Баймаҡ районы Алғаҙы ауылының ер-һыу атамалары

Википедияла Баймаҡ районы Алғаҙы ауылы тураһында мәҡәлә бар

Баймаҡ районының Алғаҙы ауылы топонимдары


Әсәйем, педагогия хеҙмәте ветераны Урманова(Мостафина) Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы, 1939 йылда Ҡыуат ауылында тыуған, әммә бала сағы Алғаҙыла үткән, шунда килен булып төшкән. Уның Алғаҙы тураһында хәтирәләре күп. Шуларҙы яҙып алғанмын, ауылдаштарыма һөйләргә теләйем.

Баймаҡ районы Алғаҙы ауылының ер-һыу атамалары тураһында.

Иң беренсе Аҡташ йылғаһын үтергә кәрәк. Арыраҡ Суҡташ тауы ята. Шунда юл ситендә әүәле Талдыяҙ йылғаһы булған. Һыуы мул ине, тип һөйләй әсәйем. Хәҙер ҡороған. Ауылға инеп барған ерҙә Алабейә тауы. Шунда тау шыуа торғайныҡ.

Суҡташ Юлыҡ йылғаһының ярындағы тау. Юлыҡ йылғаһының аръяғында Суҡтүбә тауы.
Юлыҡҡа Шишмә ҡоя. Шишмә яланы Кесе Юлыҡ буйында урынлашҡан. Борон унда һабантуйҙар булды, тип һөйләй әсәйем.
1946 йылдағы һабантуй хәтеремдә ҡалған, ти. Һуғыштан һуңғы тәүге һабантуй. Барыһы ла ҡыуанып йөрөй, күңелдәр көр.

Түрәләр талдан үреп ҡараға буялған кырандастарҙа бисәләре менән килеп төшәләр. Аттары ла уйнаҡлап ҡына тора. Эре генә йөрөйҙәр хужалар. Кузлала ултырып йөрөүҙәре хәтерҙә ҡалған.
Ат сабыштырҙылар. Суҡтүбәнән Хәйпүш түшенә тиклем. Халыҡ бар хәленсә кейенеп-яһанып килгән. Һәр кем ҡаҙан аҫты, барынса тамаҡ йүнәтеп ашаны.
Алғаҙылар йыр-моңға, бейеүгә электән үк маһир булды. Бер ваҡиға хәтеремдә ҡалған: Ҡыуаттан Сәбихә исемле ҡатын бейеп йөрөй ине. Алғаҙынан Хәтимә апай: "Алай бейемәйҙәр, былай бейейҙәр!"- тип ситек менән шартылдата баҫып бейеп китте.Алғаҙы ул ваҡытта айырым колхоз ине. "Ҡыҙыл әләм" исемле. Һабантуйы ла айырым була торғайны былай.
Һабантуй бөтөүгә барыһы ла һабан һыуына һалыша. Колхоз председателе тип ҡарап тормай, уны ла баштан-аяҡ һыуға ҡойондороп китерҙәр ине.


Суҡтүбәлә сейә күп булды. Ары китһәң, Хәйпүш ҡолағы. Хәйбулла исеменән килеп сыҡҡан. Унда еләк, бәшмәк ишелеп уңды.
Кесе, йәки Бәләкәй, Юлыҡ буйлап бара бирһәң, Әхмәт ҡоҙоғо бар. Аһҡараҙыға бесәнгә китешләй шунан һыу алып та киткеләнек. Һыуы тәмле, буйы менән муйыллыҡ. Хәҙер һыуы юҡ, тиҙәр. Шуны таҙалап китергә кәрәк, тип кәңәш итә әсәйем. Һыуы бөтөп бара бит, ти.

Әхмәт ҡоҙоғоноң аръяғында Баян ҡойоһо.

