Башҡорт музыка ҡоралдары/"Моң һауыттары" яһаусы кешеләр
Өлфәт Ҡобағошовтың думбыра тураһындағы "Моң һауыты" яһаусы кешеләр" тигән мәҡәләһе фактик материалға бай булыуы, башҡорт думбыраһын яһаусылар тураһында һөйләүе менән ҡыҙыҡлы. Был мәҡәләне һүрәте менән бергә баҫып сығарыу думбыраны пропагандалау йәһәтенән бик отошло булыр ине. Мәҡәлә башҡорт думбыраһын белгән кешенең уны төпсөрләп тасуирлап биреүе менән дә әһәмиәтле.
Ғайса Хөсәйенов профессор
Моң һауыттары" яһаусы кешеләр
үҙгәртергәАуылда өйҙә ултыра инек.
Радио аша ҡаҙаҡтың думбырала уйнауын бераҙ тыңлап торгас, атайым һүҙ башланы: "Ибраһим ағай мәрхүм яһаған думбыраның тауышы ла шулай ине...» Минең аптырап: "Ниндәй думбыра? Кем ул Ибраһим бабай?" - тип һорауыма ул тура ғына яуап бирмәне, һөйләүен дауам итте.
«Әүәле Таймаҫта төрлө һәнәр кешеләре күп ине. Байғотлин Нурғәли ағай оҫта булды һәнәргә, ҡумыҙ эшләй торғайны. Хәлил ағай скрипка яһап, үҙе уйнаны, атаһы Хәйбрахман ҡарт таштан ҡул тирмәндәре эшләп, тирә-яҡта дан тотто.
Ә ҡаты ташты тигеҙ итеп сүкеп, он ағыу өсөн уйымдар уйып, таш үҙен-үҙе ашамаһын өсөн уны көйләргә бик ҙур оҫталыҡ кәрэк. Сөнки дөрөҫ көйләмәһәң, ондан таш сыға.
Уның атаһы Шоғайып та төрлө һәнәрле кеше булған.
Ө Абдрахман бабайың китаптар ҙа яҙҙы. Рәсемдәр менән биҙәп, төпләп китаптар эшләй торғайны.
Көбө, батман, киле, ҡоторсоҡ, тәгәс кеүек көнкүреш-кәрәк-яраҡтары эшләүсе ағайҙар, бабайҙар ҙа булды.
Ибраһим ағай инде ауылда үҙе бер кеше ике. Ул ҡумыҙ, һыбыҙғы, скрипка, мандолина кеүек уйын ҡоралдары эшләй торғайны. Мин шунан яҡшы беләм уны, ул минән ике йәшкә генә өлкән ине, күрше йәшәне, бергә уйнаныҡ, бергә уҡыныҡ. 1927-1928 йылдарҙа ул Каруанһарайҙа уҡып ҡайтты. Бик оҫта итеп Ленин, Калинин рәсемдәрен төшөрә ине. Ҡыҙыл сепрәккә:
«Мулланың ҡойроғон тотҡансы, хөкүмәттең бойороғон тот!»— тип ғәрәп хәрефтәре менән матурлап биҙәп яҙып ҡуйғаны ла иҫтә. 36-сы йылдарҙа Урта Азия яҡтарына эшкә китеп, һуғыш башланғас, шунан һуғышҡа алынып, вафат булып ҡалды.
Мин дә Ибраһим ағайҙан күреп, 12 йәшемдә скрипка яһап ҡараным, апайҙарға ҡумыҙ ҙа эшләп бирә торғайным. Тик уның һымаҡ оҫта эшләй алманым.
1924—1926 йылдарҙа Ибраһим ағай думбыра ла яһаны. Уны кемдән күреп эшләгәндер, белмәйем.
Үгәй атаһы Миңлеғужа ағай ағас эшенә оҫта булды, әммә уйың бындай уйын ҡоралдарын эшләгәнен хәтерләмәйәм.
Әсәһе лә, атаһы ла Ырымбурҙан уйын ҡоралдары эшләү әсән кәрәк-яраҡтар, эш ҡоралдары алып ҡайта торғайны.
Ул эшләгән думбыра былай мне: ижау рәүешендә, түңәрәгәрәк оҙонса, оҙонлоғо 36—37 сантиметр самаһы булһа, киңлеге 22—23 сантиметр тирәһе булыр, үңәсенең буйы кәүҙәһенең оҙонлоғо самаһы, саҡ ҡына оҙон булыуы ла мөмкин, уның оҙон булыуына маҡтанырға ярамай. Үңәсе бик ҡупшы — киңлеге 3 cантиметрлы булып, ҡалынлығы 1 сантиметрҙан сак ҡыма ҡалыныраҡ булыр. Өңөнең ҙурлығы сыйырсыҡ ояһы ауыҙынан әҙ генә бәләкәйерәк булып, ҡапламаһының урта төшөндәрәҡ түңәрәк итеп уйыла.
