Байназар ауылының түбәнге яҡ ер-һыу атамалары
Байназар (рус. Байназарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл
Байназар ауылының түбәнге яҡ ер-һыу атамалары тарихы
үҙгәртергәБайназар ауылы ҡарағай-ҡыпсаҡ ауылдары араһында иң ҙуры һәм иң боронғо ауылдарының береһе. Ауылдың төп өлөшө Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан һәм элек-электән икегә бүленеп йөрөтөлдө:Түбән яҡ һәм Үр яҡ. «Ағиҙел» колхозы гөрләп торған мәлдә колхоздың Үр яҡ бригадаһы һәм Түбән яҡ бригадаһы була торғайны. Борон-борондан Үр яҡ көтөүе һәм Түбән яҡ көтөүе булды һәм әле шулай. Көҙгә табан мал туҙһа, малдар ҡушылдымы икән, тип эҙләйҙәр. Ә былай улар ҡушылмай. Халыҡ та үр яҡтарға һәм түбән яҡтарға бүленә. Үр яҡтарҙың һәм түбән яҡтарҙың шартлы сиге элекке оло юл буйынса клуб тәңгәленән үтә. Клубтан юл аръяғы Үрге яҡ, бирьяғы – Түбән яҡ. Түбән яҡтың ер-һыу атамаларын ҡарап китәйек.
Үгеҙһөҙгән шишмәһе
үҙгәртергәЯңы асфальт юлдан ауылға төшкән ыңғайы уң яҡта тау аҫтынан таҙа һыулы шишмә урғылып ағып ята. Яҙ көнө мул һыулы шишмә йәйгә табан ҡорой, ә элек ҡоромаған. Ә тарихына килгәндә ололар былайыраҡ тип һөйләйҙәр: борон башҡорттар бер урындан икенсе урынға күсенеп йәшәгәндәр. Бер ваҡыт ике үгеҙ һөҙөшә башлайҙар. Үкерә-үкерә ҡара үгеҙ ерҙе һөҙөп торғанда был урындан һыу килеп сыҡҡан. Шунан алып был урынды Үгеҙһөҙгән, ә шишмәһен Үгеҙһөҙгән шишмәһе тип атағандар. Элек был шишмәгә эсер һыуға йөрөгәндәр, сөнки боҙ киткән мәлдә Иҙел һыуы бысраҡ була. Алыҫ тип тормай йәш килендәр, әбейҙәр тау аҫтындағы ҡыҙырым һуҡмаҡтан һыуға йөрөр булғандар. Шишмәнең тирә-яғы ҡуйы үлән, сәскәлек, ағаслыҡ булды. Май байрамдары етһә, тау бите умырзаяға ҡапланған мәлдә, халыҡ самауырҙар алып, бала-сағаларын эйәртеп, сәхрәгә сығып, күңел асып ҡайта ине. Шишмәнең һыуы йылтыр ғына, тап-таҙа булды, төбөндә тинлек аҡсалар йымылдашып күренеп ята, кеше шишмәнең ҡото китмәһен тип көмөш аҡса ташлай ине. Шишмәнең мул һыуы ағып сыға ла, туғайға йәйелеп, йәй уртаһына тиклем кипмәй, күл булып ята. Хәҙер шишмә оҙаҡ аҡмай, йәйгә тиклем ҡорой, ә ҡайһы бер йылды бөтөнләй сыҡмай. Борон бабайҙар, ере тәпәш, һыу баҫа, тип туғайға өй һалдырманылыр. Ә хәҙер туғай кипте, һуңғы йылдар гел ҡоро килгәс, һыу сыҡҡаны юҡ, туғай йәштәрҙең төҙөлөш майҙансығына әүерелде. Шишмә тирәһе тапандыға әйләнеп киткәс, битараф булмаған кешеләр Үгеҙһөҙгән тирәһен тәрбиәләп ҡуйҙылар. Вәлиев Фәнил уландары менән кәртәләп ҡуйҙы, шул тирәлә йәшәгәндәр буяп, таҙалап торалар.
