- Аҡ кейеҙем өҫтөндә
Мәүли мулла ултыра.
- Үҙе суфый, үҙе урлаша,
Тотоп алһаң, тырнаша.
- Аҡ кейеҙем уртаһында
Ҡуҡрай мулла ултыра.
- Туны бар — сапаны юҡ,
Мыйығы бар, һаҡалы юҡ.
- Һике өҫтөндә һимеҙәк.
- Һике өҫтөндә бикә биҙәнә лә төҙәнә.
- Һике өҫтөндә бикәм,
Битен йыуа икән.
- Аяғы йомшаҡ, мыйығы ҡаты.
- Бағрый башлы, быҙ күҙле.
- Һике өҫтөндә ҡомғаны,
Ике күҙен йомғаны.
- Мейес башында ҡомған,
Ауыҙын-күҙен йомған.
- Көлдөксәлә ҡомған,
Ике күҙен йомған.
- Үҙе мейес башында,
Үҙе тун ябынып йоҡлай.
- Йөнө йомшаҡ, тырнағы осло.
- Бәләкәй генә еңгәм
Уҡлауын һөйрәтеп йөрөй.