Тағы ла Көйөк тигән ер бар. Ташкисеү Кесе Юлыҡҡа ҡойған урында Сәләх күпере, ул бәләкәй генә күпер ине, ауыл эргәһендә генә.
Приске ауылдың осонда ғына. Атайым мәрхүмдәрҙең өйө шунда булған. Рәмиевтарҙың алтын приискыһы инде.
Унда урыҫтар күп ине, тип һөйләй әсәйем. Шахтаның ҡалдығынан Күкташ хасил булған. Хәҙер ул юҡ. Ферма төҙөгәндә аҫтына түшәгәндәр икән.
(Беҙҙең бесәнлек шунда булғас, Күкташҡа йыш ҡына бара инек. Үҙенсәлекле еҫе һаман да танау буйында тора.)
Прискенең аръяғында Кәкрекәбән. (Кәкрекәбәндә лә бесән саптыҡ). Бара бирһәң, Аҡбай төпкөлө.
Аҫҡа төшһәң, урманды ярып, Ташкисеү йылғаһы аға.Ул Кесе Юлыҡҡа ҡоя. Тағы ла Суфыян күле бар.

Шунан Ҡутыр талы. Ҡутыр талы борондан беҙҙең сабынлыҡ булған. Вәлиулла ҡартатайымдың ере. Шул мелиорация тип әрәм ителгән. Арыраҡ Сыуһаҡ. Шунан Бәләкәй Аһҡараҙы. Шунда Аһҡараҙы йылғаһы аға. Ул йылға буйында үҫмәгән емештең үҙе юҡ. Ҡап-ҡара муйылын да, татлы ғына ҡарағатын да, ҡан ҡыҙыл бөлдөргәнен дә, ҡурай еләген дә - һәммәһен дә йыйырға яҙҙы унда. Ары Оло Аһҡараҙы. Ул ерҙә бесән сапҡан ваҡыттар онотолмай.

Оло Аһҡараҙы буйлап төшһәң, Аплат. Унда гурт ятты. Шунан Хәҙрәт туғайы.
Шул Хәҙрәт туғайында бер ҡыҙыҡлы ваҡиға булғанын һөйләйҙәр ине. Айыу битунға башын тығып, ала алмай йөрөй, ти. Быны Ишбирҙенән Рамаҙан Маликовтың ишек алдына алып килеп, битунды ҡырҡып, башын саҡ сығарып алғандар, ти. Муйынына бау һалғандар. Тасҡа һыу ҡойоп бирһәләр, эсмәгән, түккән дә ерҙән ялаған, ти.
Асия апайым мәрхүмәнең күпереп бешкән әсе икмәген бирһәләр, ҡулына тотоп тороп ултырып ашап алған, ти, баяғы хайуан.
Урманға ебәрһәләр, китмәй кире килеп ҡаҡшатҡан, ти. Апайымдың икмәге оҡшап ҡалған инде!

Приске һыуынан аша сыҡмай, туп-тура Аҡташҡа киткән юл бар. Шул юл буйында Урыҫ үлеге. Урыҫ зыяраты була инде.Әле лә урыҫтар килеп тәрбиәләп китә,тиҙәр.
Алғаҙының эргәһендә Бәләкәй Юлыҡҡа Әсүҙәктән Әселе йылғаһы ағып төшә.

Ауыл уртаһында Буҡлүҙән шишмәһе ағып төшөп, Алғаҙыны икегә: Түбән һәм Үръяҡҡа бүлә. Үҙе Кесе Юлыҡҡа ҡоя.
Шулай Бәләкәй Юлыҡ инеш-шишмәләр һыуы менән байып, Ҡыуат менән Әбделкәрим араһында Һаҡмарға ҡоя. Оло Юлыҡ та Һаҡмарға ағып төшә, тик ул Сәғит тауы эргәһендә ҡоя.
Ауылдың исеме тураһында яҙғаным бар. Тағы ла Малай Алғаҙы ауылы булған. Ул Әбделкәрим ауылында Һаҡмар буйында булған. Зыяраты һыуһаҡлағыс аҫтында ҡалыуы үкенесле. Быныһы ла әсәйемдең мәғлүмәте.

Алғаҙы ер-һыу атамаларына тағы ла өҫтәмә.
Ауылға ингән ерҙәге тау Алабейә тауы. Ауыл балаларының рәхәтләнеп шыуған тауы.

Ауылдың Әсүҙәккә тоташҡан түбәләсе Йәнтүрә исемле. Уға ҡаршы Юлыҡ аръяғы Ташҡаҙан. Зыярат аръяғында Сәүкәтау.
Һыу өҫтә генә сығып ята ине элек Алғаҙыла. Бар ине заманалар.

Минең хыял- шул урындарҙы йөрөп сығып, фотоға төшөрөү. Картала билдәләү. Әлеге техника мөмкинлектәре менән быны эшләргә була.