Әсәйемдең һөйләгәндәренән. (Хәтирәләре лә ҡушылып китә).
Бай тарихлы боронғо Ҡыуат ауылында Түңгәүер ырыуы башҡорттары йәшәй. Шоссе юл менән барһаң, Ҡыуат шундуҡ күренмәй. Боронғолар бик оҫта итеп урынлашҡандар. Һаҡмар буйында тауҙар ышығында ғына ултыра.
Автобус туҡталышы эргәһендәге тау Туҡал. Әсәйемдәрҙең бала саҡта уйнаған тауы. Шул тауҙан аҡҡан һыуға самауыр йыштыҡ, тип һөйләй. Хәҙер ҡайҙа ул һыу?
Мәндей тигәне бейегерәге, күзнис эргәһендә, Һаҡмар буйында.
Зыярат артындағы урман Зыярат сауҡаһы, унан Хөсәйен тауы, ул ауылға төшә. Бейек тау, токҡа тиклем бара.
Уның аръяғында Мәрәй тауы. Әүәле 2-3 мәрәй ине- махсус тәртиптә өйөлгән таш. Уның ташын алып, мәсет нигеҙен ҡорғандар. Аҙаҡ Һөйөндөков Мәжит Ҡотдос улы яңынан бер мәрәй өйөп ҡуйған.
Әүәле булған бер матур ваҡиғаны ла һөйләй әсәйем: Мәрәй тауҙа ике мәрәй араһынан мышы килеп ауылға ҡарап торған. Шундай илаһи күренеш булғандыр инде ул!
Тағы ла Ҡалтаташ тигән ҡаялы тау бар. Мәрәй менән Ҡалтаташ араһында Ҡыһалан тигән урын бар. Шул Ҡыһаландан ары Ҡалтаташ бейек, ҡурҡыныс. Мал эҙләгәндә үҙәккә үтә торғайны. Бер яп-ялтыр боҙ мәлендә әсәйем мине шунда кәзә алып ҡайтырға ебәрҙе. Саҡ тотоп алып ҡайттым, ти. Шул мажаралы хәлде аҙаҡ төштәрендә күреп һаташа торғайным, ти.
Ҡалтаташтың аҫтында Борам үҙәге- аҫтан өҫкә табан борон паром йөрөгән, тиҙәр. Унда һыу сығып ята- Борам ҡоҙоғо. Һыуы бик тәмле, ти.
Ары китһәң, Селекле тау.
Ҡалтаташтың өҫтөндә айырым ҡая Кәбәнташ. Унан аҫта Һаҡмар буйында Борам. Йылға аръяғында Малай Ҡыуат ауылы булған. Һыу шәп булғас, Малай Ҡыуатҡа паром менән йөрөгәндәр.
Зыярат сауҡаһынан шоссе буйы Ялан тип атала.
Зыярат сауҡаһының артынан боролоп төшһәң, Аһылай тауы. Шунан Ҡылысбай. Ары китһәң, Һатыу туғайы, Һатыу йылғаһы. Сәүкәташ йылға буйындағы ҡаяташ. Мәҙиносҡан ҡаяһы ла бар.
Арыраҡ Вәли урманы. Вәли ауылының эргәһендә. 1954 йылда был ауылдан Ҡыуатҡа күсенеп бөтәләр. Һаҡмарҙың түбән яғында Ҡорайыры, ул ҙур ялан. Ҡорайыры йылғаһы ла бар.
Аръяғында аҫта Ағасҡорған.Шунан һыу ташып эстеләр. Көйәнтәләп. Унда килеп тороп муйыллыҡ. Ҡомалаҡ күп инде.
Шунан арыраҡ Тоҙтапҡан. Бешәле ер тигәне лә шунда. Юлдыбайға тиклем тағы ла Алтат тигән ҙур ялан бар.
Ҡыуат ауылының иң матур урыны- Ҡаршы тау.
Унда ҡарағайлыҡ. Һыу буйында Күгәрсенташ. Мәмерйәһе лә бар. Күгәрташ тиҙәр уны. Һыу эсендә Чапай ташы була торғайны. Һыуға һикерергә ҡулайлама булды.
Һаҡмар буйын ауылдың йәшәгән кешеләре исеме менән билдәләй инеләр: Батый (Фатима) тәңгәленә һыуға йөрөнөк.