Ҡапламаһы ҡабартыбыраҡ эшләнә. Ә ҡойроғон ҡарлуғас ҡойроғо һымаҡ ҡуйһаң да була. Оҙонлоғо 85—90 сантиметр самаһы.
Ҡаҙаҡ думбыраһы менән башҡорт думбыраһын айырыуы ап-анһат: ҡаҙаҡтыҡы — ҡабаҡты уртаға ҡырҡһаң, башҡорттоҡо — ҡауынды уртаға ярһаң. Думбыра бар, думбыра бар. Ҡаҙаҡтыҡы — аҡҡош муйыны һымаҡ оҙонораҡ, башҡорттоҡо — ҡарлуғас ҡойроғо кеүек ҡыҫҡараҡ. Ҡаҙаҡтың — ике ҡыллы булһа, башҡорттоң — өс ҡыллы ине. Әгәр бер ҡылы өҙөлә ҡалһа, барыбер моң сығарып уйнарға булыр ине.
1930 йылда Аҡтүбә байҙары ҡотҡоһона бирелеп, ҡайһы бер ҡаҙаҡтар, колхозлашыуҙан ҡасып, бөтә мал-тыуары менән беҙҙең яҡтарға килеп сыҡты. Ҡыш көндәрендә башҡорт ауылдарында өйҙөш торҙолар, ә йәй ергә рехсөт алып йәшәнеләр. 1932 йыл хөкүмәт тарафынан тыуған яҡтарына ҡайтыу тураһында махсус ҡарар сығарылғас ҡына, ҡайтып киттәләр. Ә бер өлөшө беҙҙең яҡтарҙа тороп ҡалды.
Мин уларҙың килеүен шунан әйтәм: улар араһында думбыра сиртеп, әләң әйтеүселәр ҙә бар ине. Уларҙың думбыраһы, шул әле әйткәнемсе, түңәрәгерек сүмес һымаҡ, үңәсе бер терле һонтағай, оҙон ине.
Думбыраны төрлөсә эшләргә була
үҙгәртергәИбраһим ағай йәш, таҙа өйәңкене май айында ҡырҡып алып, уңы фанера кеүек йоҡа ғына итеп яра ине. Ҡорһағы өсөн ҡалып яһап, шул ҡалыпҡа тарттырып, һалҡынса куләгелә киптерә.
Киптергәс, ул шул һынында ҡала. Быға ошо уҡ тәртип менән эшләнгән ҡаплама, тағы өйәңкенән эшләнгән үңәсен беркетергә генә ҡала.
Ҡапламаһы ҡалкыуыраҡ булып торһон өсөн ҡорһағының урта тирәһенән бер таяу ҡуя. Атламаһын, ҡатламаһын, ҡыл тотторғосон кәзә, Һыйыр мөгөҙөн йылытып йәйеп йәки ташландыҡ тараҡтан, ҡул баҫма айырмаларын баҡыр аҡсаны ҡырҡып, матурлап эшләй торғайны.
Ҡылын кәзә эсәгенән һуҙьп тартып, ямғырға эләкмәһен өсөн өйҙә киптерә.
Һарыҡ эсәге ярамай, ул мурт була. Кәзәнең туғесәге лә ярамай. Кәзәнең ас эсәге үҙенең кәүҙәһен 36 тапҡыр урарға етә. Бына шул эсәктән эшләйҙәр ҡылын. Кәзәне һуйғас, эсәкте таҙарталар, тартып тикшереп ҡарайҙар, мурт ерен алып ташлайҙар. Унан һуң тарттырып, киптерергә элеп ҡуялар. Ҡапыл тарттырырға ярамай. Бер нисә тәүлек ныҡ ҡарап, бороп-бороп киптерәләр. Ул көндән-көн еп һымаҡ нәҙегәйә бара, шунан уны сиртеп ҡарайһың. Хатта бер осон ағасҡа бәйләп, икенсе осон бала-сағанан тешләтеп, сирттереп моңон тикшереп ҡарай торғайны Ибраһим ағай.
Эсәкте төрлө ҡалынлыҡта тарталар: нәҙек тауыш өсөн нәҙегерөк; ҡалын тауышҡа — йыуаныраҡ, ә иң нескә тауыш өсөн — тағы ла нәҙегерәк.
Скрипкаға ла ҡылды ошо уҡ тәртип менән эшләргә була. Йә ике ҡылын эсәк ҡылдан, икәүһен сымдан тарта инә ул. Ә скрипка йәйеһенең ҡылын күк аттың ҡылынан ғына эшләйҙәр. Ул моңло була. Тәүҙә уны һыуҙа ҡайнаталар, шунан ғына йәйәгә тәртәләр. Эсәк ҡыллы скрипканың моңо хәҙенге скрипкаға ҡарағанда уҙәнсәлерәк, үҙенсә бер моңо бар ине.
