Баҡса еләге ҡайнатмаһы

Ҡушылмалар:

  • 2 кг - еләк
  • 1 кг шәкәр
  • 0,5 стакан һыу
Виктория тигән баҡса еләге

Әҙерләү үҙгәртергә

Ҡайнатма өсөн бешкән генә, ҙур булмаған еләктәр алына.

Еләкте таҙартҡас, аҡҡан һыу аҫтында йыуып, иләк аша һыуын түгәбеҙ. Еләкте туҫтаҡҡа һалабыҙ.

Икенсе туҫтаҡта (табаҡта) сироп әҙерләйбеҙ:

0,5 стакан һыуға 1 кг шәкәр өҫтәргә һәм ҡайнатырғап ҡуябыҙ.

5-7 минут сироп ҡуйырғансы ҡайнатырға.

Әҙерлеген тикшереү бик ябай - ҡалаҡ осона бер аҙ сироп алырға ла өрөп ҡарарға кәрәк : сироп тиҙ генә ҡата башлаһа, әҙер тигән һүҙ.

Хәҙер еләккә ҡайнар сиропты ҡойорға ла ҡапҡас менән ябып, һыуынырға бирергә. Еләк һут биреп, сироп шыйығая.

Һыуынғас, иләккә һалып, һутын һарҡытып алабыҙ ҙа, яңынан 5-7 минут ҡайнатабыҙ. Ҡайнар сиропты йәнә еләккә ҡоябыҙ. Тулыһынса һыуынырға бирәбеҙ.

Һәм тағы ла бер тапҡыр был процедураны ҡабатлайбыҙ.

Сироп ҡуйыраҡ булһын тиһәгеҙ, күберәк шәкәр өҫтәгеҙ һәм яҡшылап ҡайнатығыҙ.

Өсөнсө тапҡырынан һуң стерилләнгән банкаларға һалынған еләккә сироп ҡойоп, ҡапҡасын ябырға ла юрған менән ҡапларға.

Шулай итеп, еләк үҙе бер ҙә ҡайнатылмай, бары сироп ҡына 3-4 тапҡыр ҡайнатыла.

Бик матур һәм хуш еҫле ҡайнатма әҙер! Ҡыш асып ебәрһәгеҙ, еләк еҫтәре аңҡып китер!

Яҡшы кәйеф, татлы сәйҙәр һеҙгә!