53°14′23″ с. ш. 58°29′44″ в. д. (G)
Хәсән ауылы топонимдары
Баймаҡ районы Хәсән ауылы 1816 йылда нигеҙләнгән. Был ауылдың билдәле кешеләре лә күп: шуларҙың береһе Мирсаяф Бейешев. Шулай уҡ Зәйнәб Биишеваның да тамырҙары ошо ауылда.
Был ауыл Йомаш йылғаһы буйында ултыра. Тағы ла Бишбармаҡ шишмәһе бар. Был шишмә 1845 йылдан бирле бар, тинеләр ауыл кешеләре. Шулай уҡ данлыҡлы Бәхет шишмәһе бар: яҡын-тирәнең яңы өйләнешкән парҙары ошонда килеп, тормош юлын башлай.
Һуғыш ваҡытында кварц сығарылған өсөн эргәләге тауҙы Кварц тауы тиҙәр.
Сибай менән Хәсән араһындағы айырым торған тау Һутник тауы.
Оҫҡондо тауы бар. Был ерҙә оҫҡон йыуаһы булған инде.
Эргәләге тау Рәш(Әрәш), Йомаш тауы ла бар. Йомаш тауының аҫтын Йомаш буйы тиҙәр.
Тағы ла Эре таш, Уртатау, Һарыҡ тауы бар.
Әминә ҡойоһо. Йосоп, Йомаш шишмәләре. Өңташ—бәләкәй генә мәмерйә,Әбеҙлаған һаҙы,Биксәнтәй һаҙы. Йосоп ҡойоһо зыярат яғында ,Ҡуянлы йырын Оҫҡондо янындағы Межалы тауҙа. Ҡолдәүләт тигән тау ҙа бар.
Хәсәндә шулай уҡ Теләүһаҙ шишмәһе аға.
Һаҙаҡъянған тауы, Ҡуян сағыл тауы, Ҡортбаҫҡан тауы. Был тауҙар Хәсән менән Иҫке Сибай араһында урынлашҡанлыҡтан, уларҙы Иҫке Сибайҙар ҙа үҙенеке һанай.
Ляля Рафикова
|
|