Балтырған (рус. Борщевик сибирский, лат. HeracleuifLsibiricum L.) — ике өлөшлөләр класы, сатыр сәскәлеләр ғәиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән үҫемлек.

Балтырған үҙгәртергә

Бейеклеге 1,8 м-ға етә ала. Июнь — августа һарғылт йәшел сәскә ата. Орлоҡтары июль — сентябрҙә өлгөрә.

Балтырған урман ситендә, болондарҙа, йылға буйҙарында үҫә. Республикабыҙҙа киң тарал­ған үҫемлек.Ареалы Европаның,Кавказ алдының һәм Көнбайыш Себерҙең уртаса зонаһын биләй.

Балтырғандың химик составы үҙгәртергә

Япраҡтарында, сәскәләрендә һәм емештәрендә 3% тирәһе эфир майҙары, кумарин (бергаптен, ум-беллиферон, пимпинеллин (~2,45%), дупланған матдәләр, ыҫмалалар, углеводтар, минераль элементтар (тимер, титан, никель, бор, цинк, баҡыр, марганец, кальций)бар.

Япраҡтары каротинға, аскорбин кислотаһына, тамырһабағы шәкәҙәргә, емештәре майҙарға (~20%) бай.