Башҡортса тауыҡ
Башҡортса тауыҡ
Ингредиенттар
үҙгәртергә- тауыҡ ите 30-40г
- йомортҡа 2 берәмек
- һөт 30г
- аҡ май 10г
- тоҙ сама менән
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергәЭшкәртелгән тауыҡтын, һаҡлыҡ менән генә, ҡанат һәм тәпәй тирәһен ҡалдырып, тиреһен һыҙырып алалар.
Ошо тирегә тауыҡ итенән әҙерләнгән эслекте тултыралар.
Эслекте тауыҡ итен 2-3 мәртәбә ит турағыс аша үткәреп, уға аҡ май, йомортҡа, һөт, тоҙ ҡушып, яҡшылап болғатып, әҙерләйҙәр.
Тауыҡ тиреһенә әҙерләнгән эслекте тултырып тегәләр ҙә марляға урап, 1-1,5 сәғәт бешерәләр.
Һауыттан бушатып алғас өлөштәргә бүләләр ҙә бешкән йәшелсә менән бирәләр.
Өҫтөнә май ҡойоп, йәшел тәмләткестәр һибәләр.
Тултырылған тауыҡты һыуыҡ килеш тә табынға ҡуялар.