Тыуған яғым –Ишембай,
Тәбиғәтең шундай бай!
Шихандарың хозурлығы
Бар донъя халҡын арбай.
Тауҙарға һыйынып аға
Көмөш һыулы Ағиҙел,
Ағиҙелем гүзәллеген
Маҡтап бөтәрлек түгел.
Рәүҙәк, Әрмет, Егән, Тәйрүк,
Һикәҙе һәм Һәләүек,
Тыуған яғым йылғалары
Хәс тә әкиәт кеүек.
Күк арауыҡ шарлауығын
Кем генә белмәй икән?
Яҙғы моңдарын тыңларға
Маҡарға килмәй икән..
Һинең тупрағыңда үҫкән
Күп шәхестәр, шағирҙәр,
Мәңгелек урманын данлар
Яҙыусы Ноғманың бар.
Шағирәләр, сәсәндәрең
Маҡтап шиғыр яҙалар,
Шиғырҙары йырҙар булып
Халыҡта йырланалар.
Вәлидиҙе тыуҙырған ер-
Юрматыларҙың ере,
Ишембайым, тыуған ерем-
Батыр ирҙәр төйәге.
Ҡара алтын иле булып
Танылдың һин Ишембай,
Һинең ҡыйыу, сая халҡың
Эшсән, уңған һәм ябай.
Күптән түгел һинең ерҙә
Яңы тарих яҙылды,
Ҡуштауҙағы Оло Еңеү -
Мөғжизәле хәл булды!
Берҙәмлек һинең ереңдә
Яралды бит Ишембай,
Тауҙарҙағы тере тауыш
Һаман күңелдә шаңдай.
Күп михнәттәрҙе кисергән
Ишембай –ғәзиз ерем,
Башҡа минең тыуған ер юҡ,
Һин минең берҙәнберем.
Изгелек, ҡаһарманлыҡты
Иҫбатланың Ишембай,
Яуызлыҡтың да барлығын
Күрһәттең һин Ишембай.
Яҡшылыҡты Яманлыҡтан
Айырып ҡуйҙы Ҡуштау,
Юрматылар ерендәге
Башҡорт илендәге тау!
Сәсән ҡыҙың булып һиңә
Ҡайттым мин йылдар аша,
Тамырҙарым һинең ерҙә
Үткәндәргә тоташа.
Ата-бабам, атам –әсәм
Һинең ерҙә күмелгән,
Баласаҡтан, йәш ваҡыттан
Хәтирәләр үрелгән.
Алтынбикә тигән минең
Сәсәниә атым бар,
Телен яҡлар, ерен һаҡлар
Ғорурланыр халҡым бар..
Ишембайым –тыуған ерем,
Тамырым һиндә минең,
Тыуып үҫкән ерем данлап
Маҡтау яҙҙым мин бөгөн.
Тәбиғәттең матурлығын
Һаҡлау –халыҡ теләге,
Башҡортостаныбыҙ ере
Рәсәй иле йөрәге!