Закондарҙа һәм башҡа документтарҙа текст бүленеше терминдары: раздел — киҫәк, глава — бүлек, часть — өлөш; статья — статья, пункт — пункт, подпункт — ярҙамсы пункт.
Договор о разграничении предметов ведения и взаимном делегировании полномочий между органами государственной власти Российской Федерации и органами государственной власти Республики Башкортостан — Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында договор (3.08.1994).
Рим цифрҙарына ялғау ҡушыу тураһында. Рим цифрҙарына ялғау ҡушылмай тигән ҡағиҙә -сы, -се ялғауын күҙҙә тота. Мәҫәлән, XXI бүлек, VI класс, Генрих V, Петр I. Был һандар төп килештә берлектә торһа, шул көйө генә тора. Әммә уға тағы ла ялғауҙар өҫтәлһә, улары яҙыла: XXI-лә (йәғни XXI бүлектә), VI-ға (VI класҡа), Генрих V-нең, Петр I-нән һ.б.