- Алдан алдым — тирмәнгә һалдым,
Ҡапсығымды тултырҙым;
Ҡапсығымды тултырғас,
Ах-бух итеп ултырҙым.
- Утыҙ ике туҡылдыҡ
Юл башында ултыра,
Ун ат биргән көлтәне
Тапап-ҡырып ултыра.
- Ун утыҙға бирә,
Утыҙ Әлтемгә бирә,
Әлтем Кәлтемгә бирә,
Кәлтем этәрә бирә.
- Ун утыҙға бирә,
Утыҙ Бәйпеткә бирә,
Бәйпет ярҙан тәгәрәтә.