Унда, һыу эсендә, шарандар була торғайны. Шаран- һыу эсендә ҡаҙыҡ ҡатып үрелгән ситәндәр. Балыҡ тотоу өсөн ҡулайлама инде. Мәҫәлән, Айнуш шараны,Ҡадир шараны һ.б.
Фәрит олатайҙар тәңгәлендә аслыҡ ваҡытында соҡор ҡаҙып, үлгән кешеләрҙе шунда күмгәндәр. Ҡыуат үлеге тип атала ул урын.
Бер нисә йыл элек билдә лә ҡуйылған икән. Нисә кеше яталыр- берәү ҙә белмәй. Бөтөнөһөн дә бергә ерләгәндәр, кәфен-фәлән дә булмаған, тип һөйләй әсәйем.
Ҡыуаттың иң матур ауылдарҙың береһе икәнен яҙғайным инде. Өләсәйҙәрҙең өйө эргәһендә генә Ҡаршытау булғас, шул матурлыҡҡа ҡарап һоҡланып туйып булмаҫ ине. Һаҡмарҙың теге ярында бейек текә тауҙа мәғрур ҡарағайҙар, ғорур ҡаялар, һыуында балыҡ ҡарпый, иң хәтерҙә ҡалғаны - ул шул тауға, ҡарағайлыҡҡа, ҡаяларға ҡаҡлығып кире килгән шаңдаҡ ине. Ҡаҙҙар ҡаңҡылдауы, балыҡ ҡарпыуы, тулҡындар тауышы, урман шауы- барыһы ла иҫ киткес.
Урман яғында сабынлыҡтар. Өләсәйемдең сабыны Ишберҙе һарҡыуы. Ишберҙегә барған юл эсендә инде. Матур ғына ике аҡланда ине бесәнлеге. Ундағы бөлдөргәнде, сейәне! Әйтеп килештерерлек түгел. Бесән мәлендә бер нисә мәртәбә барып, өләсәйҙәргә ярҙамлашып йөрөгәс, ул ер бик иҫтәлекле. Аҫта Аҡмырҙа һыуы ағып ята. "Ҡайтҡас, ваҡыт булмай, тип, әсәйем шунан һыу алдырып, балаларын йыуындырып алып ҡайта торғайны," - тип һөйләй әсәйем.
Аҡмырҙа Кесе Юлыҡҡа ҡоя, уныһы үҙ сиратында Һаҡмарға тоташа. Уның һыуы бигерәк тәмле. Ярында һәр төрлө ашарға яраҡлы үлән үҫә. Ҡаялы ерҙәре күп.
Бара биргәс, Ҡаратал.
Муһағөйө тигәне лә бар. Муһағәле тигән кеше булған, ул үсегеп, бер үҙе урманға китеп йәшәгән, тиҙәр. Бында Дили үҙәге. Делить һүҙенәндер инде. Ул бесәнлек. Арыраҡ Таҙғаҡ. Был яғында Сыбы һырты.
Бер инде яман ғәрәсәт мәлендә шунда бер үҙем илай-илай бесән күбәләнем, ти әсәйем.
Сатра-һабантуй урыны.Сатра тауы, Сатра тамағы. Юлыҡ менән Аҡмырҙа ҡушылған ер. Ул матур урында турслеттар үтер ине. Ярыштар, усаҡ яғыу. Һабантуй урыны тип тә йөрөтөлә. Элекке ысын һабантуйҙар шунда үтте инде.
Зыярат сауҡаһынан һул яҡта юл аша Һынташ тауы. Эргәһендә аҡҡан Һынташ йылғаһы Һаҡмарға ҡоя.Плотина яғында Үтәп тауы. Башында тимер маяғы була торғайны. Үтәп түбәләсе эргәһендә Имам ҡоҙоғо.
Аҫта Ылайымбирҙе. Ул марҙыуалар ауылы. Ылайымбирҙе йылғаһы ла Һаҡмарға ҡоя. Үҙҙәренең зыяраты булды.
Шул Ылайымбирҙенән түңгәүер ырыуы сиге башлана, тиҙәр. Был яҡ Әбделкәрим ауылына яҡыныраҡ.
Шулай хәтерендә ҡалғанды бәйән итте әсәйем. Хәтерендә китаптар яҙырлыҡ мәғлүмәт, ҡиммәтле иҫтәлектәр. Ҙур рәхмәт уға.