Башҡорт музыка ҡоралдары/Сыңлай думбыра, моңлана
Александр Александрович Овчинников, профтехучилище тамамлағас — нефть химияһы заводтарында аппаратсы булып, армияла хеҙмәт иткәндән һуң, Өфоләге синтетик спирт заводында эшләй. Гитарала уйнарға өйрәнә, ағастан төрлө нәмәләр яһау менән мауыға. Гитара ла яһап харай, һуңынан башҡорт думбыраһына тотона.
Бер көндө унан:
— Александр Александрович, һеҙ нисек думбыра эшләргә дәртләнеп киттегеҙ әле? — тип һорай куйҙым,
— Башка егеттәр һымак гитарала уйнай инем. Берҙән-бер көндө балалайка ҡулыма килеп эләкте Гитаралар эшләй инем бит инде. Ул башкорт думбыраһына окшаңкырал та тора. Туҡта думбыра ла эшләп ҡарайым әле тинем. Төрлө белгестәр менән осрашып, уларҙың фекерҙәрен, теләктәрен белдем. Әйткәндәй, альт, бас думбыралары ла була.
— Тәүге эшләгән думбырағыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
— Әлбиттә. Ул башка думбыраларға бигүк окшап та етмәгән, дүрт ҡыллы ине. Куп йылдар яткан ҡаҡ ылыҫ ағасына юлыккайным, шуны файҙаландым. Ә өс ҡыллыһын Ф Ғәскәров исемендәге академия халык бейеүҙәре ансамбле өсөн яһағайным. Был беҙҙең музыка коралы тип, дүрт ҡыллыһын да алдылар.
Башкорт думбыраһы тураһында бик әҙ яҙылған. Уның хакында белгән кешеләрҙән ныҡлап һораштым. А. Кобағошов. Р. Рәхимов, башҡалар ярҙам итте.
— Думбыраны ниндәй ағастан яһайһығыҙ һуң? — тип төпсөндөм һаман.
— Ылыҫлы ағастан, сағандан, ҡайындан. Биҙәүөсөн һөйәкте файҙаланам.
— Уларҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
— Бер иптәшем менән эшлектән сыҡҡан боронғо бер пианиноны һүткәйнек. Шуның ағасын да ҡулландым.
Ҡарагайҙы ҡайҙан алғанды һөйләй башлаһаң, үҙе бер тарих. Мебель фабрикаһында бойомға ашмаған иллеләп бүрәнә — ылыҫлы ағас ята ине. Әйтһәң, әҙәм ышанмаҫ, шундай йыуан — ҡолас етмәҫлек!
Шуның бер кырклабын һатып алдым {буйы өс ярым метрҙан алты метрға хәтле булыр). Беләһегеҙме, шуның өсөн машинамды һаттым. Йөк тейәгес ялланым. Бер бүрәнә бер ‘КамАЗ* булды тиерлек! Көс-хәлгә ташып алдым. Машинамды осорҙом бит инде. Байтаҡ аҡсаны ла елгәрҙем. Пилорамала шул бүрәнәләрҙе быстырып бөткәнсе ҡолаҡ итемде ашанылар.
Сағанды Мәскәүҙән дә алам (уларға Апшерон яғынан килә). Һөйәккә килгәндә инде, иғлан буйынса болон мөгөҙҙәре һатып алам. Гәзиттәге иғландарҙа хатта мамонт һөйәге тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Ҡайын менән ылыҫлы ағасты бында ла табып була. Шулай ҙа беҙҙә музыка коралдары яһау өсөн материал табыуы бик еңелдән түгел. Эшләү өсөн иң һәйбәте — Кавказ кедры.
— Халык музыка коралдары яһаған башҡа оҫталар менән аралашаһығыҙмы?
Курай, думбыра яһаған кешеләр менән танышмын. Улар араһында рәссам да. музыкант та бар. Бик ихлас кешеләр, бергә эшләйек, тип кенә торалар.
Аралашыу, бер-береңдең нимә эшләгәнен белеп тороу кәрәк нәмә инде ул.
— Һеҙ яһаған музыка ҡоралдарында танылған сәнгәт оҫталары уйнаймы?
— ‘Каруанһарай* фольклор-эстрада ансамблендәге Рәмил Агишев, Транс-Атлантик төркөмөндәге бас-гитарасы Эдик Ғәлиев минең музыка коралы менән яҙҙыра музыканы. Сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, тағы бер-ике кеше гитараға заказ бирҙе. Электр гитаралары ла, акустик гитаралар ҙа, башҡа төрлөһөн дә яһайым.
— Һеҙҙең был шөғөлөгөҙ менән ҡыҙыкһынғандар, өйрәнергә теләгән кешеләр бармы?
— Әле ике ярҙамсым Андрей менән Илья бар. Әллә күлме малайҙар булды инде минең янымда
— Әҙерләп ҡуйған музыка коралдарығыҙ ҙа барҙыр?
— Барлығы һигеҙ: өс ҡыллы алы музыка ҡоралы, башҡа төрҙәгеләре лә әҙер тип әйтерлек. Ҡайһы берҙәрем йыйып бөтөрәһе бар әле шулай ҙа.
— Киләсәктә тағы ниҙәр эшләмәксе булаһығыҙ Александр Александрович?
— Үҙемде, белгестәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра, нимәгә заказ бирәләр — барыһын да эшләргә уйлайым.
Бөтәһен дә үҙ ҡулы менән яһағас, йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра алғас, бик шәп кеше лә инде был тип уйлап ҡуйҙым.
Башҡорт милли музыка коралы булған думбырабыҙ яңынан тарала барған бер мәлдә бик хуп эш башҡара Овчинников. Ул яһаған думбыраны һәйбәт баһалайҙар.
Юғары акустикаһы, матур биҙәлеше менән айырылып тора. Концерттарҙа ла, уҡытыу эшендә лә файҙаланырға була, — ти сәнғәт белгесе Р. Рәхимов.
Өфөләге оҫта А. Овчинниковтың музыка ҡоралы башҡаларҙан һәйбәт тауышы, конструкцияһының яҡшы булыуы, матур биҙәлеше менән айырылып тора. Йомшаҡ, яғымлы тембры тауышына ҡабатланмаҫ милли колорит бирә, — ти Өфө дәүләт сәнғәт институты думбырасылары солисы Сабир Әбхәлимов.
4-се музыка мәктәбе директоры Алмас Ахун улы Латипов та был думбыраны бик юғары баһалай.
Авторы - РАМИЛЯ АЛЛАЯРОВА, Өфө ҡалаһы 8-се урта мәктәптең мәҙәниәт уҡытыусыһы. "Йәшлек" гәзите, 1997 йыл, 23 сентябрь, 183-се һан