Бауырҙан әҙерләнгән паштет (ҡабымлыҡ)

(«Тәмле» тапшырыуында Фәнүр Тоҡомбәтов тәҡдим итте)

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Эш араһында, тиҙ генә әҙерләнә торған ашамлыҡ. Ғаилә менән тәбиғәткә сыҡҡанда алырға уңайлы.

Ингредиенттар

үҙгәртергә
  • Ит турағыстан үткәрелгән бауыр
  • Кишер
  • Һуған
  • Ҡаймаҡ
  • Аҡ май
  • Тәмләткестәр
  • Үҫемлек майы

Әҙерләү ысулы

үҙгәртергә

Бауырҙың составы

үҙгәртергә
  • Һыу, (70 %);
  • Аҡһым (18 %);
  • Майҙар (2-4 %);
  • Углеводтар (5 %);
  • кератин;
  • гепарин;
  • экстрактив (физиологик яҡтан көслө) матдәләр;
  • аминокислоталар: лизин, метионин, триптофан, тиамин;
  • витаминдар: A, B1, B2, B6, B9, B12, C, D, E, K;
  • Минераль матдәләр: магний;тимер;натрий;цинк;кальций;калий;селен;фосфор;медь;йод;фтор;хром.
  • Энергетик ҡиммәте: 100 г бауырҙа 100—127 ккал энергия

Дауалау сифаттары, файҙаһы

үҙгәртергә

Спортсмендарҙың рационына мотлаҡ тәҡдим ителә торған ашамлыҡ. Диэтик аҙыҡтарҙың да береһе.

Бауыр — витаминдар, аминокислоталар, минералдар йыйлмаһы, еңел үҙләштерелә.

Составында күп миҡдарҙа В төркөмө витаминдары, аскорбин кислотаһы (С витамины) бар.

Бауыр — ҡартайған эритроциттар емерелә торған урын. Уларҙағы гемоглобин тарҡатылғанда, тимер атомдары булған гем һаҡлап алып ҡалына. Гем, шулай уҡ, бауырҙағы баҡыр һәм Вит С һәм B12 — анамиянан бынамын тигән дауа.

Бауырҙың иң мөһим витамины — А. Шуға ла был юҫыҡтан уны Вит А һаҡлағыс тип һанайҙар. Рационда бауырҙы даими ҡулланып, күреү һәләтлеген, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһын, бөйөрҙө нормала тотоп була. Тире, сәс, тырнаҡтар ҙа һау була.