Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы топонимдары

Википедияла Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы тураһында мәҡәлә бар

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы топонимдары

Әсәйем, педагогия хеҙмәте ветераны Урманова(Мостафина) Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы, 1939 йылда Ҡыуат ауылында тыуған, Әбделкәрим мәктәбендә уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусының һөйләгәндәренән.

Әбделкәрим- Түңгәүер ырыуының Баймаҡ районына ҡараған иң ҙур ауылы. Ул Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан. Һаҡмарға төшөп барған ерҙә Суҡташ. Бәләкәй генә ҡаялы тау.
Һаҡмар буйының йәме Ҡабраҡай тауы. Һаҡмар ҡаршыһында Һарытүбә тауы. Ул Гәрәкәй тауына ҡушыла.

Гәрәкәй баласағында Үркә ҡаҙаҡты уҡ менән атып үлтерә. Үркә үҙәгенең тарихы ла ошо ваҡиғаға бәйле.
Был үҙәк тә аҡҡан йылғаның исеме лә Үркә үҙәге йылғаһы икән.

Борон башҡорттарға Үркә тигән ҡаҙаҡ тынғы бирмәгән, ти. Килә лә баҫа, килә лә баҫа, ти. Быға бер 12 йәшлек кенә малай, әйҙә атышабыҙ, тигән икән, Үркә риза булған. Малай, әйҙә тәүҙә мин атам, ас күкрәгеңде! тигән, ти. Ҡаҙаҡ малайҙың ата алырына ышанмай, күкрәген асыуы була. малай уҡ атып та ебәрә. Ҡаҙаҡ гөрһөлдәп ергә ауа. Унан алдағы йылда Гәрәкәй атып ҡараған була, ләкин уйлаған уйы барып сыҡмай.. Шул ваҡиғаларҙан һуң был урын Үркә үҙәге икән.

Юлыҡ яғынан Оло Юлыҡ йылғаһы ағып килеп, Һаҡмарға ҡоя.

Юлыҡ йылғаһы аръяғында Сәғит тауы, Сәғит баҡсаһы. Сәғит тирәклеге лә бар. Һаҡмар буйында Ҡыҙылташ тауы бар. Элек ферма ятҡан урын- Сәүкәташ.
Мағаш ауылы исеменән Мағаш тип атала шул тирә. Ғафури районында Юлыҡ, Мағаш топонимдары бар. Әбделкәримдәге ер-һыу атамалары ла шул атамалар менән бәйле. Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында ла Мағаш тауы бар. Мағаш- яңы үҫеп сыҡҡан төбәк.Юлыҡ йылғаһы аръяғында Сәғит тауы, Сәғит баҡсаһы. Сәғит тирәклеге лә бар. Һаҡмар буйында Ҡыҙылташ тауы бар. Элек ферма ятҡан урын- Сәүкәташ.
Мағаш ауылы исеменән Мағаш тип атала шул тирә. Ғафури районында Юлыҡ, Мағаш топонимдары бар. Әбделкәримдәге ер-һыу атамалары ла шул атамалар менән бәйле. Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында ла Мағаш тауы бар. Мағаш- яңы үҫеп сыҡҡан төбәк.
Ары китһәң, Ысмаҡай тауы. Әүәле Ысмаҡай ауылы булды, мәктәбе лә булған. Халҡы ян-яҡтағы ауылдарға күсенеп бөткән. Бара бирһәң, Күспей тауы.
Гәрәкәйҙән һуң көтөү юлы менән Алғаҙыға барғанда Баҙар тауы. Юлыҡ баҙарына алып барған юл. Әүәле Юлыҡта ике мәсет булған.
Алғаҙыға Әбделкәримдең икенсе яғынан сыҡҡан юл буйында Үгеҙ үлгән яланы.
Ауылдың матур ҡаялы тағы бер тауы - Кәмәһалған.
Элек Һаҡмарҙың һыуы мул ине, ташҡын ваҡытында ауылдың биръяғындағы тауға килеп етеүе мөмкин булған, шул тирәлә һыуға кәмә һалып йөрөгәндәр.
Шул Кәмәһалған тауы артында Кесе Юлыҡ йылғаһы буйында Өйташ тауында Өйташ мәмерйәһе бар.
Һаҡмар буйында Питкүлгән, Өс тирәк тигән урындар бар

Һаҡмар буйында Питкүлгән, Өс тирәк тигән урындар бар.