Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы

Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы — көршәк аштарының бер төрө.

Кәрәкле аҙыҡ-түлек

үҙгәртергә
  • 400 грамм бауыр
  • 1 стакан ҡарабойҙай ярмаһы
  • 1 баш һуған
  • ярты стакан ҡаймаҡ
  • 1 стакан һурпа (йә һыу)
  • тәменсә тоҙ, борос
  • лавр япрағы
  • үҫемлек майы


Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Бауырҙы йыуабыҙ, ҡоротабыҙ ҙа махсус сүкеш менән еңелсә генә тапайбыҙ. Шунан ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, тоҙ, борос һибәбеҙ. Ҡайнар майлы табала ике яғынан 2-3-әр минут ҡыҙарғансы ғына ҡыҙҙырып алабыҙ. Ярымҡулсалап туралған һуған өҫтәйбеҙ, ул үтә күренмәле булғас, 1-2 ҡалаҡ ҡаймаҡ һалып болғатабыҙ ҙа уттан алабыҙ. Ҡарабойҙай ярмаһына һыу һалып, ҡайнатып бүрттереп сығарабыҙ. Көршәктәргә ҡарабойҙай ярмаһы, уның өҫтөнә бауыр һалып сығабыҙ. Һәр көршәккә берәр ҡалаҡ ҡаймаҡ, лавр япрағы өҫтәп, һурпа ҡоябыҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20-30 минут бешерәбеҙ.