Байназар ауылындағы Тирмән ҡаяһы.

Тирмән ҡаяһы

үҙгәртергә

Минең олатайым Ишҡыуатов Барый Солтангәрәй улы 1931 йылдың 1 ғинуарында Бөрйән районы Байназар ауылында доньяға килә. Олатайымдың бала сағы аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килде. Үҙенең баласаҡтағы хәтирәләре менән беҙҙең менән дә һәр саҡ уртаҡлашты. Уның һөйләүҙәре бөгөн дә беҙҙең хәтерҙә һаҡлана. Барый Солтангәрәй улының иҫтәлектәрен һеҙгә лә еткергем килә.

“1937 -1938 йылдарҙы асыҡ иҫләйем.1937 йылда ауылда балалар өсөн ясле тигән булып бер нәмә астылар. Бар оло кеше эштә, ә беҙҙе Хәйбә һәм Хәсифә апайҙар көндөҙ ашатып уйнаталар ине, ә кисен ҡайта инек, шулай итеп йәй үтте. Ә ҡышын өйҙә инде.1939 йылда уҡырға барҙым, 1-2 ай укып өлгөрҙөммө юҡмы иҙел арьяғындағы фермаға күскәс уҡыу ташланды. 1941 йылда Бешәкегә кителде, шул ҡыш 21 декабрь көнө атайҙы һуғышка алдылар.Улар аттар менән киттеләр, шулай итеп өләсәй менән әсәй ҡалдык. 1942 йылда һәптеюҡ эшкә эшкенә башланым.Оло бабайҙар атҡа мендереп күбә тартырырға өйрәттеләр, бала саҡта атҡа менеү үҙе ни тора.

1947 - 1948 йылдарҙа башмаҡ көтөргә лә эшкенеп кителде. 1948 -1949 йылдарҙа Стәрленән үгеҙ менән райпоға продукты, колхозға семена ташылды. Кәлтәгәү буйлап сығып кителә лә 1 аҙна тигәндә урап ҡайтыла ине.1950 йылда үгеҙҙәрҙе ат алыштырҙы, йөрөүе лә бер аҙ еңеләйә төштө. Колхоз ҡайҙа ҡуша шунда йөрөлдө инде.1952 йылдың 1 июнендә бер нисә тиҫтерҙәремә повестка килде, мине “особое распоряжение” тип Бешәке фермаһы төҙөргә тип отсрочка бирҙеләр. Ат менә ағас ташыйбыҙ.Ҡул менән ағасты йығып, әрсеп минең атҡа тейәйҙәр. Мин ат менән Һыусумған тигән ерҙән Бешәкегә төшөрәм. Көҙ көнө 7 октябрь байрамында кәләш алдым, күп тә үтмәй армияға повестка тотторҙолар, йәнәһе кәләш алғас, өләсәй менән әсәйҙе ҡарарға кеше табылған. Нимә эшләйһең инде, йәш кәләшкә әсәй менән өләсәйҙе ҡалдырып армияға киттем. Унда 3 йылда 6 ай тигәндә 1957 йылдың 27 декабрь көнөндә өйгә ҡайтып инелде. Армиянан ҡайткас, тағы колхоз эшенә башкөллө сумылды, бөтәһе 51 йыл эш стажым бар тип,”- ғорурлыҡ менән тамамланы хәтирәләрен олатайым.

Барый Солтангәрәй улы бер нисә тапкыр район советы, 5 тапҡыр ауыл советы депутаты була. 10 йыл колхозда бригадир, 22 йыл бесән эшендә звеновод була. Олатайымдың почет грамоталарының иҫәбе һаны юҡ. Шуларҙың араһында Башкортостандың почет грамотаһы ла бар. 21 ноябрь 2022 йылда олатайым үлеп ҡала.

Мин Барый олатайымдың ауылым эргәһендәге ер – һыуҙарыбыҙ менән таныштырыуы бөгөнгөләй хәтеремдә. Бигерәк тә уның ауылымдан 3-4 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Тирмән ҡаяһы тураһында һөйләүе оҡшағайны. Уның һөйләүҙәрен нисек бар шулай һеҙгә еткергем килә.