Сейә морон
үҙгәртергәҮгеҙһөҙгән шишмәһенең ҡаршыһында Сейә морон тигән урын бар. Хәҙер кеше уны белмәй ҙә. Был урындың сейәһе йыл да уңа торғайны, тип һөйләйҙәр. Шул урындан айыу һыу эсергә төшөп йөрөгән. Бер мәл йәй көнө Сейә моронда йөрөгән кәзәләрҙе айыу өркөтә. Бер кәзәне йығып та ала. Кәзәне ашағас, айыу һыуһап, Иҙелгә һыу эсергә төшә. Был айыуҙы күреп ҡалған кешеләр Мансуров Исрафил ағайға барып әйтәләр. Ләкин айыуҙың эҙенә төшә алмайҙар. (1996 йылда Миндеғолова Мәрхәбә Хәйривара ҡыҙынан Әхмәтова Гүзәл Зиннәт ҡыҙы яҙып алған) ===Көтөү юлы===Түбән яҡтың көтөүе борон-борондан бер юлдан йөрөй. Мал Мырҙағолов Шәһит ҡарттың өйө тәңгәлендә йыйыла ла, Ҡурыуҙы тауының дауамын ҡыялатып, тауға менеп китә. Күмәк малдың тояҡ эҙенән ул юл ташлы-ҡырсынлы бер юлаҡ булып айырым-асыҡ күренеп ята. Эргәһенән йәйәүле һуҡмағы ла бар. Көтөү юлы тау башынан туп-тура ғына барып, Ҡарайғырға төшә.
Түбәнге ос
үҙгәртергәБайназар ауылының түбәнге осо элек Туҡтамышев Салауаттың өйөнә тиклем генә була торғайны. Артабан баҫыу булды, ул яҡҡа, кәртәләнгән булғас, мал да сыҡманы. Унда «Ағиҙел» колхозы кукуруз сәсте, уныһы кеше буйлы бейек булып уңа торғайны. Иҙел яры буйлап ҡуйы әрәмәлек ине. Шул әрәмәлек тауға тиклем барып терәлә. Хәҙерге оло күпер тирәһенән түбән яҡҡа ҡарай ереклек башланған урынды Ерек мороно (Еректе) тигәндәр. Оло күперҙең түбән яғында йәшәгән кешеләр үҙҙәрен Түбәнге ос тип атай. Бына шул Түбәнге остар унда өй һалып, төпләнеп, донъя көтә башлағанда, Иҙелгә төшөр өсөн ереклек араһынан үҙҙәренә һуҡмаҡ һалып ала инеләр. Хәҙер унда бер ерек тә ҡалмаған.
Әрәмәлектең иң осон Арал тип атайҙар. Хәҙер унда өйҙәр һалып бөттөләр, ҡуйы әрәмәлек ҡалманы, ләкин Арал исеме ҡалды. Әрәмәлектең һаҡланып ҡалған өлөшөн шунда йәшәгән Түбәнге ос кешеләре кәртәләп алып, парк яһап, ял итеү урынына әйләндерҙеләр. Ҡарап, тәрбиәләп торалар. Унда күберәк муйыл ағасы үҫә.
Байназарҙың түбәнге осонда Ағиҙел йылғаһы уртаға бүленеп китеп бәләкәй генә утрау яһай. Уныһын Уртарал (Урта Арал) тип атайҙар. Йәй көнө һыу һайыҡҡас, утрауға тубыҡтан ғына кисеп сығып булһа ла, яҙ көнө Иҙел ажғырып ятҡанда утрауға яҡын барырлыҡ түгел. Унда һыу өйрөлтмәк яһай, ул өйрөлтмәктә хатта кеше батып үлгән тип һөйләйҙәр. Элек, унда мал сыҡмағанда, Уртарал ожмах мөйөшө кеүек матур булһа, хәҙер уның матурлығы ҡалмаған, мал да йөрөй, кеше лә муйылын тирәм, тип ағасын йығып, һындырып бөттө.
Ҡыҙырым тау - Ҡурыуҙы тауының түбәнге дауамы, ауылды уратып алған тауҙар теҙмәһен Ҡыҙырым тау тигәндәр. Ҡыҙырым тау көтөү юлынан башланып, Ҡуяндар яғына китә. Көтөү юлынан тау башына сыҡҡас Ҡыҙырым тау башында – Төбарҡа яланы (Төп арҡа). Төбарҡа Ҡарайғырға киткән юлдың уң яғында ҡала, тауҙың башынан алып Ҡуяндар сигенә тиклем йәйелеп киткән туғай.
