
- Ике тупылдыҡҡа бер сипылдыҡ.
- Ике аҡҡош,
Араһында бер аҡ баш.
- Ике тубырсыҡ,
Килеп ҡунды сыйырсыҡ.
- Ике һанат,
Ике һанат ҡаршыһында бер һалдат.
- Һике-һике һиңк итә,
Һике башы мөлк итә.
Шур ҡашҡаһы баҡыра,
Майлы ҡарыны саҡыра.
- Елек-елек елкетә,
Елек төбөн һелкетә,
Һыу-һыу тиеп баҡыра,
Солтанбикә саҡыра.