• Уртаса ҙурлыҡтағы ашҡабаҡ
  • 3-4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
  • 1-2 икмәк шөкәрәһе
  • 5 йомортҡа
  • 1,5 аш ҡалағы һары май
  • Дәрсен онтағы

Ашҡабаҡтың тышын да, эсен дә таҙаларға, турарға ла, һыу ҡойоп, йомшарғансы бешерергә, үтә ныҡ бешерергә ярамай - тәме юғала. Иләк аша үткәреп алырға ла, кире иләккә һалып, һыуын һарҡытырға ҡуйырға. Һыуы ағып бөткәс, шөкәрә онтағы, шәкәр ҡомо һәм сәй ҡалағының осо менән дәрсен онтағы һалып һыуытырға ҡуйырға. Йомортҡаларҙың туғылған һарыһын, һары майҙы ҡушып, болғарға. Йомортҡаларҙың ағын, аҡ күбеккә әйләнгәнсе туғып, массаға ҡушырға, формаларға һалып, уртаса эҫелектәге духовкаға ҡуйырға. Өҫтәлгә биргәндә айырым шәкәр, ҡаймаҡ ҡуйырға.