Балта- Бәләкәй генә малай
Урман төбөн ялай.
- Бәләкәй генә бер бәндә
Бөтөн урманды яңғырата.
- Күккә менһә, ялт итә,
Ергә төшһә, шалт итә.
- Йәнле һуға, йәнһеҙ яра.
- Бара ағай урман буйлап,
Билбауында көҙгөһө.
Көҙгөһөн алды, эйелде —
Имән йығылды.
- Өйгә ҡайта, һике аҫтына кереп ята.