Бал ҡорто, уның бал йыйыуы (йомаҡтар)
- Бер байҙың бар баҡсаһы,
Баҡсаһында мунсаһы.
Мунсаһына һыу ташый
Нескә билле бисәһе.
- Беҙләй ҙә беҙләй,
Бигерәк йәне түҙмәй,
Гел тәмлене эҙләй.
- Яр аҫтында мунсаһы,
Яр өҫтөндә булһасы!
Йүгерә-йүгерә һыу ташый
Нәҙек билле мәрйәһе.
- Гөлбаҡсала бер мунса,
Шул мунсаға һыу ташый
Нескә билле Гөлниса.
- Нәҙек билле мәрйә
Йүгерә-йүгерә һыу ташый.
- Йомро янбашлы мәрйә
Йүгереп-йүгереп һыу ташый.
- Баҡсалағы мунсала
Нескә билле бер еңгә.
- Ояһында беҙе бар,
Бөҙрә сәсле ҡыҙы бар,
Ите хәрәм, һурпаһы хәләл,
Шул ни булыр? Белеп ал!