Башҡорт музыка ҡоралдары/ҺОРНАЙ
"Киң сәхнәнең төпкөлөнән ҡолаҡҡа ят, могар күңелгә яҡын ауаз яңғыраны. Берсә һагайтырлыҡ, берсә талпындырырлыҡ, берсә болоҡһоторлоҡ ине был ауаз.
— Нимә ҡысҡырталар ул? — тине күршем шыпырт ҡына һәм шундай яуап алды:
— Һорнай тигәндәре шулдыр.
Эйе, был һорнай тауышы ине. Башҡорт халҡының инде күптән онотолған, бары йыр, ҡобайыр, окмот, легендаларында һирәк-һаяҡ телгә алынған боронғо музыка ҡоралы ул. Вегөн сал тарихтың ауазы булын та, фольклор байрамына саҡырыу кеүек то яңғыраны һорнай. Э был байрамды республикабыҙҙың Музыка йәмғиәте инициативаһы менән Офө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге махсус урта музыка мәктәбенең «Һорнай» исемле фольклор ансамбле (етәксеһе Юлай Ғәйнетдинов) ойошторғайны".
Был юлдарҙы Әхмәт Сөлөймәновтың 1988 йылда «Совет Башҡортостаны»нда сыҡҡан мәҡәләһенән килтерҙем. Һүҙ бында «һорнай» балалар фольклор ансамбленең концерты тураһында бара. Эйе, нәҡ ана шул 1988 йылда баш ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың халыҡ музыкаһы тормошонда ҡыуаныслы ваҡиға — Өфө "Һорнай" балалар фольклор ансамбленең сығыштары булып үтте. Беҙҙең дәүерҙә онотолоуға дусар ителгән боронғо музыка ҡоралы унда тәү башлан сәхнәгә сыҡты, оло концерт залында яңғыраны. Дөрөҫ, ансамбль үҙе, фольклор коллективы булараҡ, 1984 йылда уҡ ойошторола һәм үҙенең сығыштары менән йыр моң һейеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Унда Юлай Ғәйнетдинов етәкселегендә ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, өзләүселәр шөғөллөнө. Арала башҡорт думбыраһында уйнаусы ла табыла. Концерт программаларына йыр ҙа, бейеү ҙө индерелә. Бөтөнөһө лә һәйбәт. Әммә етәксегә халыҡ музыка ҡоралдары арсеналын тулыраҡ файҙаланыу хыялы тынғы бирмәй. Бәхеткә, нәҡ ошо йылдарҙа рәссам һәм һәүәҫкәр этнограф Рафиҡ Мырҙашев алыҫ Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында Мөхөммәтғәле Дәүләтғөле улы Иштөкбаевтан (1923 йылғы) һорнай тураһында ентекле мәғлүмәттәр яҙып ала. Шул нигеҙҙә мөгөҙҙән яһала торған бик уникаль инструментты тергеҙеү мөмкинлеге тыуа. Был эшкә башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын өйрәнеүсе энтузиаст, БДГИ- ның физика кафедраһы өлкән лаборанты Батыр Иҫәнсурин тотона. Шулай итеп, онотолоп барған боронғо моң ҡоралы — һорнай яңынан эшләнә. Мөгөҙҙән яһалған был инструментта тәү башлап әлеге концертта музыка мәктәбе уҡыусыһы, Учалы районы Сураман ауылында тыуып үҫкән Илшат Нәҙерғолов уйнап күрһәтте.
