте ауырлығын күргән инәйгә улдарын яңғыҙ үҫтерергә тура килә. Ҡәйнәһен тәрбиәләп, бер ҡыҙын ерләп, балаларын башлы-күҙле итеп, туйҙар үткәргән инәй 96 йыл йәшәп, бынан ун йыл элек донъя ҡуйҙы.

Камал инәйҙең һул яҡ күршеһе – унан 15-20 йәшкә кесе Мәрфуға инәй булды. Ул төҫө менән күршеһенең ҡапма-ҡаршылығы: ҡап-ҡара сәсле, ҡара күҙле, ҡуңыр йөҙлө инәй ине. Бик уңған, эштә «ҡара тырыш» ҡатын булып күҙ алдында тора. Һарыҡтар ҡараны ул. «Сәкмәнщица» ти торғайнылар. Совхоз һарайында ла, үҙ йортонда ла билен быуып мал ҡараны. Фуфайканың өҫтөнән алъяпҡыс йә халат кейеп, билен быуып йөрөр ине.

Мәрфуға инәй ҙә, яңғыҙ йәшәмәһә лә, яңғыҙ ҡатын булды. Һуғыш башланыр алдынан уны Сыңғыҙ ауылынан Сирбаев тигән егеткә кейәүгә бирәләр. Балалары булырға ла өлгөрмәй, кейәүен фронтҡа оҙаталар. Сыңғыҙҙа иренең үлем хәбәре килгәнсе йәшәй ҙә, әсәһе янына ҡайта. Берәр балам булһа, әллә, туғандары араһында йәшәһен, тип, шунда ҡалыр инем, тигәне хәтерҙә. Уның ҡайтыуы әсәһе Гөлзәғифә инәйгә ҙур ярҙам булған. Тәүге иренән Мәрфуға, Ғәниулла, Риза тигән балалары ҡала. Ҡолмөхәмәтовтарҙы, хәлле йәшәгәндәре өсөн, халыҡ дошмандары, тиеп, Себергә ебәрәләр. Шунда вафат булып ҡалалар. Колхозға Өфө яғынан мал ҡыуып килеүселәрҙең Миңлеғәли исемлеһен Гөлзәғифә инәйгә фатирға ҡуялар. Ул тол ир икән. Инәйгә тәҡдим яһай. Ҡайтып ҡыҙы Йәмиләне алып килә. Шулай дүрт бала өҫтөнә уртаҡ балалары Таһир, Кәрим, Зәүрә тыуа. Миңлеғәли Хәбирйәнов фронтта һәләк була. Ғәниулла олатай ҙа йәшләй генә фронтҡа алына. 1952 йылда ғына тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайта. Биш баланы әсәһенә Мәрфуға инәй ҡарап үҫтерешә. Улар үҙаллы йәшәй башлағас та, яңғыҙ йәшәмәй. Риза ҡустыһының ҡатыны үлгәс, етем ҡалған балаларының береһен үҙ тәрбиәһенә ала.

Мәрфуға инәйҙең йорто ялт итеп торҙо. «Мейестәре ап-аҡ, плитәләре таҙа, хатта һыу тамған эҙе лә юҡ», – ти торғайны әсәйем. Мәрфуға инәй күрше-тирәгә үтескә аҡса биреп тора торғайны. Шул йыйнаҡлығы, аҡса тота белеүе өҫтөнә, уның йорто түбәнге оста иң матуры ине.

Арыраҡ Латифа инәй йәшәне. Гөлзәғифә инәйҙең килендәше булараҡ, ул да халыҡ дошманының ҡатыны ине. Ҡолмөхәмәтовтарҙың барыһын да, хәлле йәшәгәндәре өсөн, Себергә һөрөп ебәрә Совет власы. Латифа инәйҙең ике улы булды: Зәйнулла, Әхәт. Зәйнулла олатай фронтта контузия алып ҡайта. Бик грамоталы ине, тип һөйләй торғанылар. Фронттан ҡайтҡас, Маһикамал тигән һылыуға өйләнә. Ике бала тыуып, өсөнсөһө ҡорһаҡта саҡта, башҡа алған контузия эҙемтәһенән ул ауырый башлай. Ҡатыны, балаларын алып, әсәһенә ҡайтып китә. Әхәт ағай, өйләнеп, ғаиләһе менән совхоз үҙәгенә күсте.Латифа инәй, ғүмеренең ахырынаса ауырыу улын яңғыҙ ҡараны. «Ни тиклем ыҙалаһам да, ситтәр алдында уф тимәм», – ти торғаны. Хөкүмәт тарафынан ветерандарға әллә ни ярҙам булмағандыр, ул осорҙа. Зәйнулла олатайға 70-се йылдарҙа совхоздың кирбес өйөнән бер бүлмә бирҙеләр.

