Хеҙмәт ветераны Рафиҡова (Көмөшҡолова) Таңсулпан Зөбәйер ҡыҙының һөйләгәндәренән.
Фәйзулла ауылының икенсе атамаһы Шүрәле. Уның ҡыҙыҡ легендаһы ла бар. Уның хаҡында ауылдашыбыҙ, яҙыусы, журналист Рәзилә Ырыҫҡужина үҙенең "Моң" хикәйәһендә бына нимә яҙа(ул да Рафиҡова Т.З һөйләүе буйынса яҙған): Ошо яҡтарҙа элек Шүрәле ауылы булған. Шул ауыл йәйләүендә, төнгөлөккә ялға, иреккә ебәрелгән аттар, таңға хәлдән тайып, тирләп килеп етә икән хужалары янына. Көтөүселәр аптырашта ҡалған: был ни эш? Былай дауам итһә, атһыҙ ҡалырбыҙ бит?! Икенсе төнгә аттарҙы ялға ысҡындырғанда, бер егет аты өҫтөнә ыҫмала һылап ебәрә. Иртән тороуға был ат өҫтөндә оҙон һары сәсле, шүрәле-ҡатын ултыра, ти, ыҫмаланан ысҡына алмай. Сибәрлеге!.. Был тиклемде һүрәтләп тә булмайҙыр. Тик мөгөҙҙәре генә бар, ти. Үҙе илай икән, түшенән һөтө аға, ти. – Ебәрегеҙ инде, баламды имеҙер ваҡыт етте. Бүтән аттарығыҙға теймәбеҙ, – тигәс, быны ысҡындырып, ҡайтарып ебәргәндәр. Шунан башлап, улар кеше күҙенә күренмәҫкә тырыша. Ауыл эргәһендәге йылғала Шүрәле йылғаһы. Эргәлә бик матур тауҙар: көнсығышта Әтәмән, көньяҡ- көнсығышта Болғайыр.
Көньяҡта теҙелеп киткән тауҙар ҙа ҡыҙыҡ атамалы: Ҡурғы, Бәбәләш, Кәләбәш, Ҡуянлы морон, Яуғасты. Яуғастының түбәһендә матур күл, хатта шарлауыҡ бар ине. Баймаҡҡа китешләй бер күпер бар, халыҡ Ғәлләм күпере тип йөрөтә. Үрге ҡойо, Хәсән ҡойоһонан һыу алып эстек. Сибай яғына киткән яҡта Күбәташ, шул буй Ҡыҙылъяр тип атала. Буйы менән ҡыҙыл йәшмә тулып ятты. Йәйләү ятҡан яҡта Эреташ тауы, ҡаршыһында Ҡарағастау. Аҫҡа төшһәң, Урғаҙа йылғаһы. Унан өҫтәрәк Ҡыубаш тауы, артабан Ерекле, унан Сәреү ҡурғыһы, шул урынды Бандит үҙәге тип тә йөрөттөләр. Хажиәхмәт Унасов йәшенеп ятҡан, тип һөйләй ине олодар.
Хәсән һыуынан сыҡһаң, Әрпәс яланы. Шунда халыҡ йыйындары булды. Татлыбай яғына барғанда Ҡараташ, унда карьер, борон алтын йыуғандар, шурфтары ла булды. Артабан Аҡһыйыр ҡыуағы. Томай һарыҡ буйы тигән урындың атамаһы ҡыҙыҡлы. Еләк йыйған ерҙе Заһит үлеге буйы тинеләр. Үрге ҡойо буйында Үрге һаҙ, ауылдан сыҡҡан ер.