Һорнай һәм уны яһау серҙәрен, юғарыла әйткәндәрҙән күренеүенсә, көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттары һаҡлап алып ҡалған. Был инструмент уҙған быуаттың икенсе яртыһында шулай уҡ Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарында ҡурай һымаҡ уҡ киң ҡулланылған. Уның хаҡында халыҡ ижады әҫәрҙәрендә, ҡайһы бер тарихи-әҙәби яҙмаларҙа телгә алына. «Башҡорт теленең һүҙлеге»ндә һорнай һүҙенә (фарсыса тигән иҫкәрмә менән) ошондай аңлатма бирелгән: «Тынлы музыка ҡоралы; борғо». Мөхөтдин Тажи әҫәрҙәренән бер миҫал да килтерелгән: «һалдат, беҙҙе күреү менән, һорнайын ауыҙына ҡуйып, сигнал уйнатырға тотондо». Һүҙлектә йәнә бер үк тамырҙан һорнайған (нәҙек оҙон буйлы), һорнайсы (һорнай уйнаусы), һорнайыу (нәҙек оҙон булыу), һорнау (һорнай уйнау, һорнай тауышы сығарыу) һүҙҙәре урынлаштырылған. Был миҫалдарҙа һорнайҙың төрлө варианттары тураһында мәғлүмәт һаҡланғаплығын да күреүе ҡыйын түгел. Сөнки, мәҫәлән, һорнайған, һорнайыу һүҙҙәре, нәҙек оҙон буйлы булыуҙы белдерә икән, тимәк, был осраҡта оҙон итеп ағастан йә булмаһа ҡамыштан яһалған һорнай күҙ уңында тотола булһа кәрәк. Ә инде һорнайҙарҙың барлыҡ төрҙәренең дә төп, иң мөһим тәғәйенләнеше — яу ваҡытында, ғәскәри хеҙмәттә оран һалыу, сигнал биреү сараһы булғандыр, моғайын. Шул уҡ ваҡытта ул, әлбиттә, тыныс тормошта, байрам тантаналарында ҡулланыу өсөн дә уңай булған. Был урында «Заятүләк менән һыуһылыу» эпосындағы думбыра, ҡыл ҡумыҙ, һорнай телгә алынған юлдарҙы тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөп үтергә мөмкин:
Думбырам минең уйнайҙыр.
Ҡыл-ҡумыҙым, һорнайҙыр.
Тыңлай килгән әҙәмдәр
Үҙен-уҙе белмәйҙер.
1994 йылда «Шоңҡар» журналында Батыр Иҫәнсуриндың һорнай тураһында мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Мәҡәләлә ул Л. Толстойҙың 1875 йылда Кәмәлек буйы башҡорттары ойошторған бәйгеһе тураһында Сергей Львович Толстойҙың иҫтәлектәренә туҡталып үтә:
«Атайым башҡорттарҙы һыйлау өсөн бер һимеҙ ҡолон һәм бер нисә ҡуй һуйҙырҙы: ҡымыҙ йылға булып аҡты, башҡорттар балалар һымаҡ күңел астылар, ҡурайҙа һәм һорнайҙа уйнанылар, йыр йырланылар, бейенеләр һәм өҙлөкһоҙ шау-гөр килделәр».
Ул шулай уҡ бөйөк яҙыусының ҡыҙы Татьяна Львовна Сухотина Толстаяның хәтирәләренән шул уҡ байрамда башҡорттарҙың, «һыбыҙғы, һорнай һәм башҡа ғәжәйеп ҡоралдарҙа» уйнап, ойотоп, һалмаҡ ҡына бейеүҙәре тураһындағы һүҙҙәрен дә иҫкә ала.
Батыр Иҫәнсурин һорнайҙың ағастан яһалған киңерәк диапазонлы, ҡуш телле төрө тураһында ла әйтеп үтә, халыҡ телендәге: «Ҡурайҙан килгән һорнайға китә» тигән әйтем һаҡланғанлығы хаҡында хәбәр итә. Әйтемдең мәғәнәһен ул ошо рәүешле төшөндөрөп бирә: «Уны, «ҡурайсы башҡарған көйҙө һорнайсы эләктереп алған», тип аңларға кәрәктер. Бәлки, тел төбөндә ҡурайсы үҙе лә йыш ҡына һорнайҙа уйнағанын белдереү яталыр».
