Ауырғазы районы Яңы Итекәй ауылы топонимдары

Википедияла Яңы Әтекәй ауылы тураһында мәҡәлә бар

54°01′39″ с. ш. 55°57′46″ в. д. (G)

Яңы Итекәй ауылы топонимдары


Минең өләсәйем Аяҙғолова Хәҙүҙә Сәлихйән ҡыҙы Ауырғазы районы Яңы Итекәй ауылында йәшәй. Уға 75 йәш, ғүмере буйына ауылда кешеләрҙең һаулығы өсөн янып –көйөп, фельдшер булып эшләгән. Һеҙгә өләсәйемдән яҙып алынған мәғлүмәттәрҙе тәҡдим итәм.

Сәй күле. Яңы Итекәй ауылынан 2-3 километр алыҫлыҡта бер нисә күл бар. Улар бер – береһенә бик яҡын урынлашҡан. Бер күл Сәй күле тип йөрөтөлә. Күлдәрҙең барыһынан да халыҡ эсер өсөн һыу алған, ләкин иң йомшаҡ һәм иң тәмле һыу Сәй күлендә булған. Халыҡ элек-электән ошо күлдән генә һыу алыр булған, сәйҙе шул һыуҙан ғына ҡайнатҡандар. Ауылдың аҡһаҡалдары башҡа күлдәрҙән алынған һыуҙы үҙ итмәгән. Күлдең төбөнән шишмә сыҡҡан, бәлки шуның өсөн дә һыу тәмле лә, шифалы ла булғандыр, тиҙәр. Туйҙарҙа килен буласаҡ ҡыҙҙарҙы ла Сәй күленә һыуға алып барғандар. Һыу алып ҡайтып, килен кеше барыһында сәй менән һыйларға тейеш булған. Бөтә ауыл халҡы шул бер күлдән генә эсәр һыу алғанға күрә, күлде Сәй күле тип атағандар. Ләкин хәҙерге ваҡытта күлдең һайығып, һыуы бысраныу сәбәпле халыҡ һыуға йөрөмәй. Күлдең исеме генә ҡалды.

Сәрә тауы. Беҙҙең Итекәй ауылы бик матур урында урынлашҡан. Ауылымдың бер яғынан Ауырғазы йылғаһы аға, икенсе яғында иркен баҫыуҙар. Ауылдан йыраҡ түгел урман - имәнлек. Ошо урманда бер тау бар, ул тауҙы Сәрә тауы тип йөрөтәләр. Аҡһаҡалдар һөйләүе буйынса, был тауҙың атамаһы ошонда юғалған ҡыҙҙың исеменән алынған. Йәш ҡыҙға 17 йәш булған. Ул ауылдағы ябай ғына ғаиләлә тыуып үҫкән Хәсән исемле егетте яратҡан, егет тә ҡыҙҙы оҡшатҡан. Йәштәр араһында мөхәббәт уты ҡабынған. Ләкин шатлыҡтары бик оҙаҡҡа бармай. Уларҙың бер –береһен яратып йөрөүен ҡыҙҙың яҡындары белеп ҡалған. Сәрәнең ата- әсәһе уны бай кешегә кейәүгә бирергә ҡарар иткән. Сәрә ата- әсәһенең ҡарары менән килешә алмай, ҡаршы була һәм урманға ҡаса. Ошо китеүенән ул кире әйләнеп ҡайтмай.


Ауырғазы районы,Толбазы ауылы Лицейының 6-сы класс уҡыусыһы Зарипова Алһыу. Етәксеһе: Ғүмәрова Айһылыу Әхәт ҡыҙы