Бауырҙан торт
Бауырҙан торт
Бауырҙан торт — көҙ көнө, һуғымдар һуйғас, яҡындарыңды һыйларға үҙенсәлекле һәм файҙалы ҡабымлыҡ.
Ғәҙәттә, бауырҙың үҙен генә бешерһәң, балалар әллә ни яратып ашамай. Ә был бауыр торты өҫтәлдән шул ыңғайы ялп итеп ҡала.
Ингредиенттар
үҙгәртергәҠоймаҡ өсөн:
- 1 кг һыйыр бауыры
- 4 уртаса ҙурлыҡтағы һуған
- 4 кишер
- Ҡыҙҙырыу өсөн аҡ май
- 1 л һөт
- 5 йомортҡа
- 12 аш ҡалағы он
- 6 аш ҡалағы көнбағыш майы
Соус өсөн:
- 1 банка майонез
- Тәменсә һарымһаҡ
Әҙерләү
үҙгәртергәБауырҙы ит турағыс аша үткәрергә.
Кишер һәм һуғанды турап, аҡ майҙа ҡыҙҙырып алырға.
Бөтә ингредиенттарҙы ла бергә ҡушып яҡшылап туғырға ла, ҡоймаҡ итеп ҡойорға.
1 банка майонезға үҙегеҙгә оҡшаған күләмдә үткәрелгән һарымһаҡ ҡушып, соус әҙерләргә.
Ҡоймаҡтарҙың һәр ҡатына ошо соусты һөртөп, һай тәрилкәгә өйөргә.
Иң өҫкө ҡатын туралған укроп, петрушка менән биҙәргә.
Бер аҙ һыуытып, торт һымаҡ телгеләп, табынға бирергә.
Телеңде йоторлоҡ тәмле лә, файҙалы ла ризыҡ әҙер.