Һорнайҙың онотолоуға дусар ителеүенең сәбәбен дә Б. Иҫәнсурин дөрөҫ аңлата. Быны ул батша хөкүмәтенең 1736 йылдың 11 февралендәге указы нигеҙендә Башҡорт йыйындарын үткәреүҙе сикләү һәм артабан бөтөнләй тыйыу сәйәсәте менән бәйләй. «Йыйындар туҡтатылыу менән, — ти автор, — һорнай ораны ла тынып ҡалған һәм аҙаҡ килеп халыҡ хәтеренән бөтөнләй тиерлек юғалған». Ниһәйәт, быуаттар аша үтеп, һорнай үҙе һәм һорнай тауышы беҙҙең көндәргә килеп етте. Оҙаҡ дәүерҙәр тыйылып-быуылып торғандан һуң, милли йыйындарыбыҙ ҙа уҙғарыла башланы, һәр төбәктә ырыу һәм ҡәүемдәребеҙҙең, борондан килгән йолаларын яңыртып, үҙҙәренең байрамдарын, хатта ҡоролтайҙарын үткәреүҙәре лә ғәҙәти күренешкә әйләнде. Байрамдарҙа, шулай уҡ дөйөм башҡорт халыҡ йыйындарында һорнай тауышы, һорнайҙың алға әйҙәүсе ораны яңғырар дәүер яңынан килеп етте. Һорнай шулай уҡ башҡорт халыҡ инструменттары ансамблдәрендә үҙенең хаҡлы урынын ала барырға тейеш. Башҡорт иленә һорнай менән бергә моң да, саялыҡ та ҡайтһын әйҙә.
Дөңгөр, даңғыра, дубылбас
үҙгәртергәДөңгөр, даңғыра, дубылбас — һуғып уйнаулы был музыка инструменттары борон башҡортта ғәйәт киң ҡулланылған. Тәүгеһен ғәҙәттәге барабан, ғәскәри уйын ҡоралы тип атарға булалыр. Башҡорт теле һүҙлегенең яңы академик баҫмаһында аңлатылғанса, дөңгөр — түңәрәк тирәскә сей күн киреп яһалған, һуғып уйнай торған боронғо музыка ҡоралы; барабан. Унда Ғәли Ибраһимов әҫәрҙәренән ошондай миҫал килтерелә: «Йоҡларға ятҡан һалдаттарҙы уятып аяҡҡа баҫтырыр өсөн барабансы дөңгөр ҡаҡты». Хәҙерге ваҡытта халыҡ араһында был инструмент бөтөнләй тиерлек онотолоп бара. Әммә башҡорттарҙың бик күп быуаттар, дөрөҫөрәге, мең йыллыҡтар буйы үҙ аллы ғәскәре булып, бик күп хәрби походтарҙа ҡатнашҡан, хатта оҙон бер дәүер ярым хәрби сословие хәлендә йәшәгән. Ә бындай шарттарҙа ғәскәрҙә дөңгөрсөләр (барабансылар) хеҙмәте мотлаҡ һаналған. Шуға күрә дөңгөрҙө тергеҙеү, уны концерттарҙа бүтән халыҡ музыка ҡоралдары менән бергә ҡулланыу бик урынлы буласаҡ.
Даңғыра тигәне лә асылда шул уҡ дөңгөрҙөң бер төрө булырға тейеш. Ҡаҙаҡтарҙа ул элек төрлө ҙурлыҡта эшләнгән һәм күберәк баҡсылар (шамандар) инструменты иҫәпләнгән.
