Википедияла

Баҙал тауы — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Абсолют бейеклеге 878 м.

Оҙонлоғо 25 км. Төньяҡ киңлеге 4 км. Үҙәк өлөшө 5 км, көньяҡ өлөшө 7 км;

Бөрйән районында Аҡбейек тауы (888 м) итәгенән Ағиҙел йылғаһы киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Һыртта 5 түбә айырылып тора:бейеклектәре 708, 868, 878, 473, 807 м.

Көнбайыш битләүҙәре — һөҙәк, уйһыулыҡтар һирәк. Көнсығышы — текә, уйһыулыҡтар һәм соҡорҙар күп.

Урта рифейҙың егәлгә һәм әүжән свиталарының кварцитлы ҡомташтары, конгломераттары, эзбизташтары һәм доломиттарынан ғибәрәт. Карст үҫешкән.

Алағуян йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) ҡушылдыҡтарының үрге ағымы ер аҫты аҡмаһы менән билдәләнә. Ландшафтары серемтәле-карбонатлы һәм һоро урман тупраҡтарындағы имән, йүкә, ҡарағай урмандарынан тора.

Баҙал тауына бәйле ер-һыу атамалары үҙгәртергә

Тауҙың исеме ҡайҙан килеп сыҡҡанын бер кем әйтә алмай. Республика кимәлендәге ер-һыу атамалары тураһындағы китаптарҙа ла, гәзит биттәрендә лә күренмәй. Тауҙағы ҡаяларҙың, итәгендәге яландарының исемдәре борон-борондан йәшәгән башҡорттарҙан киләлер.

Баҙал Мәсем тауынан ҡала райондағы ҙур, мөһабәт тауҙарҙың береһе. Уның бейеклеге 878 метр. Баҙалдың көнсығыш битләүендә Иҫке Собханғол, Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт, Яңы Мөсәт ауылдары урынлашҡан.

Тау итәктәрендә йәйләүҙәр, сабынлыҡтар күп. Улъяғол яланы, Мәндәғол ауылы ҡурайсыһы сабыны. Түбәндәрәк Раҡай тип аталған бәләкәй генә йылға бар. Был исем Улъяғолдоң ҡатыны Рабиғаны иркәләп, Раҡай тип әйтеүенән барлыҡҡа килгән.

Шул ерҙәрәк таш ҡутарған тәрән уя бар. Ошондағы таштан тирмән ташы эшләгәндәр. Мәндәғолов Камил тигән кеше тирмән ташы менән тирә-яҡты тәьмин иткән. Тауҙы икенсе яҡлап Хәбир сабыны тигән ялан һуҙылған.

Баҙал тауының бер яғынан (Мәсем яҡлап) Көргәҫ йылғаһы, икенсе яҡтан Алағуян йылғаһы ағып төшә. Ике яҡлап та бик күп вак яландар бар. Алағуян йылғаһы яҡлап Арҡыҙма йылғаһы, Ҡаран, Ярҙы йылғалары ағып төшә.

Был тирәлә Оло йылға башы, Ҡымыҙ эскән (элек ике ауыл шунда байрам иткән), Туҡтамыш, Хәҙрәт ҡотоғо исемле яландар бар. Әбделғәни Шәйхтың йәйләүе булған.

Артабан Ялбаҡташ, Ярҙы йылға башы, Кәзә ташы исемле сабынлыҡтар китә. Көргәҫ яҡлап һыуыҡ ыҙма, Мәйгәште йылғаһы, уның эргәһендә Мәйгәште башы яланы, Үтәкәй йәйләүе, Соҡор йорт утары исемле яландар бар (Мәсем һәм Баҙал тауҙары араһында).

Сәхип үлеге исемле яландың уртаһындағы ағаслыҡта ҡәбер бар. Иҫке Собханғол ауылы халҡы йәйләүгә күсеп барған мәлдә Сәхип тигән кеше ауырып, үлеп ҡала. Уны шунда ерләйҙәр, яландың исеме шунан килә. Сәхип үлгән сабынлығынан һуң Таллы ҡойо яланы, шунан ары Әбдрәш яланы урынлашҡан. Шуның менән яландар бөтә.

Мәсем тауы итәгендә Көргәҫ йылғаһы буйлап Ҡара һыйыр яланы урынлашҡан. Мәсемдән Ҡара һыйыр йылғаһы ағып төшә. Көргәҫтең үрге осо Алағуян ауылы (хәҙергесә Яңы Мөсәт) халҡының йәйләүе, ә түбәнге осо Ишдәүләт ауылы халҡының йәйләүе булған.

Ҡара һыйыр тигән атаманың да үҙ тарихы бар. Йәйләүҙә ятҡан бер кешенең һөтлө һыйырын айыу йыҡҡан, шул һыйырға бағышлап, был ергә Ҡара һыйыр тигән исем биргәндәр.

