• 2/3 стакан ашҡабаҡ
  • 100 г он
  • 1 йомортҡа
  • 1/2 стакан ҡаймаҡ
  • 50 г аҡ май
  • 2 балғалаҡ ҡамыр күперткес
  • 2 теш һарымһаҡ
  • аш ҡалаҡ йәшел тәмләткес
  • 60 г сыр пармезан
  • тоҙ
  • ҡара борос

Ашҡабаҡты эре ҡырғыстан үткәреп, йәшел тәмләткес һәм һарымһаҡты ваҡлап, тоҙ һәм борос ҡушып, болғатырға. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрергә. Ондо тоҙлатып ҡамыр күперткесе менән болғатырға. Йомшартылған майҙы йомортҡа һәм ҡаймаҡ менән бутап, ондо ҡушырға. Был ҡатышмаға һарымһаҡлы ашҡабаҡты һалырға. Сырҙы әҙерәк ҡалдырып, ҡалғанын ҡатышмаға ҡушып болғарға. Формаларға ҡойоп, өҫтөнә ҡалған сырҙы һибеп сығырға. 25 минутҡа 180 градуслы духовкаға ултыртырға.