Дубылбасты иһә асылда ҙур хәрби барабан тип атау дөрөҫөрәктер. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов үҙенең «Ҡара яу» исемле роман-хроникаһында боронғо Башҡорт ханлығында дошман яуҙарына ҡаршы күтәрелгәндә дубылбас инструментты уйнап походҡа сығыуҙары тураһында яҙа. Был уйын ҡоралы, ғәҙәттә, хандың, ғәскәр башлығының әмере буйынса яңғыраған. Дубылбас борон шулай уҡ ҡырғыҙҙарҙа билдәле булған. Был хаҡта бөтөн донъяға танылған «Манас» эпосында әһәмиәтле мәғлүмәттәр һаҡланған. Тарихсы-этнограф И. Молдобаев яҙыуынса, ҡырғыҙҙар уны добул, добулбас, доолбас, доолбаш тип йөрөткәндәр һәм ул хан һарайындағы оло поход барабаны тигәнде аңлатҡан.
Ҡаҙаҡтарҙа һуғып уйнай торған инструменттарҙан йөнә дабыл, асатаяҡ тигән уйын ҡоралдары бар. Дабылды түңәрәк тирәскә ике яғынан да сей тире киреп яһайҙар. Тирәскә беркетеп эшләнгән тотҡаһы ла бар. Ә инде асатаяҡ үҙе ике төрлө. Уларҙың ҡиәфәте лә, ҡоролошо ла бер-береһенән бик ныҡ айырылып тора.
Береһендә инструменттың корпусы эсендә металл пластинкалар беркетелгән була. Икенсеһе рәүеше менән оҙонса, ә тышынан бер буй итен алты тауышҡа иҫәпләнгән металл ҡыңғырауҙар эленә. Ҡаҙаҡтарҙың энтузиаст белгестәре был музыка инструменттарын төрлө сығанаҡтар буйынса өйрәнеп, яңынан эшләгәндәр. Ә Булат Һарыбаев «Ҡаҙаҡтың музыка өсбөптөре» тигән альбом әҙерләп, 1978 йылда донъяға сығарҙы.
Һуғып уйнаулы инструменттар халыҡ ижады үҫешендә һәр ваҡыт мөһим роль тотҡан. Уларҙың онотолоуы, инструмент яһаусы оҫталарҙың һәнәрен дауам итеүселәрҙең булмауы бүтән төрлө уйын ҡоралдарына мөрәжәғәт итеүгә лә килтергән булһа кәрәк. Мәҫәлән, бейеү номерын башҡарғанда, бүтән инструменттарға ҡушылып, етеҙ ритмиканы асығыраҡ биреү маҡсатында биҙрә сиртеп уйнау күренешен башҡаса нисек итеп аңлатаһың? Милли яңғырашлы боронғо дөңгөр булған ерҙә, моғайын, берәү ҙә ҡулына биҙрә тотоп сәхнәгә сығырға тырышып тормаҫ ине. Йәки һуңғараҡ дәүерҙәрҙә бәғзе төбәктәрҙең ауыл ерҙәрендә туҡмаҡ һуғып уйнауҙың ҡулланылыуы ла шул уҡ йәнең теләгән музыка ҡоралдарының булмағанлығынан киләлер. Был уйнау төрөн беҙ 1983 йылғы фольклор экспедицияһы ваҡытында Курган әлкәһенең Сафакүл районы башҡорттары араһында осраттыҡ. Әйткәндәй, шул уҡ Сафакүл районында үҙешмәкәр сәнғәт оҫтаһы Ризәлә Арыҫланова беҙгә таҡмаҡ әйткәндә, өҫтәлгә һуғып уйнау һөнәрен күрһәтеп, бик тә ғәжәпкә ҡалдырғайны. Тимәк, халыҡта һуғып уйнаулы инструменттарға мохтажлыҡ та, ынтылыш та бик ҙур. Улар бигерәк тә бейеү көйҙәрен уйнағанда бик кәрәк. Дөңгөр, дубылбас киләсәктә музейҙарҙа урын алыу ғына түгел, башҡорт халыҡ музыканттары ҡулында ла яңғырар әле, тип ышанғы килә.
Авторы - Рәшит Шәкүр. "Башҡортостан ҡыҙы" журналы, 1995 йыл, 12-се һан.