Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан Мулдаҡкүл легендаһы

53°27′03″ с. ш. 58°47′08″ в. д. (G)

Әбйәлил районында урынлашҡан Мулдаҡкүл легендаһы



Мулдаҡкүл - Солёное озеро - Тоҙлокүл.
Борон-борондан Әбйәлилем-йәнтөйәгем сикһеҙ далалары, ҡырлас бейек тауҙары, ҡуйы урмандары, зәңгәр күлдәре менән дан тота. Районыбыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡыһы булған данлыҡлы күлдәренең береһе – Мулдаҡкүл. Ул - Башҡортостандың иң тоҙло күле. Асҡарҙан 30 км йыраҡлыҡта , Мулдаҡтау янында, Озерный ауылы эргәһендә ята. Мулдаҡкүл Йәнгел менән Кесе Ҡыҙыл йылғалары араһындағы һыуайырғыста урынлашҡан.
Өләсәйем һөйләүенсә, Мулдаҡкүлдең тарихы ҡыҙыҡ та һәм ҡыҙғаныс та. Борон шул тирәлә йәшәгән бер бай ҡыҙы ярлы ғына егеткә ғашиҡ була. Улар бер-береһен үлеп яраталар, ләкин ҡыҙҙың ҡаты бәғерле быға атаһы ҡырҡа ҡаршы була. Бер-береһен үлеп яратҡан йәш йөрәктәр, күп уйламай үҙҙәренең мөхәббәтен һаҡлап ҡалырға теләп, ҡасып китергә һүҙ ҡуйышалар. Бай уларҙың артынан ҡыуғын ебәрә. Эҙәрлекләп бара торғас, ҡыуғындар уларҙы тоталар. Егетте үлтерәләр һәм шул ерҙә ул Мулдаҡтауға әүерелә. Ҡыҙ һөйгән йәне өсөн оҙаҡ ҡайғырып, өҙгөләнеп әсе күҙ йәштәрен түгеп илай һәм Тоҙлогүлгә әйләнә. Ошолай итеп, ике саф йөрәкле ғашиҡтар бер - береһенән айырыла алмай, мәңгелеккә яҡты донъя менән хушлашалар.
Тоҙлогүлгә йәй кешеләр дауаланырға әллә ҡайҙан киләләр һәм һауығып ҡайталар. Күлдең ҡойоһо менән дә дауаланалар. Ярҙың айырым урындарында һыу төбөндә шифалы тоҙло ләм тупланмалары бар. Шулар нигеҙендә “Яҡтыкүл” шифаханаһы төҙөлгән. Был ләмде Башҡортостандың күп кенә башҡа шифаханалары ла файҙалана. Күлдең һөҙәк ярҙарында тоҙло тупраҡҡа яраҡлашҡан үҫемлектәр: һимеҙут (солерос), татырут (бескильница), һыу боросо, ҡаҙ үләне, европа һимеҙуты, ҡамыш үҫә. Тоҙ күплектән урман бик һирәк. Ошондай шифалы күлдең тирә –яғы эс бошорғос. Ни өсөн тәбиғәт ҡомарҡыһын һаҡламайҙар һәм тәртиптә, таҙалыҡта тотмайҙар икән тигән һорау тыуа. Халыҡтың тәбиғәт биргән бүләктең ҡәҙерен белмәүе, район етәкселәренең битарафһыҙлығымы был?


Әбйәлил районы Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының 10-сы "А" класс уҡыусыһы Килмөхәмәтова Светлана, Әбйәлил районы Ҡужан ауылында йәшәгән 62 йәшлек өләсәйем Шафиҡова Миңлегөл Нуриәхмәт ҡыҙы һөйләгәндәрҙән. Альбина Муллахметова