Берештамаҡ ауылы матур тәбиғәтле. Бейек-бейек ҡаялы тауҙар, матур ылыҫлы урмандар уратып алған. Ауылды икегә бүлеп саф һыулы, матур Ағзам шишмәһе ағып ята. Был шишмәһенең легендаһы бик ҡыҙғаныс, фажиғале ваҡиға менән бәйле:
1921-1922 йылдар тирәһе булғандыр. Ағзам тигән бер малай йәшәгән. Атаһы граждандар һуғышында, әсәһе аслыҡтан һәләк булалар. Тик бәләкәй улдары, Ағзам ғына, тере етем ҡалып, өйҙән-өйгә йөрөп тамаҡ туйҙырып йән аҫырай башлай. Ярлы-ябаға һуңғы телем икмәген бүлешә. Уға барыһы ун бер йәштәр тирәһе булғандыр. Үкһеҙ етем булһа ла, һыр бирмәҫ, шаян малай була. Сөм ҡара сәсле, йәшкелт күҙле. Донъялар иркенлектә, муллыҡта булһа, кем белә, бәлки, Ағзам ауылдың иң һылыу ҡыҙына өйләнеп, бынамын тигән ул һәм ҡыҙҙар үҫтереп, гөлдәй итеп донъя көтөп йәшәр ине.
Көндәрҙең береһендә ул ауылдағы бер байҙың тәҙрәһенән инеп, икмәк менән май урлай. Өйҙән тиҙерәк сығып китһә, бәлки ундай хәл булмаҫ та ине, ләкин, ул ас булғас, тәүҙә ашап алырға була. Аҙмы-күпме ашағандыр, ҡапыл ишек асылып китә һәм йорт хужаһы килеп инә. Ағзам тәҙрәнән ырғырға ла өлгөрмәй, уны елкәһенән тотоп ала. Ҡурҡыуҙан малай күҙҙәрен асып, аҙап ҡала. Асыуынан ҡабарынған бай уны типкесләп урамға алып сыға.
Ҡатынына күрше-күләнде йыйырға ҡуша.
- Ни булды икән, - тип йүгереп килгән күршеләре танауынан ҡан ағып, илап торған малайҙы күреп, үҙҙәре лә теге бай алдында ҡаушап ҡала. Утынлыҡтан көрәк алып сығып, бай ҡурҡышынан ҡалтыранған Ағзамға тоттора.
- Әйҙәгеҙ, нишләп тораһығыҙ, атлағыҙ! - тип бойора халыҡҡа. Шунан бай Ағзамды Түш исемле тау яғына алып китә, бәләкәй шишмә янына килеп туҡтай.
Кәбер ҙурлығында ер үлсәй ҙә, Ағзамға шул урынды ҡаҙырға ҡуша. Баштан бер кемдә бер нимә лә аңламай тора. Алдарында кеше ҡиәфәтенә кергән йыртҡыс кеүек бай баҫып тора - ярһыуҙан күҙҙәренә ҡан һауған.
Танауынан аҡҡан ҡан күҙ йәштәре менән бергә буталып Ағзамдың битен ҡаплаған. Ул буҫығып илай-илай хәлһеҙләнгән аяҡтары менән көрәккә баҫып ер ҡаҙа. Ә теге йыртҡыс ике ҡулын бөйөрөнә таянып, күкрәген киреп баҫып тора. Эштең бик яман икәнен һиҙеп, кешеләр ҡасырга булалар, тик әлеге бай: "Нимә, ҡасырға булдығыҙмы? Ҡарап тороғоҙ, икенсе тапҡыр минең өйгә урлашырға төшөү түгел, йорт эргәһенән үткәндә, унда кем йәшәгәнен онотмаҫһығыҙ", - тип асыулы ҡысҡыра.
…Ағзам ҡаҙҙы ла ҡаҙҙы. Малай хәлһеҙләнгәс, бай көрәкте ололарға бирергә маташа, ләкин улары, артҡа сигенеп, көрәккә ҡул тейҙермәй. Ахырҙа, бай, асыуынан шартларҙай булып, ерҙе аҡтарып-аҡтарып үҙе ҡаҙа башлай. Күп тә үтмәй, ҡаҙыуынан ҡапыл туҡтай ҙа меҫкен Ағзамды көрәк менән бәреп төшөрә. Куршеләр ҡурҡыуҙан ҡысҡырып илап ебәрәләр, ә бай шул арала теге соҡорга яңы ҡаҙылған тупраҡты ашығып ырғыта башлай. Тиҙҙән Ағзамдың бәләкәсәйеп ҡалған кәүҙәһе балсыҡ аҫтында күмелеп калда. Ағзамдың ғүмере ана шулай өҙөлә. Бай, бәләкәй ҡәбер өҫтөнә баҫып, балсыҡты тығыҙлай ҙа, әйләнеп артына сартлата төкөрөп, көрәген алып, оло аҙымдар менән бер ни булмағандай китеп бара.
Күршеләр инде әллә үтә курҡыуҙан, әллә ошо ҡот осҡос фажигәне күреүҙән таш кеүек өнһөҙ ҡалалар. Иҫенә килгән күршеләр, йүгереп өйҙәренән көрәк килтереп, ҡәберҙе ҡаҙып, Ағзамды алғанда, ул үлгән була. Ул арала, ауылдың башҡа кешеләре лә килеп етә. Ошондай хәлде күреп торған оло ағайҙар теге яуыз бәндәне өҙгөсләп ташлау түгел, хатта ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтмә алмайҙар. Улар үҙҙәре лә ярым ас, бер телем икмәк өсөн күпме кәмһетелеүҙәр аша уға барасағын беләләр ине. Ауылдың оло кешеләре малайга ясин уҡып, әлеге соҡорға уны һаҡлыҡ менән генә төшөрөп ерләгәс, баштарын эйеп, өйҙәренә таралышалар. Ә шул ҡәберҙең өҫтөнән шишмә ағып сыҡҡан. Халыҡ араһында был шишмәнең һыуы шифалы тигән фекер йөрөй. Хәҙер ҙә күп йорттарҙа ҡоҙоҡ булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы шишмәгә һыуға йөрөй.
Шишмә Ағҙәмдең ғүмере кеүек ҡыҫҡа ғына, биш-алты метр самаһы аға ла, тау йылғаһына ҡушыла.