Балыҡ (йомаҡтар)
Әрселмәгән балыҡ
- Асылмаған әрйәлә
Беселмәгән тун ятыр.
- Көмөш тәнле,
Ите тәмле. - Ҡойроғо ергә теймәҫ,
Һырты көнгә көймәҫ. - Эңгей, мәңгей,
Ҡолаҡтары сәңгей;
Баҙарға илтеп һатыр инем,
Дүрт копейки давай динге. - Бер атым бар — мәңге-мәңге,
Ҡойроҡтары — сәңге-сәңге.
Баҙарға илтеп һатыр инем,
Сәптер алтын давай динге. - Һыуҙа йөҙмәй түҙә алмай,
Һыу өҫтөндә йөҙә алмай.
Йөҙмәй түҙмәҫ кем булыр?
Көмөш күлдәк шул булыр. - Яр аҫтында батман ятыр,
Уны тотҡан Боҫман батыр,
Боҫман алған бер ҡатын —
Тәңкәләре шау алтын,
Тырнаҡтары көмөш-алтын. - Яр аҫтынан яу уҙа,
Һөңгөлө лә мылтыҡлы. - Йәне бар, ҡаны бар,
Һыуһыҙ ерҙә торҙо(н)иһә,
Йәне лә юҡ, ҡаны ла юҡ. - Ҡанаты бар — оса алмай,
Күккә табан ҡарамай,
Йондоҙҙарҙы һанамай,
Ҡоро ерҙә тора алмай. - Башы бар — сәсе юҡ,
Күҙе бар — ҡашы юҡ.
Ҡанаты бар — оса алмай,
Болоттарҙы ҡоса алмай. - Ана бара, эҙе юҡ,
Боғаҙлаһаң, ҡаны юҡ. - Ҡанаты бар — осмайҙыр,
Аяғы бар — йөрөмәйҙер,
Ерҙә тормай, кеше күрмәй,
Нәфсе шуны теләйҙер. - Аяғы юҡ — йөрөй,
Ҡанаты бар — осалмай - Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ даръя буйлай.
- һыуҙа тыуҙы,
Ерҙә үлде.