Арҡа
үҙгәртергәҠурыуҙы тауы башындағы яланды Арҡа яланы йәки Арҡа тип атайҙар. Элек колхоздың сәсеүлектәре ине.
Ҡурыуҙы тауының башында, оло юл буйында, шофер халҡын кинәндереп заправка станцияһы төҙөлдө. Тау башында колхоз мәлендә ағастарҙы төпләп, урмандарҙы бөтөрөп, яландар яһап бөттөләр. Элекке колхоз сәсеүлектәрен фермер хужалыҡтарына һәм айырым кешеләргә пай ерҙәре итеп бирҙеләр. Арҡала беренсе үҙәктән һуң ағасы төпләнмәй ҡалған ер бар. Утрау һымаҡ һирәк кенә ағаслыҡты Балаган тип әйтәләр. Балаган – колхоз төҙөгән өй була торғайны, унда сәсеү һәм урып-һуғыу осоронда трактористарҙы һәм игенселәрҙе ашатыу өсөн ашхана, йәйге кухня, өҫтәлдәр төҙөлгән ине. Аҙағыраҡ Курыуҙы итәгендәге заготзерна тип йөрөтөлгән оҙон келәтте күсереп алып барып ултырттылар. Ваҡытлыса колхоздың техникаһы ла ултыра торғайны унда. Һуңынан сабынлыҡ итеп файҙаландылар.
Балагандан һуң оло юл буйында Бабай үлеге тигән ер бар. Байназар менән Яуымбай араһының иң бейек түбәһендә урынлашҡан. Был урында Яуымбай Ҡарасуриндар араһынан булған Ҡарасура исемле ҡарт ерләнгән. Ҡарасура ҡарт Байназарҙан ҡайтып килгән саҡта, юлда үлеп ҡала. Үлер алдынан ул: «Мине ошо урында ерләгеҙ, ике ауылдың аҙан тауышын ишетеп ятайым», - тип әйткән булған. Һуңынан был ҡәберлекте Яуымбай ауылы кешеһе Назаров Ҡотлоғәләм бабай тимер рәшәткә менән кәртәләтеп, эргәһенә ҡарағай ағасы ултырта.
Ҡаратал. Байназар менән Яуымбай араһында бер үҙәктә ҡуйы таллыҡ булған. Шуға уны Ҡаратал үҙәге, ә яланын Ҡаратал яланы тип атайҙар.
Көтөү юлынан тау башына менһәң алда төпләнмәй ҡалған өйкөм булып үҫкән ҡайындар күренә. Көтөү юлы шул ҡайындарҙан тураға үҙәккә төшөп китә. Унда Ҡарайғыр яланы. Уң яҡта Күгала (Күк ала) тип аталған ер тороп ҡала. Күгаланың бирге ос урманын төпләп, ялан яһағандар. Арғы осо һирәк кенә урман менән ҡапланған түбәләс тау башы. Күгалала еләк күп була. Бәғзе йылдары еләк түшәлеп ята.
Күгаланың эгәһенән үҙәк төшөп китә. Элек был үҙәкте яланы менән ҡуша Ҡарағолов Мансур бабай сапты, хәҙер уның улы Рәхимйән саба. Ә уларға тиклем боронораҡ Күгала менән үҙәкте ҡуша Мансурҙың атаһы Ғүмәр сапҡан.
Был үҙәк менән аҫҡа тиклем төшһәң, юл Йәүгәзе йылғһына барып төртөлә. Борон был ерҙәрҙә Байназар халҡының йәйләүҙәре булған. Шул урынға Байназарҙан Яуғаҙы тигән кеше килеп ултырған. Өйө йылға эргәһендәге битләүҙә булған. Һул яҡта ҡуйы ҡарағай урманы, ә уң яҡта йылға аҡҡан. Ул мәлдә йылғаның исеме лә булмай. Аҙаҡ ҡына тәүге килеп ултырған кеше хөрмәтенә Яуғаҙы йылғаһы тип атай башлағандар. Ваҡыт үтеү менән Яуғаҙы исеме Йәүгәзегә әйләнә. Йәүгәзе йылғаһы Нәби ауылы эргәһендә Ағиҙелгә барып ҡоя.