Арыраҡ фронтовик Нуриәхмәт олатай менән Сәхипъямал инәй йәшәне. Уларҙың ике еткән улы, һуғыштан һуң тыуған бер ҡыҙы бар. Сәхипъямал инәй эшкә уңған, телдәр, торғаны бер тере энциклопедия ине. Өлкән улы, Нурислам ағай, рус теле уҡытыусыһы, төҫкә сибәр, мәҙәниәтле кеше булды. Әсәһенең зиһененә таянып, Юлыевтарҙың (Юлый тархан тоҡомо) шәжәрәһен ул төҙөнө. Шул тиклем тармаҡлы-тармаҡлы быуындар теҙмәһен нисек хәтерендә тота алғандыр Сәхип инәй? Уның ҡаҡса кәүҙәһе, көслөрәк ел иҫһә, яҙып ябынған яулығын парус итеп, һауала йөҙөп китер кеүек ине.

Ғәлиә инәй – Фәтхулла олатайҙың икенсе ҡатыны. Етем ҡалған дүрт бала өҫтөнә килгән. Бала йәнле, кешегә йомшаҡ һүҙле, ярҙамсыл инәй. Яңғаҙы ауылынан Мәскәүгә, Парижға барып бейеп ҡайтҡан Барлыбаевтың ҡыҙы ине. Бешереү-төшөрөүгә оҫта булды. Туй булһа, туғалы ҡунаҡ саҡырһалар, ул ярҙамға килә. Фәтхулла олатайға тағы ике ул табып бирҙе. Барыһын да күҙле-башлы итеп, тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар.

Ун ике бала табып үҫтереүсе герой-әсә Мәғәтифә инәй һауынсы булып эшләне. Ғаилә башлығы Вәғиз олатай йәшләй генә фронтҡа алынып, ҡулын өҙҙөрөп ҡайтҡан ине. Шуның өсөн уны үҙенең артынан - сулаҡ; эшсән, уңған булғаны, етеш йәшәгәне өсөн кулак тинеләр. Бер мәл Мәғәтифә инәй минең менән ҡыҙы Хәмиҙәнең уйнағанды ҡарап ултыра. Мин өләсәйем тегеп биргән ҡара сатиндың эсенә һарыҡ йөнө һалып һырылған пальто кейгәнмен Инәй: «Ҡыҙым, һин инде был пальтоны кеймә. Атайыңа әйт, яңғыҙ ҡыҙыңа магазин пальтоһы алып бирә алмайһыңмы? Был пальтоны эткә түшәк итеп бирәм, тигән», – ти. Мин: «Хәмиҙәнеке магазинданмы?» – тим. Ул ике ағаһынан ҡалған малайҙар пальтоһынан булһа ла, фабрикала тегелгәнде кейгәйне шул.

«Ярай, әйтермен. Ана, Вәғиз олатай һыңар ҡуллы булһа ла, балаларына магазин пальтоһы алып кейҙерә, тиермен». Мәғәтифә инәй көлдө-көлдө лә: «Бәләкәй генә булһаң да, йәздеүһең шул, ҡыҙым», – тине. Минең оҙон ғына монологтан һуң,бер аҙ күҙ йәше лә ҡушылғас, Сибайҙанмы, Баймаҡтанмы фабрикала тегелгән пальто алып ҡайтып бирҙеләр. Мин ул саҡта фабрика һүҙен дә белмәй инем әле. Күлдәк, пальтоларҙы икенсе, ҙурыраҡ магазинда тектереп килтерәләр, тип уйлай инем.

Мәғәтифә инәйҙәрҙең ҡаршыһында ҡәйнәһе Хөсниә инәй йәшәне. Ул баҡсасы булараҡ хәтерҙә ҡалған. Вәғиз улының һәм уның ғына йорт алдында оҙон, бөҙрә тирәктәр үҫә ине. Зәкәриә олатай улы менән Свердлауға ылау сапҡанда бер урыҫ үҫентеләр биреп ҡайтарған икән. Ә картуф баҡсаһының алғы өлөшөндә кишер, ҡыяр, кәбеҫтә, һуған үҫә. Малайҙар шунда төшкөләй торғайны. «Әсәйегеҙгә әйтегеҙ ҙә, минән орлоҡ алып, үҙегеҙ үҫтерегеҙ», – тигәнен хәтерләйем. Хөсниә инәйҙең күршеһе Нәзифә инәй ҡомалаҡ йыйып, унан әсетке эшләп, ҡабарып торған икмәктәр бешереүе менән дан тотто. Һуғышҡа ҡәҙәр тыуған ике ҡыҙы, бер улы менән Фәхраз олатайҙы көтөп алғандар. Һуғыштан һуң бер ҡыҙ, бер ул тапҡан инәй ҡаты ғына булды. Уларҙың фронтта йөрөп, «ҡаны боҙолоп ҡайтҡан» ирҙәре менән килешеп йәшәүе лә еңелдән булмағандыр. Өлкән улы Хәйривара өйләнеп, улы тыуғас, уның һәм Нәзифә инәйҙең кинйә ҡыҙы Йәнифәнең сәңгелдәктәре йәнәшә элеүле тора.

Һуғыштан һуң, күҙ-баш алғас, 50-60-сы йылдарҙа ауылда күпләп йорттар яңыртылды. Һәр бер йорт янында яңы буралар торор ине. Аҙаҡ, йорт күтәргәндә, өмәләр яһала. Һарыҡ һуялар, бал әсетелә, тәм-том бешерелә. Нәзифә инәйҙән яҫтыҡ ҡәҙәре ҡомалаҡ икмәге бешертеп алалар. Ул йылдарҙа төҙөлгән ҡайһы йорттар әле лә бар әле.

Бирерәк Ғәйникамал инәй йәшәне.Ун һигеҙ йәше тулыр тулмаҫ бер улын фронтҡа алалар.Ул һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Ике улын, ике ҡыҙын яңғыҙ аяҡҡа баҫтыра. Сабирйән улы Темәс педучилищеһын, ситтән тороп Свердловск пединститутын тамамлап, партия органдарында эшләне, мәктәптәрҙе етәкләгән осоро яңы мәктәптәр төҙөтөүгә күп көс һалды. Ирен, халыҡ дошманы тиеп, шахтаға эшкә ебәрәләр, шунда үлеп ҡала. Фронттан һалдаттар ҡайта башлағас, ауыл халҡы күрергә бара. Хәсәнов Зәкирйән олатай ҡайтҡас та, халыҡ йыйыла. Ҡара ҡашлы, ҡара мыйыҡлы һалдатты күргәс, Ғәйникамал инәй: «Хас Сталин, хас Сталин бит был!», – тигән икән. Шунан алып Байыштың үҙ Сталины булды.

Бирерәк өләсәйемдең (ҡартәсәйемдең) ҡыҙы Гөлйәмилә инәй йәшәне. Уны Манһыр ауылына кейәүгә биргәндәр. Ирен фронтҡа алғанда ҡулында бер балаһы, ҡорһағында икенсеһе менән ҡала. «Эээййй, тыумайынса етем ҡалды ҡайһы бер балалар», – тип уфтана ине өләсәй. Ошо инәйем эшкә егәрле, телгә үткер, ирҙәрсә көслө булды. Ул килә башлаһа, нигеҙ буйынан үткәнендә, миңә өй һелкенгән кеүек тойола ине. «Бөлөлә (Гөлйәмилә, тип әйтә белмәгәнмен инде) инәй килә. Ҡайҙа ғына йәшенәйем?», – тип йүгергеләгәнем хәтерҙә. Үҙенең ҡыҙҙары булмағанғамы, бигерәк тә ҡыҙҙарҙы тупылдатып һөйөргә яратты. Ул миңә төрлө таҡмаҡтар өйрәтә ине. Бер ваҡыт мине магазинға («лавкаға») алып барҙы. Әмәлгә ҡалғандай, Байыштан 3-4 саҡырымда ятҡан Күктүбәлә йәшәүсе Иҙрис ағай (әсәйемдең ҡустыһы) килеп инде. «Һаумы,ҡоҙа? Егет булып етеп киләһең. Ҡасан өйләнәһең?», – тип шаяртты инәй ҡоҙаһын. «Тиҙ арала өйләнергә уйлаған юҡ әле», – ти ағайым. Үҙе ҡып-ҡыҙыл булды. «Рәйсә, күктүбәләр тураһында мин өйрәткән таҡмаҡтарҙы йырлап ишеттер әле ағайыңа». Мин байтаҡ икеләнеп торҙом. Ағайым да йәл, инәйҙән дә шыртлайым. Магазинға йыйылғандар: «Йә, йә, беҙ ҙә тыңлайыҡ!», – тиҙәр. Таҡмаҡлап әйттемме,шиғыр итеп һөйләнемме, йөръәт иттем:

Байыш ауылы ҡыҙҙары

Ҡыҙарып бешкән еләктәй.

