Аҡыл (йомаҡтар)
- Башта тора мулла(а)ғай.
- Ит һандығы эсендә
Иҫән ағай ултыра.
Ай ҙа тимәй, көн дә тимәй,
Иҫәп биреп ултыра. - Өй түремдә кәңәшсем,
Шуға килеп кәңәштем. - Үлсәүһеҙ йөрөтөлә,
Тота белмәһәң — юғала. - Үлсәүһеҙ йөрөтөлә,
Һәр кемдә була. - Үлсәүҙә үлсәнмәй,
Баҙарҙа һатылмай. - Һыу төбөндә һылыу таш.