Аҡыл ашы

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • 250 гр. һыйыр ите
  • 2 аш ҡалағы мәк орлоғо
  • 1 баш һуған
  • 3 уртаса ҙурлыҡтағы картуф
  • 4 аш ҡалағы үткәрелгән ашҡабаҡ
  • 2 кишер
  • 1 лавр япрағы
  • 2 аш ҡалағы туралған петрушка
  • 2 аш ҡалағы үҫемлек майы
  • 3 стакан һыу
  • тоҙ, борос

Итте, киҫәкләп турап, онда әүәләргә лә табала йылыған майға һалып ҡыҙартып алырға. Итте кәстрүлгә һалып торорға, ә табала, йомшарғансы һәм алтын төҫкә ингәнсе, һуғанды ҡыҙҙырырға. Һуңынан уны майы менән бергә кәстрүлгә бушатырға. Һыу ҡойорға, туралған картуф, кишерҙе, үткәрелгән ашҡабаҡты, мәк орлоғон, лавр япрағын, петрушканы, тоҙҙо, боросто һалып, яй ғына утта 90 минут ҡайнатырға. Ашты болғай-болғай торорға, әгәр ҙә кәрәк булһа, һыу өҫтәргә мөмкин. Бешеп сығыр алдынан йәшелсәләрҙе ҡалаҡ менән иҙергә кәрәк. Аш бик үҙенсәлекле. Ашап ҡарағыҙ! Ысынлап та аҡыл өҫтәй, тиҙәр.