Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы

Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы (БАССР Бөрйән районы Байназар ауылы— Украина Харьков өлкәһе Терновая ауылы )— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына китеп хәбәрһеҙ юғалған исемлегендәге һалдат-кавалерист.

Табылыу тарихы

үҙгәртергә

Мәскәү ҡалаһынан Лариса Владимировна Шашкова эҙәрмән, шылтыратып: "Хәбәрһеҙ юғалған, 1916 йылғы Байназаров Ғәлиулла Хайрулла улының ҡәбере табылды, туғандары бармы икән?" — тип һорап хәбәр иткәс тә, мин Байназаров Рәхимйән Мөхәмәтйән уалына шылтыраттым.

Ул 1930 йылғы, Байназар ауылында Байназаровтарҙың иң оло вәкиле. Яңылышмағанмын, Рәхимйән ағай тиҙ генә эш бүлмәмә килеп бик мөһим мәғлумәттәр еткерҙе. Байназаровтарҙың оло вәкиленең хәтере һәйбәт, ул кисәге генә булған хәлдәй 1939 йылды иҫенә төшөрөп, тасүирилап һөйләне. Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы

1939 йылда Салауатов Сәхи ағай менән армиянан хәрби хеҙмәттәрен тултырып ҡайтҡас, Ғәлиулланың бер туған апайы Ғилминиса — Ҡарағолов Нотрахмандың ҡатыны, ҡунаҡ саҡыра.

Ҡунаҡҡа 9 йәшлек Рәхимйән ата-әсәләренә эйәреп барғанын яҡшы хәтерләй. Ғилминиса сығышы менән Байназаровтар араһынан була. Күп тә тормай Ғалиулланы Иҫке Собханғолға милицияға эшкә алалар. Ул унда Байғаҙы ауылы ҡыҙы — Шарипова Зөбәйлә Шәкир ҡыҙын осратып, уның менән бергә донъя көтөп алып китәләр. Оҙаҡ йәшәү насип булмай, балалары ла булып өлгөрмәй.

1941 йылдың 4 декабрендә Ғәлиулланы фронтҡа оҙаталар. Ғилминисаның ҡыҙы Әлмира апай әле Аҫҡар ауылында йәшәй, әсәһенең ағаһы тураһында хәбәр ишеткәс тә Байназарға ике ейәнсәре менән килеп үҙенең хәтирәләре менән бүлеште. Улар ғайләлә 5 бала булғандар, 4 улдан һуң ҡәҙерле, иркә ҡыҙ гел әсәһе эргәһендә генә йөрөп үҫкән. Уның әсәһе Ғилминисаның гел һағышланып Ғәлиулла ағаһы тураһында һөйләүен яҡшы хәтерләй. Ул: “Миллиционерҙарҙы фронтҡа беренселәрҙән алдылар. Ағайым алғы фронттабыҙ тип яҙа”- ине тип һөйләгәнен иҫләй.

Һуңынан Зөбәйлә икенсе кешегә — Ғәлиуллин Әбделхәйға тормошҡа сыға. Әбделхәй Байназарҙа колхоз рәйесе булып эшләгән була. Икенсе кеше менән тормош ҡороуға ҡарамаҫтан, Зөбәйлә ҡәйенбикәһе Ғилминиса менән аралалашып йәшәй, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй. Бәлки һөйгәнен һағынып, уны яратҡанғалыр ҙа.

Үҙенең дә Әбделхәйҙән тыуған ҡыҙына Әлмира тип исем ҡуша. Ике Әлмира әле лә туған булып, ҡатнашып йәшәйҙәр. Әлмира апай алып килгән апаһының (Байназарҙа бабайҙы шулай тип әйтәләр) фотоларына ҡарайым да, яратмаҫлыҡ та түгелдер шул. Ҡайһындай һыу һөлөгөндәй ирҙәр , бәлки, һөйгәне киләсәк тә бәхетле йәшәһен өсөн, башын һалғандыр…

Эҙәрмәнлек эштәренең һөҙөмтәһе

үҙгәртергә

Харьков ҡалаһында йәшәгән Иван Николаевич Волковский солдат.ру-ға ошо хәл тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа. Ул тыуып үҫкән Терновая ауылында, ауыл зыяратында, шәһиттәр ҡәберлегенән 500 метр самаһы ситтәрәк тәре ҡуйылған ҡәберлек барлығы тураһында яҙған. Ул тәре (фотоһын ебәргән), миңә күренеүенсә, "ПСГ У 18 С 1943 г.", "ПСГ" (Бәлки "Прости и сохрани Господи") тип яҙылғандыр.

Башҡа яҙыу булмай. Иван Николаевич 2009 йылдан бирле ошо ҡәберлек буйынса эҙләнеү эштәре алып бара. Ул ҡәберлек тураһында ауыл кешеләре белә, сөнки христиандарҙың Пасхаһынан һуң гел урындағы дин әһеле панихида үткәрә. Иван Николаевич әйтеүенсә, ул ауылда киренән ҡаҙып ерләүҙәр, ҡәберлектәрҙе күсереүҙәр булмаған.

Волковский әфәнде 348-се медсанбаттың 20 авгусынан 29 августҡа тиклем Терновая ауылында торған ваҡыттағы мәрхүм булғандарҙың исемлеген таба. Ул исемлектә булғандарҙың етәүһе шәһиттәр ҡәберлегенә индерелгән, ҡалғандары ошо исемһеҙ ҡәберлектә тип бара. Исемдәре яҙылмай ерләнгәндәрҙең исемлеге урындағы ауыл хәкимиәтенә тапшырылған булған.

Иван Николаевич яҙыуынса, Байназаров Ғәлиулла Хайрулла улы 1943 йылдың 20 авгусында Терновая ауылында мәрхүм булған. Донесениела ул 18 августа Веселый тигән хуторҙа ҡаты яраланды тип яҙылған тигән. Хәтер китабында ла ерләнгән урыны "хутор Веселый" тип тора. Веселый хуторы Харьков районында, ул әлеге табылған ҡәберлектән 50-70 км алыҫлыҡта.

Һығымта буйынса, ул 348-се медсанбат менән Чугуевский районының Терновая ауылына эвакуировать ителгән булған һәм шунда мәрхум булып шунда ерләнгән. Ҡәбер ташы ҡуйыуҙы Иван Николаевич ауыл халҡын йыйып һөйләшкәндән һуң, улар бер тауыштан риза булып, үҙ иҫәптәренә ҡуйҙыртҡандар. Мин Украинала Совет һалдаттарына ҡуйылған һәйкәлдәрҙе юҡ итеп, вәхшиҙәрсә ҡыланған ҡайһы берәүҙәрҙән айырмалы рәүештә Терновая ауылы халҡы нисек быға йөриәт итте икән тип берҙән аптырата, икенсенән һоҡландыра.