Былай ҙа эшләй ине думбыраны. Үңәсән ҡойороҡ менән бергә ҡайындан, һөйәндән йәки өйәңкенән мылтыҡ түтәһе кеүек итеп юна. Ҡойроҡ өлөшөн үңәсәнең йөҙөнә ҡарата артҡа табан саҡ ҡына ҡайҡыраҡ итеп ала. Кәүҙәһен, уны "моң һауыты" тип әйтһәң дә була, шулай эшләй: фанераны янған тиреҫкә күмеп, «бешереп”, бер ҡатын айырып һайлап ала ла ҡалыпҡа һалып киптерә.
Йыйған саҡта ҡаплама менән ҡорһаҡ өлөшөн йәбештерә торған урынында тәүҙә өҫтәмә ҡатлама йәбештерә, йә булмаһа өйәңкенән йоҡа ғына бөгәз ҡуя ла, икеһенең араһына ваҡытлыса таяу ҡуйып, бер-береһенә тығыҙ итеп ағас елеме менән йәбештерә. Был эште бер генә сөй ҙә ҡаҡмай, ҡупшы итеп башҡара торғайны. Аҙаҡ, эшен бөтергәс, сейә төҫлө буяу менән буяр ине.
Ибраһим ағай думбырала оҙон көйҙәр ҙә, ҡыҫҡа көйҙәр ҙә уйнай ине. Аулаҡ өйҙә:
Эй думбыра, думбыра...
Эте һөйәк кимерә,
Староста өйҙә юҡ,
Иҙәнемде емерә,— тип мәрәкәләп, таҡмаҡлап бейегәндәре лә иҫтә.
Думбыра тураһында йыр ҙа бар ул:
Думбырамдың баштары,
Бәрелә-сөрелә башланы.
һағынмам, тип әйткән инем,
һағындыра башланы.
Башҡорт думбыраһының 40-сы йылдарҙа ла яһалыуын, ҡаҙаҡтарҙың һорауы буйынса уларға ла башҡорт думбыраһын яһап һатыуҙарын Хәлилов Биктимер ағайҙан ишеттем мин.
Уның әйтеүенсә, батырҙар ауылы Кинйәбыҙҙа (Күмертау районы) ауылдаштары Хәмматов Әҡсән, Биктимеров Зиннур үҙҙәре скрипка яһап, уҙҙәре уйнаған. Уларҙа әле лә музыка ҡоралдары булырға тейеш.
Беҙҙең яҡтың иң оҫта скрипкасыһы, мандолинасыһы, математика уҡытыусыһы булыуына ҡарамаҫтан, ваҡытында беренселәрҙән булып балаларҙа мандолинаға һөйөү тойғоһо уятҡан, йыр-моңға дәрте әле лә һүнмәгән Ғамир ағайҙар ҙа, уның тормош иптәше Рәҡиә апайҙың тыуған ауылы Түкәндә ағаһы Файзрахмандың оҫта скрипкасы һәм урындыҡ аҫты, стена тулы үҙе эшләгән уйым ҡоралдары булыуын һәм ауылдашы Ҡорманғожин Зиннәт ағайҙың да үҙе эшләгән скрипкала уйнағанлыын ишеттем.
Тимәк, элек-электән беҙҙең ата-бабаларыбыҙ «моң Һауыттары» ла яһаған һәм уйнаған.
Хәҙер, башҡорт думбыраһын боронғо думбырасы бабайҙарҙан айырым оҫталарҙың мираҫ итеп ҡабул итеүе, ул оҫталарҙан күреп эшләү тәртибен отоп өйрәнеп, скрипка һәм башҡа төрлө ҡыллы музыка ҡоралдарын яһаусыларҙың күбейеүе, бәлки, ошо «моң һауыттары» зшлаүҙең үҙе бер мәктәпкә әйләнеүе, өҫтеүенә, уларҙың башҡортса терминдары Һаҡланыуы думбыраның хәҙерге көндәргә тиклем килеп етеүенә шик ҡалдырмай.
Хәҙер инде теге думбырасының:
һағынмам тип әйткән инем.
Һағындыра башланы. —
тип әйткән һүҙҙәре беҙга бик тә тура килә.
Эйе, беҙ һағындыҡ, бик һағындыҡ һине, думбыра!
Авторы - Өлфәт Ҡобағошов, рәссам. "Совет Башҡортостаны" гәзитендә 1984 йылдың 29 ғинураында (25-се һан) баҫтырылған.