Һары бейә тигән бәләкәй генә йылға Мәсем тауынан ағып төшә. һары бейә көслө, етеҙ мал була. Сабыштарҙа алдынғылыхты бирмәй. Күп тә үтмәй, бейәне йылға буйында айыу ашай, исем шунан ҡала. Шул яландан башлап ялан-сабынлыҡтар китә. Элегерәк кем ҡайһы яланды саба, сабынлыҡ шуның исеме менән аталған.

Тәүгеләре: Мөжәүир, Мәхмүт, Бикһолтан, Баҙал яҡлап Ҡарағол, Тумарлы яландары. Сыбар таш йылғаһы Мәсемдән ағып төшә. Иң һуңғы ялан Көргәҫ башы яланы. Шуның менән Алагуян тамағы ауылының биләмәһе бөтә.

Баҙал битләп ары 1-2 саҡырым, йәки күберәктер ҙә, аралыҡта Әлеш, Ҡарағасйорт яландары ята. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, ҡайһы бер ҙурыраҡ яландарҙың ситендә ҡолаҡтар - үткәүелдәрҙең исеме булған. Хәҙер юғалып калды.

Собханғол ауылынан өҫтә Ағиҙел буйлап ялан-туғайҙарҙы, йылғаларҙы алайыҡ. Арбаҙай яланын (хәҙер аэродром) бер нисә өлөшкә бүлеп тә йөрөтәләр, һунар бар, Ауыш тип.

Күрше яланда -Арҡа, шунан түбәндә Иҙел туғайы, Маһы туғай, ҡаршыһында Маҙалы яланы. Ҡасандыр Йәрмөхәмәт ауылы булған (Маҙалы), ауыл хәҙер юҡ.

Ҡаршыһында Иҙел аша Туҡмаҡлы туғайы, Аҡбикә туғайы, унан Йүкәле туғайы (тауаҫты тулы йүкә ағасы ине, хәҙер юҡ). Ҡаршыһында Бер тором яланы (бәләкәй генә икәнен исеме үҙе әйтеп тора), үрге осонда Төлкө осҡан ҡаяһы бар.

Түбәнерәк уға тоташып Өйрәкле ҡаяһы, йылғаһы, яланы (сабынлыҡ) бар. Шунан Өйрәкле аралы бар ине (утрау). Ағиҙел йыуып, йәй көндәрендә был ерҙә тик ҡырсын ғына күренеп ята. Ағиҙел аша Өйрәкле кисеүе бар, хәҙер йөрөмәйҙәр.

Аралдың ҡаршыһында Күбек ташы бар. Шул таштың үрге яҡ осонда 1-2 күбә бесән эшләрлек туғайы ла булған. Ағиҙел йылдың-йылы ярҙы ашап, һыу ташҡа бәрелеп, күбекләнеп аға, шуға Күбек ташы тип атайҙар, һал менән йәтешләп кенә килмәһәң, туп-тура ташҡа бәреләһең. Бик күп һалсылар ташҡа бәрелеп, күп кенә зыян күргәндәр. Сөнки, берҙән,тар, икенсенән, тәрән ағымы хаты шаршылы.

Түбәһендә Үрге туғай (Мәндәғол ауылы), түбәндә Түбәнге туғай. Унда ла арал бар. Ҡая аҫтынан ғына Төмәнәй шишмәһе сылтырап аға. Себетуғай яланы харшыһында Мәйгәште йылғаһы ҡоя. Үр яғында һарыбай яланы, уның түбәнге осонда Бажануй йылғаһы һәм яланы (сабынлыҡ) бар.

Себетуғайы ҡаршыһында Көргәҫ яланы. Уның бер яҡ мөйөшөндә Камил сабыны, икенсе яҡлап Аҡбалсыҡ яланы. Исеме әйтеп тора, ауыл халҡы мейес аҡларға балсыҡты шунан килеп ала ине. Себетуғайҙың осонда Ҡана йылғаһы ҡоя, ҡаршыһында Ҡурпы туғайы. Тау башында Көргәҫ яланы ята.

Малай саҡта был ерҙәрҙә бесән сапханда, ат башында йөрөгәндә тауҙарында йыуа, яландарында һарына, кымыҙлых, әтлек, бәпкә йыйҙыҡ, йылғаларында балыҡ ҡармаҡланыҡ.

Р.S. Ҡайһы бер ерҙәрҙең исемдәре билдәһеҙ, ололар ҙа әйтә алманы. Иҫке Собханғол ауылы ҡарттары Хәлфетдин, Шәрәфулла, Хәйривара, Мәндәғолдан Әбдразаҡ, Камил, Ваһап, Хәлфетдин бабай, олатайҙар атамаларҙы асыҡларға ярҙам итте.

Абдулла ВАҺАПОВ, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы.

Һылтанма үҙгәртергә