Күктүбәнең ҡыҙҙары

Төбө төшкән силәктәй.

Байыш ауылы егеттәре

Юнып һалған уҡтай.

Күктүбәнең егеттәре

Сығарып түккән ...уҡтай.

Кешеләр көлөп ебәрҙе. Бахыр ағайым бер ҡыҙарҙы, бер ағарҙы һәм магазиндан сығып һыҙҙы. Һатыусы миңә кәнфит, печенье тотторҙо. Еңеүсе булып ҡайтып, хәлде ҡәртәсәйгә һөйләнем. Ул бик лояль кеше ине. «Ҡайһылай оят булған! Башҡаса кеше һүҙен ҡабатлар алдынан, уйла. Иҙрис ағайыңдың күҙенә нисек күренерһең?», – тине. Миңә 3,5-4 йәш тирәһе, ағайға ун ете генә йәш булған икән.

Гөлйәмилә инәй түбән остар өсөн таштан ҡара мунса һалдырҙы,яҡын ғына ҡоҙоғон да ҡаҙҙырҙы.

Сиратлап яға инек ул мунсаны. «Ғаилә башлыҡтары булған ирҙәр төҙөй алмаған мунсаны һин төҙөттөң», – тигәндәргә: «Мин дә ғаилә башлығы бит», – ти ине.Уның ҡырып йыуған иҙәндәре һары балауыҙҙай, тәҙрә ҡорғандары, мейестәре ап-аҡ булды. Иҙән буяу, семәрле тәҙрә ҡапҡастары эшләтеп, уларҙы төрлө төҫкә буяу, йорт биҙәүгә лә ул беренселәрҙән булып тотондо.

Ҡанита инәйҙең ҡыҙҙары булманы. Башҡаланған ике улы (әмәлгә ҡалғандай, икеһе лә беҙҙең ике яҡ күршеләр ине) булды. Өсөнсө улы, армиянан һуң Свердловскиҙа ҡалып, шунда өйләнеп йәшәне. Илленсе йылдар уртаһына тиклем берәйһе сит ауылға ҡунаҡҡа, туйға барһа, ауыл менән кейендереп ебәрәләр ине. Урғаҙа колхозының Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозына ҡушылып башлаған мәле. Күрше Күктүбә бригадаһы менән Байыш бригадаһы ҡатындары ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Ҡанита инәй ҙә бригадаһындағы ҡатындар менән Күктүбәгә Райхан инәйгә ҡунаҡҡа саҡырыла. Ә беҙ, Бәҙерниса өләсәйҙең ейән-ейәнсәрҙәре, бер аҙна Күктүбәлә, бер аҙна Байышта була инек. Шулай, өләсәйҙең күршеһенә ҡунаҡтар килгәс, инеп, уйын, бейеүҙәрҙе тамаша ҡылабыҙ. Бына уртаға бейергә Ҡанита инәйҙе саҡырҙылар. Ул яурынына ҙур һуҡҡан шәл һалып,уның остарын ике ҡулына тотоп,болғай-болғай бейей.

«Бейе, бейе Ҡанита, Бейеүселәр – Байышта. Быйма кейеп бейегәнсе Килер инең калушта!» – тип таҡмаҡ әйтеүселәргә:

«Сәй эсәм тәмләп кенә, Сәйҙәрем – грузинский. Шәлкәйем – айһылыуский, Ә быймам – камалский!» – булды яуабы.

Тамашасылар көлөп ебәрҙе. Ә миңә был таҡмаҡ оҡшаманы. Ҡәртәсәйем менән күрше инәйемдең исемен ҡыҫтырып таҡмаҡ әйтләр, тағы көләләр!

Байышҡа ҡайтыу менән ҡунаҡ барышын, таҡмаҡтарҙың йөкмәткеһен һөйләп бирҙем. Ҡәртәсәйем:

– Һеҙҙән кейем алғанды белмәһендәр ине, – тигән Ҡанита үҙен-үҙе фашлаған.