“Бешәке йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урынынан 50 - 70 метр самаһы өҫтәрәк һыу тирмәне булған. Барый Солтанғәрәй улы Ишҡыуатов олатай (мәрхүм) һөйләүе буйынса, был урында ағас тирмән эшләп торған булған. Уны йыуан ағасты дүрткелләп сабып алып ҙур ҡуласа ҡуйылған ине. Был һыу ҡуласаһына таҡта ҡуйылған, шунда һыу ағып килеп ҡуласаны өйрөлтөп тора ине, тип үҙенең хәтирәләре менән бүлеште. Олатайҙың һөйләүе буйынса, ул теге быуаттың сама менән 20-се йылдарында төҙөлгән. Был тирмәнде указлы мулла Әбделвәхит хәҙрәт Салауатов төҙөткән.

Әбделвәхит Хилизаман улы Салауатовтың үҙ халҡына күрһәткән күп һандағы изгелектәренең береһе булған ул һыу тирмәне. Ҙур ауылда тирмән булмағанлығын иҫәпкә алған булған ул.

Олатайҙың фаразы буйынса, Әүжән урыҫтары төҙөгән. Иҙелдә һыуҙың күп сағында ағыҙып алып килеп күтәргәндәр тирмәнде. Унда тирмән эргәһендә үҙенең баҡсаһы, һарайы ла булған. Унда йыл әйләнәһенә йәшәп эшләгәндәр. Ауылға ҡайтып йөрөмәгәндәр. Ул утарҙа бала саҡтарында Науразбаев Баязит һәм Зәйнулла олатайҙар йәшәгән.Тирмәнгә иген һалдырырға бик күп ауылдарҙан килер булғандар. Был тирмәндә он һалдырыу менән бер рәттән ярма һурҙырыу эше лә ойошторола. Бында тал ҡабығын әрсеп төйҙөргәндәр. Тал ҡабығының онтағын тире иләгәндә буяу итеп файҙаланғандар, тирегә йәшел төҫ биргән.

Тирмән Байназар ауылы халҡы менән рәттән, күрше ятҡан ауылдарҙы ла хеҙмәтләндерә. Ул тирмәнде 70 йылдарҙа Мораҙым ауылынан Байназар ауыл интернатында ятып уҡып йөрөгән малайҙары ҡайтып барған ваҡытта ут менән шаярып тирмәнде үртәп ҡуялар.”

Шул янғындан ҡалған тирмәндең бер өлөшө Науразбаев Баязит бабай мәрхүмдең ишек алдында ята, ә ташының бер өлөшө Байназар ауылы мәҙәниәт йортоноң музейында һаҡлана. Уны Байназар мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре урынынан барып алып таҙартып, матурлап музейға һалып ҡуялар. Таш бик ҙур, диаметры 1 метрға етә яҙып тора. Ул шул тиклем шымарып бөткән, тимәк был таш күп кенә эш күргән. Шуға ла элекке тирмән булған ерҙән алыҫ түгел ҡаяны Тирмән ҡаяһы тип атайҙар. Ул ҡая бик бейек, юлда килгәндә, әллә ҡайҙан күренеп тора. Ауыл халҡының, хатта ҡырҙан килгән ҡунаҡтарҙың, бала-сағаларҙың ял итеү, иҫтәлеккә фотоға төшөү урынына әйләнде. Тирмән ҡаяһының аҫтында Ағиҙел йылғаһы сылтырап ағып ята. Тирмән ҡаяһы аҫтында йылға бик тәрән генә. Шуға ла йәй көнө ул ҡаянан малайҙар йылғаға һикереп һыу инәләр.

Тирмән ҡаяһы тураһында мин эҙләнеү эшемде дауам итәсәкмен. Минең уйымса ер-һыу атамаларының ҡайҙан килеп сығышын беҙҙең быуын белеп үҫергә тейеш, шуға ла мин үҙебеҙҙең ауыл тирәһендәге ер – һыу атамаларын өйрәнәсәкмен һәм мөмкин тиклем тиҫтерҙәремә еткерәсәкмен. (Иманғолова Диниә Рәфил ҡыҙы, Байназар урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы)