Балан
Балан((русса: Калина обыкновенная, лат. Vibúrnum ópulus)— бейеклеге 4 м-ға етә алған ҡыуаҡ. Май — июнь айҙарында аҡ сәскә ата. Август — сентябрҙә емеше өлгөрә.
Балан
үҙгәртергәБалан ҡыуағы ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа, аҡландарҙа, йылға һәм күл буйҙарында үҫә. Ул дымлы тупраҡты ярата, һалҡынға бирешмәй, тура төшкән ҡояш нурҙарын яратмай. Шуның өсөн балан ҡыуағын баҡсаның түбәнерәк урынына, өй йәки ағас ышығына ултыртыу яҡшы.
Балан ҡыуағы ғәҙәттә тирә-яҡҡа йәйелеп үҫә, бейеклеге 3—4 метрға тиклем етә. Ул йыл һайын емеш бирә, сөнки бик һуң, яҙғы ҡырауҙар үткәс, июндең икенсе яртыһында ғына, сәскә ата. Емештәре август аҙағында — сентябрь башында өлгөрә. Улар сей көйөнсә лә ашарлыҡ була, ләкин ауыҙҙы ҡура, әсе. Кырпаҡ ҡарға тиклем ултырған балан емеше артыҡ әсе булмай..
Баландың химик составы буйынса дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәБалан витаминдарға бик бай: A, E, P, К, Р, С витамины лимондағына ҡарағанда 70%-ҡа күберәк.
Микроэлементтары һәм минералдары буйынса бик ҡиммәтле дарыу сығанағы булып тора (ванадий, калий, кальций, кобальт, магний, марганец, молибден, натрий, никель, титан, цинк, цирконий, фосфор).
Емештәрендәге тимер миҡдары арҡаһында ҡан эшләүҙәге әһәмиәте әлморон һәм ҡара ҡөртмәленеке менән тиң.
Дарыу әһәмиәтенән баландың ҡабығы, япраҡтары сәскәләре, емештәре, орлоҡтары, йәғни бөтә өлөштәре лә файҙалы.Шуның өсөн дә, емештәрен эшкәрткәндә орлоҡтарын ташлау бөтөнләй ярамай.
Емештәренең химик составы
үҙгәртергәДупланған матдәләр – 3%.
- Полисахаридтар – до 32%.
- Пектин матдәләр (глюкоза, галактоза, ксилоза, арабиноза) – 2,5%.
- Липидтар.
- Аминокислоталар (серин, глутаминовая и аспарагиновая кислоты, аланин, глицин, аргинин...).
- Органик кислоталар – 3% (һеркә, ҡырмыҫҡа, изовалериан, каприл кислоталар)
- Витамин С – 90 мг % тирәһе
- Каротин.
- Микроэлементтар –тимер, баҡыр, цинк һәм башҡалар.
- Макроэлементтар – кальций, магний, калий
- Флавоноидтар. Балан һутына алма иҙмәһе (пюре) өҫтәһәң, мармелад һәм ҡаҡ эшләргә була. Баландан варенье ҡайнаталар, бәлеш һәм ватрушка бешерәләр, кеҫәл һәм вино яһау өсөн дә файҙаланалар.
Орлоҡтарының химик составы
үҙгәртергә- Майҙар – 21% (миристин, пальмитин, пальмитолеин, стеарин, олеин, линолен, лигноцерин, церотин, арахидон һәм беген кислоталары)
- Липидтар -12%
- Аҡһымдар — 6% (орлоҡтарҙың ҡоро массаһының)
Балан ҡабығының составы
үҙгәртергә- Холин һымаҡ матдәләр – ~ 20 мг.
- Гликозид вибурнин – 3-6%.
- Витамин K1 — 28-30 мкг/г.
- Аскорбин кислотаһы — 80 мг;
- Каротин — 20 мг.
- Ыҫмала һымаҡ матдәләр — 6,12-7,26%.
- Органик кислоталар— ҡырмыҫҡа, һеркә, каприл, изовалериан кислоталар – 2 %-ҡа тиклем
- Дуплаусы матдәләр – 1%-ҡа тиклем
Баланды үрсетеү
үҙгәртергәБаланды орлоҡтан һәм ҡыуаҡ төбөнән сыҡҡан йәш үҫентеләрҙән үҫтерергә мөмкин. Орлоҡто көҙ көйө сәсәләр. Үҫентене 2 йыл буйына яҡшылап тәрбиәләйҙәр һәм көҙ көнө даими урынға күсереп ултырталар.
Соҡорҙо 50x50 сантиметр ҙурлығында ҡаҙалар, тиреҫ,калийлы, фосфорлы һәм азотлы минераль ашламалар менән ашлайҙар. Балан йыш һыу һибеүҙе, ашлауҙы, төбөн даими йомшартып тороуҙы ярата. Уның ҡороған, ҡартайған ботаҡтарын ҡырҡып торалар. Тәүге йылдарҙа баланды һындырып йыйырға ла кәрәк, был сара һәйбәт ҡыуаҡ формалаштырырға мөмкинлек бирә. Даими ашлап, төбөн йомшартып һәм һыу һибеп торһаң, һәр балан ҡыуағынан 20 —25 килограмға тиклем балан йыйып алырға була.
Баланды тамам бешеп еткәс кенә, ҡоро көндә тиреп алырға кәрәк. Ашау өсөн йыйылған баланды ғәҙәттә баулайҙар, ә дарыуға йыйылғанын һауала япма аҫтында йәки мейестә 60 — 80 градус эҫелектә киптерәләр.
Балан ҡайырыһының шифаһы
үҙгәртергәБаландың ҡайырыһы бик файҙалы. Ҡайыры составында вибурнин исемле гликозид, ҡырмыҫҡа, изовалериан кислоталары, каротин, С витамины, башҡа биологик актив матдәләр табылған. Бигерәк тә С витамины күп.
Уны иртә яҙ менән, апрель — май айҙарында, ағас һуты шәп йөрөгән мәлдә, ҡайыры еңел һыҙырылған мәлдә әҙерләп алалар
Күләгәлә һәм ҡоро урында киптерәләр һәм ваҡ ҡына итеп онтайҙар.. Тамырҙарынан эшләнгән һарҡынды ҡылауыр, көҙән йыйырыуға ҡаршы һәм ҡулланыла.
Балан ҡайырыһынан әҙерләнгән ҡайнатманы
- берәй ағзанан ҡан туҡтатыу өсөн (үпкәнән, аналыҡтан ...) ,
-геморрой шешектәре ҡанағанда,
-нервылар ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡтан,
-тын алыу юлдарына һыуыҡ тейгәндә,
-йоҡлай алмай яфаланғанда,
-ҡылауырға ҡаршы,
-көҙән йыйырыуҙы баҫыу маҡсатында ҡулланыла.
Ҡайнатманы әҙерләү ысулы: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған балан ҡайырыһын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта ярты сәғәт ҡайнатырға кәрәк.
Ҡайнатманы көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ите ҡанағанда был дауа менән ауыҙҙы сайҡарға мөмкин.
Балан емештәренең шифаһы
үҙгәртергәБаланда шәкәр бик күп, 3 процентҡа тиклем дуплау матдәһе бар, ул С һәм Р витаминдарына, органик кислоталарға һәм каротинға бай.
Баландың емешен, уның һутын ҡан баҫымы юғары булғанда ҡабул итеү шифалы. Һутын һәм һарҡындыһын (отвар) һалҡын тейгәндә, йүтәлләгәндә, эс киткәндә бал ҡушып әсәләр.
Бронх астмаһы менән ауырығанда ла балан һуты әсәләр. Ул ауыртыуҙы баҫа һәм ҡан баҫымын түбәнәйтә. Балан йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамырҙары ҡыҫылған ваҡытта ла файҙаһы ҙур.
Емешенән әҙерләнгән төнәтмәне нервылар ҡаҡшағанда, өҫкө тын алыу юлдары шешкәндә, бөйөр сирҙәренән шешенгәндә, эс киткәндә ҡулланырға кәңәш ителә.
Баландан бешерелгән витаминлы сәй организмды нығыта һәм нервыларҙы тынысландыра.
Балан емештәре:
- иммунитетты нығыта,
- һалҡын тейгәндән дауалай,
- тамаҡты йомшарта
- авитаминоздан дауа,
- яман щештән һаҡлай,
- аллергияны иҫкәртә,
- бәүел ҡыуа,
- ҡан ағыуҙы туҡтатыусы булып тора,
- гипертониянан дауалай,
- организмды шлакьарҙан таҙарта,
- бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта,
- нервы системаһын тынысландыра,
- мейене сирҙәрҙән һаҡлай,
- аш һеңдереү каналы эшмәкәрлеген көйләй,
- йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йөғонто яһай,
- гипертониянан дауалай,
- ҡанда холестеринды кәметә,
- пульсты нормаға килтерә.
Төнәтмәне әҙерләү: 1 балғалаҡ киптереп ваҡланған балан емешен i стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 40-50 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 2-3 тапҡыр, ашар алдынан, 1-2 аш ҡалағы эсергә.
Балан емешен һаҡлауға әҙерләү: тәүҙә һулытылар, аҙаҡ килеп янып бөткән мейестә (температура 50-55 градустан арт* маһын) киптереләр.
Кипкән дауаларҙы һаҡлау ғәҙәттәгесә — ҡоро урында.
Баландан желе
үҙгәртергәӘсе булмаһын өсөн баланды тәүге ҡырауҙарҙан һуң ғына йыялар. 7—8 минут ҡайнар һыуға һалып алалар, һыуын алмаштыралар ҙа йомшарғансы бешерәләр. Бешкән баланды иҙәләр һәм иләк аша үткәрәләр. Иҙмәгә 1 килограмм массаға 1,2 килограмм шә- кәр ҡушып болғаталар һәм 50 минут ҡайнаталар. Кеҫәл һымаҡ был әскелтем ашамлыҡты сәй өҫтәленә ҡуялар,