– Эсемлектәре көслө булғандыр ҡоҙағыйҙарҙың, – тип көлдө. Ҡанита инәй үҙе лә ишетә был тарихты.

– Рәйсә нишләп йөрөгән унда? Күрмәнемсе, таҡмаҡ әйтмәҫ инем», – тигән.

Күктүбәгә ҡунаҡҡа йөрөүҙәрҙең тағы бер ғилләһе лә бар. Ҡанита инәйҙең ейәне Фазуллаларҙың өләсәһе Таулыҡайҙа, Байышевтарҙың – Беренсе Этҡолда. Бик алыҫ. Ҡустым Хәлфетдин уларҙы бик йәлләй торғайны. «Ҡартатай - ҡәртәсәйҙәре күрше генә, өләсәйҙәре бик алыҫта. Беҙҙең һымаҡ уларға йәйәүләп барып етә алмайҙар»,-тип, биш-алты малайҙы йыйып ала ла, йәйәүләтеп Күктүбәгә ҡунаҡҡа алып китә. Улар «ҡунаҡ булып»,бер көн иҙәндә теҙелешеп йоҡлап, иртәгәһенә өс-дүрт саҡрым араны йүгерә-йүгерә ҡайтып киләләр. Күрше класташы Фазулла менән бик ныҡ дуҫ булдылар.

Физкультура дәресендә беҙҙе, башланғыс кластарҙы ауылдың ике яғындағы тауҙарға сана шыуырға йөрөтәләр ине. Көтә торғас, ауылға урман яғынан бер ҙур санаға балалар санаһы тейәп, оҫта килде. Әсәйем, ботлоҡ биҙрә бойҙайға алмаштырып, бер матур ғына «йәшәнкәле» («лежанкалы»лыр) сана алып ҡалды. Иртәгә – физкультура! Санама Мөршиҙәне лә ултыртып, икәүләп шыуырбыҙ. Тәнәфестә сананы алырға ҡайттым. Сана ла, ҡустым да юҡ. Күршеләме икән, тип барһам, бер ни аңламай торам.Түмәр өҫтөнә һалып, Хәлфетдин менән Фазулла минең санамды, йәшәнкәле санамды ҡап уртаға бысып төшөрөп торалар.Илай-илай өйгә ҡайттым. Гөлйәмилә инәй беҙҙә ине.

– Ни булды? Ниңә шулай ҡысҡырып илайһың?

– Теге малайҙар матур санамды бысҡандар. Алйотоғоҙ, дуҫымдың санаһы юҡ бит, икәү итеп алабыҙ, – ти.

– Ярай, илама. Алйот түгел әле ул ҡустың. Дуҫын уйлап, бысҡандар бит. Сананың эштән сығырын белмәгән бит ул.Мин һиңә Заһиранан сана һорап алып бирәм, – тип, сана табып биреп, шыуырға оҙатты.

...Эй, инәкәйҙәрем! Донъя тотҡаһы булған бит улар! Аҡ яулыҡлы, аҡ күлдәкле, аҡ күңелле инәйҙәрем!

Уларҙы мин нескә билле ҡырмыҫҡаларға оҡшатам.Үҙҙәренән дә ҙур донъя йөгөн яурындарына һалғандар ҙа,тормош һуҡмағынан елепме еләләр!

Улар булғанға ауыр саҡтарҙа ла һәр бер өйҙә ут янды. Мөрйәләрҙән төтөн сыҡты. Һәр бер йортта ризыҡ әҙерләнде. Балалар үҫте. Яугирҙар бер аҙ туҙған йорттарына, ҡаҡшаңҡыраған хужалыҡтарына әйләнеп ҡайтты.Ҡаҡшаһа ла,туҙһа ла ҡайтыр йорттары, ғаиләһе, көткән әсәһе, ҡатыны булды.

Улар – минең инәйҙәрем. Беҙгә аҡыл өйрәтеп, һөйөп тә, ҡаты итеп тә әйтә, өйрәтә белгән кешеләр.

...Был яҙмамды «Бала сағым» тигән шиғырымдан юлдар менән тамамлағым килә:

...Бала сағым – инәйҙәрем,

Ҡыҙ тыялар ҡырҡлап өйҙән.

Шуға беҙгә һис ят түгел –

Тыйнаҡ булыу – бәләкәйҙән.

Бала сағым – тыуған яғым –

Зәңгәр тауҙар илгенәһе.

Һаман йәшәй миңә йәнәш,

Инде үҙем – ил инәһе.