Балды күпме ашарға
Көнөнә күпме бал ашарға? Башҡорт балының шифаһы хаҡында һәр кем хәбәрҙар. Әммә көнөнә уны күпме ашарға кәрәк икәнлеге хаҡында беләбеҙме икән? Табиптар әйтеүенсә, балды зыянлы түгел тип күп ашарға ярамай. Баҡтиһәң, уны иртән һәм кис икешәр ҡалаҡ ҡына ҡабырға ярай. Диетологтар, балда углеводтар күп, шуға ул – калориялы аҙыҡ, ти. Тимәк, балды күп миҡдарҙа ашау һимереү менән бәйле сирҙәргә килтереүе ихтимал. Бынан тыш, был татлы аҙыҡты күпләп ҡулланыу аллергияға килтерә. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә башҡорт балы Рәсәйҙәге иң тәмле балдар исемлегендә беренсе урынға сыҡҡан.
"Башҡортостан" гәзите, № 94, 16 август 2019 йыл.