- Ҙур һандығым эсендә
Юнмаған уғым ята.
- Аяғы менән ҡолағының һаны юҡ,
Һис бер ерендә ҡаны юҡ.
- Бер аяҡ, илле ҡул.
- Көҙ етһә, йөнөн ҡоя,
Яҙ етһә, йәшәрә.
- Көҙ сисенә, яҙ кейенә,
Йә, әйтеп ҡара, нимә?
- Яҙын яҙыла,
Көҙөн йыйыла,
Йәй һыуына,
Ҡыш йылына.
- Төбө — бер,
Башы — мең.
- Ергә һеңгән,
Күккә үрелгән.
- Йәйен өшөй, ҡышын йылына.
- Йәйен йәшәрә, ҡышын ҡартая.
- Йәй көнө йәшел сәкмән кейә,
Ҡыш көнө һалып ташлай.
- Ҡарап торһаң, йәне юҡ,
Тупраҡ ашай, һыу эсә,
Үҙе юғары үҫә.
- Утта яна, һыуҙа батмай.
- Йәйен йәшел, көҙөн һары, ҡышын аҡ,
Үҙе ҡанһыҙ, оҙаҡ йәшәй — уйлап тап.