Аҡ май
Аҡ майҙы ҡайһы бер яҡтарҙа «бешкән май» тип тә атайҙар.
Ингредиенттар
үҙгәртергә- ҡатыҡ — 3 литр
- ҡаймаҡ — 1 литр
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергә2-3 көн алдан, һыуытҡысҡа ҡуймай ғына, ҡаймаҡ йыяһың. Ул бер аҙ әсеңкерәп сыға. Тағы ҡатыҡ ойотоп, бер тәүлек самаһы өлгөртәһең (артығын тотоп, үтә әсетергә ярамай). Май бешер алдынан ҡатыҡ йылымыс булырға тейеш. Май бешә торған махсус бейек батманда йәки күнәсектә тәүҙә ҡатыҡты, уның артынан ҡаймаҡты ҡойоп, бешкәк (бер осона сатрашлап ике таяҡса ҡатылған оҙон таяҡ) менән, аҡ май ойошоп, бөрсөкләнеп, өҫкә ҡалҡып сыҡҡансы бешәһең. Майҙы йыйып алып, йылы икмәк менән табынға бирәһең. Тороп ҡалған шыйығын (уныһы айран тип атала) айырым һауыттарҙа һыуһынға бирәһең.