Йәүгәзе йылғаһын аша сығып, ҡалҡыулыҡҡа күтәрелһәң, Иҫкерҙын (Иҫке ырҙын) тигән ер башлана. Боронғо йәйләү урыны, Иҫке ырҙын тигән исеме үк әйтеп тора. Тау бите һирәк кенә урман араһы, үҙәктәре ҡуйы ағаслыҡ булды, һәйбәт үҫкән сабынлыҡ ине. Зәйнуллин Әхмәҙиә менән түбәнге Рамаҙан сапты. Иҫкерҙындың бурһыҡ өңө табылған бер урынын Бурһыҡ өңө тип йөрөтәләр ине. Был ерҙәрҙе Хәмиҙә сабыны исеме менән йөрөтәләр.
Ҡарайғыр яланы
үҙгәртергәКөтөү юлы менән тураға төшөп китһәң, Ҡарайғыр яланына барып сығаһың. Был яландың тарихын ололар былайыраҡ итеп һөйләйҙәр ине: яланда ике айғыр талашып китә. Улар тешләшеп торған урында ҡушылып үҫкән ҡайын була. Шунда айғырҙарҙың береһе муйынынан аҫылынып, сүгәләп, артына ултыра төшә. Ат тора алмай, аҙапланып, шунда үлә. Шунан алып был яланды Ҡарайғыр яланы тип атайҙар. Ҡарайғыр яланында лесхоздың ағас ултыртҡан питомнигы бар.
Ҡарайғыр юлының һул яҡтағы яланын Һабантуй яланы тип йөрөтәләр. Исеменән күренеүенсә, был яланда колхоз һабантуйы үткәрелә ине. «Ағиҙел» колхозына ҡараған Байназар, Мораҙым, Яуымбай, Мәһәҙей ауылдары халҡы кеме ат егеп, кеме машина-тракторға тейәлеп, ошо яланға йыйыла ине. Борон кеше Бөрйәнгә район һабантуйына әллә ни йөрөмәне, ә бында эркелешеп килә торғайны. Колхоз йылҡы һуя, һәр бригада айырым ҡаҙан аҫа, колхоз түрәләре яҙғы эштәргә йомғаҡ яһай, алдынғыларын бүләкләй, төрлө уйындар, йыр-бейеү, ҡыҫҡаһы, ысын мәғәнәһендә ауыл эшсәндәре байрамы була торғайны. Һабантуй яланына хәҙер кеше оло юлдан йөрөй. Бабай үлеген үткәс, үҙәктән уңға табан юл борола. Шул юл менән бара бирһәң, Һабантуй яланына барып сығаһың.
Ҡарайғыр яланынан ары өс тау баҫып тора. Оло юлдан һанағанда беренсеһен Ситҡыр, икенсеһе – Уртағыр, өсөнсөһөн Ҡарайғыр тауы тип йөрөтәләр. Был тауҙарҙа шартый еләк, сейә күп була торғайны.
Уртағыр менән Ҡарайғыр тауҙары араһындағы үҙәктән Ҡарайғыр йылғаһы ағып ята. Аҙаҡ ул йылға Йәүгәзегә барып ҡушыла.
Ҡарайғыр тауы менән Иҫкерҙын араһында Ҡарағасты бейек тауы бар.
Ҡарайғыр яланынан Бурташ тигән ергә юл китә. Был урында бурташ табылған була. Таш ыуалып тора. Борон был таш менән тире иләгәндәр. Элекке йәйләү, унда колхоздың тана-торпо, башмаҡтарын көткәндәр. Көтөүселәр алмашлап, ятып эшләгәндәр. Мал бикләргә кәртәләре, көтөүселәргә йәшәп торорға өйҙәре лә бар. Әлеге көндә лә Яуымбай фермерҙарының малдары шунда йәйләй.
Бурташҡа бара торған юл менән Ҡарайғыр тауын үткәс тә беренсе үҙәктә ниндәй ҡоро йылда ла үтеүе ауыр булған Фәсҡи батҡағы тигән мәтеле урын бар. Ғүмере буйы колхозда көтөүсе, бригадир булып эшләгән Вәлиев Фәсхетдин Бурташҡа китеп барышлай, аты-арбаһы менән шунда батҡан да сыға алмай хитланған.
Сығанаҡ
үҙгәртергәАллабирҙин Д. З. Бөрйәнем – Йәнтөйәгем, 2018 йыл.
Ишбулатов Ғ. С. Бөрйән районы Байназар ауылы тарихы, 2012 йыл.
Зәйнуллин Фазыл Әхмәҙиә улы, 56 йәш.